Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 435


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мылтыҡлы
придирчивый, въедливый. Мыҡыр бабай. Мыҡыр ҡәйнә.
МЫҠЫРЛАУ (мыҡырла-) (Р.: блеять; И.: bleat; T.: melemek) ҡ.
1. Мыҡыр-мыҡыр итеп тауыш биреү (кәзә-һарыҡ тураһында). □ Блеять.//Блеяние. Кәзә мыҡырлау. ■ [Хужа] моронон төртөп еҫкәнгән малҡайына у сындағы икмәк киҫәген ҡаптыра, .. ҡаршы булемдән мөңрәп сәләмләгән оло һыйырына тауыш бирә, арыраҡ мыҡырлашҡан һарыҡ-бәрәндәренә өндәшә. Ғ. Хөсәйенов. Һарыҡтар, бәрәстәрен юғалтып, баҡырышалар ҙа, табып алғас, еҫкәп мыҡырлайҙар. Һ. Дәүләтшина.
2. Мыҡыр-мыҡыр иткән тауыш сығарыу. □ Подавать голос, кряхтеть (о маленьком ребёнке). И [Кәшфулла] алыҫтан уҡ болдор өҫтөндә ятҡан сыбар төйөнсөктө куреп алды, яҡыная төшкәс, мыҡырлаған тауыш та ишетте. М. Кәрим.
МЫҠЫР-МЫҠЫР (Р: ме ме; И.: imitation of bleating; Т.: me) оҡш.
1. Кәзә йәки һарыҡ сығарған йомшаҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Ме-ме (подражание блеянию овец, коз). Мыҡыр-мыҡыр итеу.
2. Йәш баланың риза булып, рәхәтләнгән тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание голосу младенца, означающее согласие, радость.
МЫҠЫР-МЫҠЫР ИТЕҮ (мыҡыр-мыҡыр ит-) ҡ. ҡар. мыҡырлау. ■ Ана бит иламай ҙа, ҡулда булғас, мыҡыр-мыҡыр итеп кинәнә. Һ. Дәүләтшина.
МЫЛАМУҠ (мыламуғы) (Р: болтушка; И.: swill; kind of broth; T.: lapa) и. диал. ҡар. боламыҡ.
Ондо, борсаҡ онон һыуға йәки һөткә болғатып бешерелгән шыйыҡ бутҡа. □ Болтушка (вид мучной каши из пшеничной или гороховой муки). Мыламуҡ яһау.
МЫ Л ҠЫ Л Д АУ ( мылҡылда-) ҡ. ҡар. мыйҡылдау I. Аты мылҡылдап килә.
МЫЛТЫҠ (мылтығы) (Р: ружьё; И.: gun; T.: tüfek) и.
1. Ҡулға тотоп ата торған оҙон кәбәкле ҡорал. □ Ружьё. / Ружейный. Ҡуян мылтығы. Ҡырлы мылтыҡ. Тәтеле мылтыҡ. Һыҙма мылтыҡ. Мылтыҡтан атыу. Ҡуш
кәбәкле мылтыҡ. ■ Ерҙәр һелкенә, окоптар ишелә, мылтыҡ, пулемёттарҙан ямғыр шикелле пулялар яуа. Д. Юлтый. Бандиттарҙың икенсеһе, Сәриәне төртөп осороп, ишеккә йомолдо. «Туҡта, ҡәбәхәт!» — тип артынан ташланған Тәбәйгә ҡырҡма мылтыҡтан ике тапҡыр ут сәсте лә, баҫҡынсы ҡараңғыға инеп юғалды. Ә. Хәкимов. Буркалы кеше һалдаттарға тағы нимәлер әйтте, улар аттарынан төшөп, мылтыҡтарын «ҡарауылға» алдылар. Ә. Чанышев. Бер мәл, таң яҡтырып килгәндә, гөп-гөп итеп баш осонда ғына ике тапҡыр мылтыҡ аттылар. М. Кәрим. • Ат ҡәҙерен сапҡан белер, мылтыҡ ҡәҙерен атҡан белер. Әйтем.
2. миф. Һаҡлау һәм ҡурҡытыу көсөнә эйә булған предмет. □ Ружьё (имеет обе-режную и устрашающую силу, как любой предмет, используемый для защитных действий). ■ «Бире ҡасырабыҙ» тип өйҙөң дурт мөйөшөнә, мейес эсенә мылтыҡ аталар ине. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Мылтыҡ көбәгенән үткәреү атып үлтереү. □ Застрелить.
МЫЛТЫҠ АТЫУ (Р: магический способ лечения; И.: sort ofcharm; T.: tüfek atmak) и. миф.
Төрлө ауырыуҙарҙы, насар көстәрҙе ҡурҡытыу маҡсатында мылтыҡтан атып дауалау ысулы. □ Магический способ лечения, отгона болезней, духов выстрелом из ружья. ■ Тыуымды тиҙләтеу өсөн «мылтыҡ атыу» йолаһы атҡарғандар. Башҡорт мифологияһынан. Килен төшөргәндә, беҙҙә әле лә «мылтыҡ атыу» йолаһы башҡарыла. Экспедиция материалдарынан.
МЫЛТЫҠЛАУ (мылтыҡла-) (Р: вести под ружьём; И.: convoy; T: silah altında tutmak) ҡ. һөйл.
Кемделер мылтыҡ тоҫҡаған килеш алып китеү. □ Вести под ружьём, конвоировать. Мылтыҡлауҙан ҡобараһы осоу.
МЫЛТЫҠЛЫ (Р: имеющий ружьё; И.: having a gun; T: tüfekli) c.
Мылтығы булған. □ Имеющий ружьё. Мылтыҡлы һаҡсы. Мылтыҡлы ике кеше.
435