МЫЙЫҠҺЫҘ БӨЖӘКТӘР
МЫЙЫҠҺЫҘ БӨЖӘКТӘР (Р.: насе комые бессяжковые; И.: coneheads; Т.: duyarga bacaklılar) и.
Ябай төҙөлөшлө, ҡараңғы, еүеш урындарҙа йәшәй торған, мыйыҡтары булмаған бик ваҡ бөжәктәр төркөмө. □ Насекомые бессяжковые (лат. Protura Myrientomatd).
МЫЙЫЛДАҠ I (Р.: ноющий; И.: whimpering; T.: sızlanan) с.
Бушҡа илаулап мыжыған, мыйылдап һөйләшкән. □ Ноющий. Мыйылдаҡ ҡатын. Мыйылдаҡ бала.
МЫЙЫЛДАҠ II (мыйылдағы) (Р: нытик; И.: downer; T.: yanıkçı) и.
Мыйылдап һөйләшкән кеше. □ Нытик. Мыйылдаҡтан ялҡыу. Мыйылдаҡты мыйылдатыу. Мыйылдаҡты мәрәкәләу.
МЫЙЫЛДАТЫУ (мыйылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. мыйылдау, понуд. от мыйылдау. Баланы мыйылдатыу.
МЫЙЫЛДАУ (мыйылда-) (Р: ныть; И.: whinge; T.: sızlanmak) ҡ. һөйл.
Бушҡа илаулау, зарланыу, шыңшыу. □ Ныть. Мыйылдап һөйләу. ■ [Емеш:] Ул [уҡытыусы] оло башы менән бала һымаҡ мыйылдап тик торасы, оялмай. 3. Биишева.
МЫЙЫЛЫУ (мыйыл-) ҡ. диал. ҡар. мылыйыу. Мыйылып йөрөу. Мыйылып килеп сығыу.
МЫҠЛЫ с.
1. диал. ҡар. мыҡты I. Мыҡлы егет.
2. Ныҡлы, көслө. □ Крепкий, сильный.
■ [Мәсем:] Ҡылындар мыҡлы хеҙмәт инде беҙгә. «Бабсаҡ менән Күсәк».
МЫҠТАП (Р: как следует; И.: properly, to a nicety; T.: gerektiği gibi) р. диал. ҡар.
тейешенсә.
Эш-хәрәкәттең башҡарылыу рәүешендәге юғары кимәлде белдерә. □ Как следует; по-настоящему; крепко. Мыҡтап эшләу. Мыҡтап башҡарыу.
МЫҠТЫ I (Р: крепкий; И.: burly, strong; T.: sağlam) с.
Эре һөйәкле, физик яҡтан көслө, ныҡлы һәм тулы кәүҙәле. □ Крепкий, сильный, здоровый. Мыҡты егет. Мыҡты кәу-ҙәле. ■ Йыр башлаусы киц кукрәкле, ҡалҡыу маңлайлы, ҙур танаулы, ҡалын
иренле, әҙерәк кенә һипкел баҫҡан мыҡты егет ине. Д. Юлтый. Мин [автор] был донъяға икенсе бала булып килгәнмен. Әйтеуҙәренә ҡарағанда, бик мыҡты һәм ауыр кәуҙәле булғанмын. М. Ямалетдинов. Утыҙ йәштәрҙәге, уртанан ҡалҡыу буйлы, мыҡты кеше икән Андрей. Ә. Хәкимов. Яҡты уйым — ағыр һыуҙарҙа, мыҡты буйым — ғорур тауҙарҙа. Р. Ғарипов. Һоло менән сыныҡтырылған мыҡты аттар кусергә ирек бирмәй. Ғ. Дәүләтшин.
МЫҠТЫ II (Р: наверное; И.: probably; T.: galiba) р. диал.
1. Ниндәйҙер эш-хәлдең булыу, үтәлеү, эшләнеү мөмкинлеге; ахыры, ихтимал.
□ Наверное, по всей вероятности, по-видимому. Мыҡты килергә тейештәр.
2. Нимәнеңдер мотлаҡ, һис шикһеҙ булыуы. □ Несомненно, обязательно. Мыҡты йырып сығырбыҙ. Мыҡты ҡаршы алыр. Мыҡты ҡайтыр.
3. Бөтөнләйе менән, бөтөнләйгә. □ Совсем, насовсем. Мыҡты килештереп уйнай. Мыҡты алдап тора.
МЫҠТЫ ИТЕҮ (мыҡты ит-) (Р: переборщить; И.: overdo; T.: fazla olmak) ҡ.
Саманан аштырыу, арттырып ебәреү.
□ Переборщить, переходить границы.
МЫҠТЫШ (Р: здоровый; И.: robust; bonny; T: sağlam) с. һөйл.
Физик көсө күп; көслө ҡеүәтле, ныҡлы.
□ Здоровый, крепкий. Мыҡтыш егет. Мыҡтыш бала.
МЫҠЫЙ (Р: заикающийся; И.: stuttering; T.: kekeleyen) с. һөйл.
1. Тотлоғоп, ыҡ-мыҡ итеп һөйләүсән.
□ Заикающийся (о человеке). Мыҡый кеше.
2. диал. ҡар. аңра I.
МЫҠЫЛДАУ (мыҡылда-) (Р: заикаться; И.: stammer; T.: kekelemek) ҡ.
Тотлоғоп, ыҡ-мыҡ итеп һөйләү. □ Заикаться, говорить заикаясь. Мыҡылдауҙан аптырау. Мыҡылдай башланы.
МЫҠЫР (Р: мелочный; И.: small-minded, petty; T.: darkafah) с. диал.
Кәрәкмәгән ваҡ нәмәләргә лә иғтибар итеүсән; ваҡ һүҙле; ваҡсыл. □ Мелочный,
434