МЫЙЫҠСА
Диңгеҙҙәрҙә ҡуҙғалмай бер урында йәшәй торған ҡыҫала һымаҡ йәнлектәр. □ Усоногие (лат. Cirripedia). Мыйығаяҡтар донъяһы.
МЫЙЫҠ (мыйығы) (Р.: ус; И.: moustache; T.: bıyık) и.
1. Ирендең өҫкө яғына үҫкән ток. □ Ус, усы, усики. Ҡыҫҡа мыйыҡ. Ҡара мыйыҡ. Мыйыҡты һыйпау. Мыйыҡ ебәреү. И Бында урман ҡырҡыу сыларҙан тыш әле мыйыҡ та сыҡмаған, ҡыҙыҡ күреү өсөн генә килгән үҫмерҙәр ҙә, бәлтерәп бөткән, таяҡ таянып, бөксәйеп, бишмәт сабыуҙарының итәген ергә һөйрәлтеп атлаусы ҡарттар ҙа байтаҡ ине. Н. Мусин. Йәнтимерҙең өҫкө иренендәге бәпкә йөндәре хәҙер мыйыҡ кеүек булып күренә. С. Агиш.
2. Йәнлектәрҙең, хайуандарҙың өҫкө ирене тирәһендә үҫкән, һиҙеү ағзаһы булып хеҙмәт иткән шырт йөндәре. □ Усы (у животных: жёсткие волосы по бокам верхней губы). Бесәй мыйығы.
3. Быуынтыҡ аяҡлыларҙың ауыҙ, мороно тирәһендә оҙон үҫенде һымаҡ үҫкән еҫ тойоу, һиҙенеү ағзаһы. □ Усы (у членистоногих: органы обоняния и осязания в виде придатков на голове). Таракан мыйығы. Ҡыҫала мыйығы.
4. бот. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең һабағы осондағы уралып йәбешә торған үҫенде; мыйыҡса. □ Усики (у растений: нитевидные образования на листьях, стебле). Еләк мыйығы. Ҡайын еләген мыйыҡтан үрсетеү. ■ [Арынбаҫаров — табындағыларға:] Бына, күрегеҙ әле, күрегеҙ, еләк мыйыҡтары бер-береһенә нисек тартыла! Д. Бүләков.
5. этн. Сайыр ағыҙыу өсөн ҡарағай олонона ҡыя һыҙылған юлаҡ. □ Насечка (на хвойных деревьях для сбора смолы, живицы).
6. миф. Башҡорт мифологияһында мыйыҡ, бөтөн сәстәр кеүек үк, һаҡлау көсөнә эйә. □ Ус, усы (в башкирской мифологии усы, как любой волос, щетина, выполняли обережную функцию).
$ Мыйығы ла һелкенмәй кемдер әйткәнгә, тиргәгәнгә һ. б. ыжлап та бирмәй,
бошонмай. □ соотв. И в ус не дует. Как с гуся вода. Мыйык аҫтынан көлөү {йәки йылмайыу) аҫтыртын көлөү. □ Усмехаться, ухмыляться. ■ Сәләх ҡарт, ауылдаштарының уйынсалауына мыйыҡ аҫтынан көлөп, үҙенә һүҙ сираты етеүен көттө. Ә. Хәкимов. Булат башҡа һүҙ өндәшмәне, мыйыҡ аҫтынан йылмайып, ниндәйҙер уйға сумды. Б. Бикбай. Мыйык сыуалыу {йәки сейәлеү) йән көйөү, асыу килеү. □ Быть (находиться) в плохом настроении.
МЫЙЫҠЛАНЫУ (мыйыҡлан-) (Р: прорастать усиками; И.: grow (of tentacula); T.: asma bıyığı çıkarmak) ҡ.
Мыйыҡ сығыу, мыйыҡ ебәреү. □ Прорастать усиками, стеблями (о растениях). Еләктәр мыйыҡлана башлаған.
МЫЙЫҠЛЫ (Р: усатый; И.: whiskered; T.: bıyıklı) с.
Мыйығы булған. □ Усатый, с усами. Сал мыйыҡлы. Оҙон мыйыҡлы. Ҡыҫҡа мыйыҡлы. Мыйыҡлы ир. ■ Башына һоро папаха, өҫтөнә аяҡ йөҙлөгөнә еткән шинель кейгән, биленә наган таҡҡан мыйыҡлы кешене күреүгә әсәһе ҡойолдо ла төштө. Ә. Хәкимов. Егет, киреһенсә, киң йөҙлө, яҫы ҡашлы һәм танау аҫтынан һыҙылып ҡына киткән ҡара мыйыҡлы ине. Д. Бүләков. [Рауза ] ҡаршыһына килеп баҫҡан ҡара мыйыҡлы егетте күреү менән һиҫкәнеп йөҙө ағарып китте. А. Таһиров.
МЫЙЫҠЛЫ БАЛЫҠ (балығы) (Р: усач; И.: barbel; T: bıyıklı balık) и. зоол.
Европа, Азия һәм Африка йылғаларында йәшәй торған, промыслала әһәмиәте әҙ булған балыҡ. □ Усач (лат. Barbus barbus). Арал мыйыҡлы балығы.
МЫЙЫҠЛЫ ҠУҢЫҘҘАР (Р: жуки-усачи; И.: longhorn beetles; T: teke böceğigiller) и. зоол.
Ағаста йәшәгән һәм улар менән туҡлана торған төрлө ҙурлыҡтағы, төҫтәге оҙон мыйыҡлы ҡуңыҙҙар. □ Жуки-усачи; дровосеки (лат. Cerambycidae).
МЫЙЫҠСА и. ҡар. мыйык 4. Мыйыҡса ебәреү.
433