Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 437


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЫРҘАЛЫҠ
МЫРАҠ (мырағы) (Р.: багульник; И.: Labrador tea; T.: abrador çayı) и. бот. диал. ҡар. һаҙ еләге.
Һаҙҙа, күл эргәләрендә үҫә торған һаҙ еләге. □ Багульник (лат. Ledum). Мыраҡ йыйыу.
МЫРАУЛАУ (мыраула-) (Р: мурлыкать; И.: purr; T.: mırlamak) ҡ.
Бесәйҙең мыр-мыр иткән тауыш сығарып мырылдауы. □ Мурлыкать.//Мурлыканье. Бесәй мыраулауы.
МЫРАУЛАШЫУ (мыраулаш-) ҡ. урт. ҡар. мыраулау, взаимн. от мыраулау. ■ Бесәй балалары, мыраулашып, әсәһенә һыйындылар. Экспедиция материалдарынан.
МЫРАУ-МЫРАУ (Р: мур-мур; И.: imitation of purring; T.: miyav) оҡш.
Бесәй иркәләнгәндә, йоҡлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Мур-мур (подражание мурлыканью кошки). ■ Бесәй әйтә: «Мырау-мырау, юлсы торна, йөрөйһөң һин ҡурҡмайынса яңғыҙ ҡырҙа». С. Ҡудаш.
МЫРҘА I [фарс. Ijj^] (Р: мурза; И.: Tartar prince; T: mirza) и.
1. тар. Ҡайһы бер Көнсығыш халыҡтарында, шулай уҡ башҡорттарҙа, юғары ҡатлам кешеһенә бирелгән дәрәжә һәм шул дәрәжәне йөрөткән кеше. □ Мурза. ■ Сафагәрәйҙең тағы купме ултыра-сағы һәм алда тағы кем киләсәге, Ҡазан тәхетендә кем хан булып ултырасаҡы Әпҡадир мулла өсөн генә тугел, хатта һарай эсендә буталып йөрөгән мырҙалар, сәйедтәр өсөн дә билдәле тугел ине. К. Мәргән.
2. Ҡайһы бер Көнсығыш халыҡтарында — юғары дәрәжәләге чиновникҡа йәки ғалимға бирелгән маҡтаулы исем. □ Мурза (в некоторых восточных странах почётное звание государственного деятеля или учёного). Мырҙа дәрәжәһе. ■ Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда Әбубәкер Диваевты төрки донъяһының бөйөк ғалимы һәм педагогы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре булараҡ баһалайҙар,.. ғилми эшмәкәрлегенә ҡырҡ йыл тулыу айҡанлы уткән тантанала «мырҙа» тип дәрәжәләйҙәр. Р. Шәкүр.
3. диал. Үҙеңдән кесе ир туған; ҡусты, эне. □ Младший брат, братишка. Мырҙа
менән уйнау. Мырҙаға өй эшен аңлатыу. Мырҙаны йыуатыу.
4. Йәшкә кесе ир затына өндәшеү һүҙе. □ Слово, употребляемое при обращении к мужчине моложе себя. ■ [Нуриханов — Зөфәргә:] Белгең килһә, мырҙам, мин куптән атай йәшен утеп киттем. Д. Бүләков.
♦ Ир мырҙаһы ир аҫылы, ир уҙаманы. □ Настоящий (достойный) мужчина.
МЫРҘА II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлин-цев. Мырҙалар араһы. Мырҙалар батыры. Мырҙалар ораны.
МЫРҘАГИЛДЕ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Мырҙагилде батыры. Мыр-ҙагилделәр төйәге.
МЫРҘАҒӘЛЕ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Мырҙағәлеләр ере. Мырҙағәлеләр тамғаһы. Мырҙағәле аҡһаҡалдары.
МЫРҘАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин. Мырҙай ораны. Мырҙайҙар араһы. Мырҙайҙар шөғөлө.
МЫРҘАЛЫҠ (мырҙалығы) (Р: титул мурзы; И.: Oriental prince’s title; T: mirza unvanı) и. map.
437