Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 432


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЫЙҠЫЛДАТЫУ
МЫЙҠЫЛДАТЫУ I (мыйҡылдат-) (Р.: трясти при движении; И.: sway; jounce; shake; T.: titremek) ҡ. һөйл.
һимеҙ, йомшаҡ тәнде ҡыйшанлатыу. □ Трясти при движении (тучным телом и частями тела). Кәуҙәне мыйҡылдатып йөрөу. Янбашты мыйҡылдашыу.
МЫЙҠЫЛДАТЫУ II (мыйҡылдат-) ҡ. һөйл. йөкм. ҡар. мыйҡылдау II. понуд. от мыйҡылдау II. Мыйҡылдатып йөрөтөу.
МЫЙҠЫЛДАУ I (мыйҡылда-) (Р: трястись; И.: sway; T: titremek) ҡ.
Һимеҙ, йомшаҡ булғанлыҡтан мыйҡ-мыйҡ килеп тороу (тәнгә ҡарата). □ Трястись при движении (о полном человеке). Мыйҡылдап йөрөу.
МЫЙҠЫЛДАУ II (мыйҡылда-) (Р: капризничать; И.: play up; T: kapris yapmak) ҡ.
Мыжыу, киреләнеү. □ Хныкать, капризничать. Мыйҡылдап аптыратыу. Мыйҡылдап йөрөу.
МЫЙҠЫЛДАШЫУ (мыйҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. мыйҡылдау II. взаимн. от мыйҡылдау II.
МЫЙМЫЛДАҠ I (Р: рыхлый; И.: podgy; T: titrek) с.
Һимеҙ, йомшаҡ булып һелкенеп торған (тәнгә ҡарата). □ Рыхлый. Мыймылдаҡ тән.
МЫЙМЫЛДАҠ II с. диал. ҡар. мыйылдаҡ I. Мыймылдаҡ ҡыҙ.
МЫЙМЫЛДАТЫУ (мыймылдат-) (Р: трясти при движении; И.: agitate, shake; T: eğriltmek) ҡ.
1. Кәүҙәне, тәнде ҡыйшанлатыу. □ Трясти при движении (о частях тела). ■ Бейэ бәйләгән, һаумал ҡымыҙ бешкән ҡыҙ-ҡырҡыны, хур ҡыҙҙарындай, куҙҙәрҙе ҡыҙҙырып, йомшаҡ баҫып, бил-һын мыймылдатып йөрөп ята. М. Өмөтбаев. [Теуәлбай — Кара-сәскә:] Әйҙә, ецгә, бер мыймылдатып баҫып ал әле. М. Буранғолов. Ул [Кинйәһолтан] киц кулдәге аша ла һиҙелеп торған осаһын мыймылдатып ире эргәһенә килде, уныц [Иҫәкәйҙец] сарығын һелкетә тартып систерҙе. Н. Мусин. [Автор — уҡыусыларға:] Әгәр ҙә уныц [Бибисараныц].. осаларын мый
мылдатып, магазинға табан ашығып китеп ултырыуын абайлап ҡалһағыҙ, кур ҙә тор, унда ни ҙә булһа килтергәндәр. Ә. Хәкимов.
2. Ашағанда ирендәрҙе ҡыйшанлатыу.
□ Причмокивать, делать движения губами при еде. Ауыҙҙы мыймылдатып алыу.
МЫЙМЫЛДАУ I (мыймылда-) (Р: колыхаться; И.: heave; T: titremek) ҡ.
1. Һимеҙ, йомшаҡ булып һелкенеү.
□ Колыхаться, трястись при движении (о полном человеке). Янбаштары мыймылдау. ■ Хоҙайым сауабыңа ожмах бирһен алмалы хур ҡыҙҙары мыймылдаған. М. Аҡмулла.
2. Ашағанда ирендәрҙең ҡыйшанлау ы.
□ О беззвучном движении губами при еде. Ашағанда ауыҙы мыймылдап тора.
МЫЙМЫЛДАУ II (мыймылда-) (Р: идти плавной рысью; И.: spank along; T: tırıs gitmek) ҡ.
Һалмаҡ ҡына юртыу. □ Идти плавной рысью (о лошади). Ат мыймылдап ҡына килә.
МЫЙМЫЛДАШЫУ (мыймылдаш-) ҡ. урт. ҡар. мыймылдау, взаимн. от мыймылдау. ■ Ғәрифә лә һылыу һыуҙан килә мыймылдашып ике бөйөрө. Халыҡ йырынан.
МЫЙТ-МЫЙТ (Р: подражание кривляющемуся движению; И.: sound imitative word; T: sallanmaya taklit) оҡш.
Ҡыйыш-мыйыш төрлө яҡҡа йөрөгән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание кривляющемуся движению. Мыйт-мыйт итеу. Мыйт-мыйт килеу.
МЫЙТ-МЫЙТ ИТЕҮ (мыйт-мыйт ит-) ҡ. ҡар. мыйтылдау.
МЫЙТЫЛДАТЫУ (мыйтылдат-) ҡ. ҡар. мыймылдатыу. Кәуҙәне мыйтылдатып йөрөу. Ауыҙҙы мыйтылдатып ашау.
МЫЙТЫЛДАУ (мыйтылда-) ҡ. ҡар. мыймылдау I. Ауыҙы мыйтылдап тора. Тәне мыйтылдап тора.
МЫЙТЫЛДАШЫУ (мыйтылдаш-) ҡ. урт. ҡар. мыйтылдау, взаимн. от мыйтылдау. Мыйтылдашып утеп киттеләр.
МЫЙЫҒАЯҠТАР (Р: усоногие; И.: barnacles; T.: sülükayaklılar) и. зоол.
432