МЫРҠ-МЫРҠ
Ҡайһы бер Көнсығыш халыҡтарында, шулай уҡ башҡорттарҙа, юғары ҡатлам кешеһенә бирелгән мырҙа дәрәжәһе, титулы. □ Титул мурзы. Мырҙалыҡ алыу.
МЫРҠ-МЫРҠ (Р.: хрю-хрю; И.: oink; Т: öğrn öğrn) оҡш.
Сусҡа тауышын белдергән һүҙ. □ Хрю-хрю (подражание хрюканью свиньи). Мырҡ-мырҡ итеу. Мырҡ-мырҡ килеу.
МЫРҠЫЛДАУ (мырҡылда-) (Р.: хрюкать; И.: grunt; T: homurdanmak) ҡ.
Сусҡаның мырҡ-мырҡ иткән тауыш сы-ғарыуы. □ Хрюкать. // Хрюканье. Сусҡа бәрәсе мырҡылдай. ■ Ел килтерҙе мицә ҡапыл ғына .. көтөу-көтөу дуңғыҙ мырҡыл-дауын. Ф. Туғыҙбаева.
МЫРҠЫЛДАШЫУ (мырҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. мырҡылдау, взаимн. от мырҡылдау. Сусҡа бәрәстәре мырҡылдашып йөрөй.
МЫРҠЫҪ (Р: неспособный; И.: incapable; T: beceriksiz) с. диал. ҡар. булдыҡһыҙ.
Ҡулынан эш килмәгән, эшлекһеҙ. □ Неспособный, бездарный, бестолковый. Мырҡыҫ кеше.
МЫРҠЫШ (Р: толстый; И.: thickset; blimp; T: şişman) с. һөйл.
1. Йыуан, тулы кәүҙәле. □ Толстый, полный. Мырҡыш ҡатын.
2. кусм. ҡар. мырҡыҫ. Мырҡыш кеше.
МЫРЛАУ (мырла-) (Р: мурлыкать; И.: purr; T: mırlamak) ҡ.
1. Мыр-мыр итеү. □ Мурлыкать. // Мурлыканье. Иркәләнеп мырлау.
2. кусм. диал. Әкрен генә көйләү, мөңгөрләү. □ Тихо напевать. ■ [Ғирфан — Хә-лимәгә:] Шулай. Тик мин уны [йырҙы] 20 йыл бер кемгә лә мырлағаным юҡ ине. Н. Ғәйетбаев.
МЫР-МЫР (Р: мур-мур; И.: sound of purring; T: mır mır) оҡш.
Бесәйҙең иркәләнгән, кинәнес тауышын белдергән һүҙ. □ Мур-мур (подражание мурлыканью кошки). Мыр-мыр итеу.
МЫРТ I с. диал. ҡар. мурт 1. Аяҡ аҫтындағы мырт ағастар.
МЫРТ II (Р: подражание хрусту чего-л. ломающегося; И.: sound imitative word; T: çıtır) оҡш.
Ҡаткыл нәмәне һындырғанда, ҡырҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание хрусту чего-л. ломающегося. Мырт иттереу.
МЫРТ ИТЕҮ (мырт ит-) ҡ. ҡар. мыртлау. Ҡулы мырт итеп ҡалды.
МЫРТЛАТЫУ (мыртлат-) ҡ. ҡар. мыртылдатыу. Мыртлатып ҡырҡыу. ■ Ҡайҙалыр ерән ат мыртлатып бесән сәйнәй.
3. Биишева.
МЫРТЛАУ (мыртла-) (Р: хрустнуть; И.: crunch; T: çıtırdamak) ҡ.
Мырт иткән тауыш сығарыу. □ Хрустнуть. Мыртлап һыныу. ■ Сергейға ҡабырғаһы мыртлап һынғандай тойолдо. А. Абдуллин.
МЫРТ-МЫРТ (Р: подражание повторяющемуся хрусту чего-л. ломающегося; И.: sound imitative word; T.: çıtır çıtır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат мырт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся хрусту чего-л. ломающегося. Мырт-мырт килеу. ■ Тик кәзә, һарыҡ бәрәстәренең мырт-мырт көйшәуҙәре, Хәҙисә апайҙың йоҡо аралаш ауыр ыңғырашыуҙары ғына был тынлыҡты боҙа, уға уҙенә башҡа бер төҫ бирәләр ине. 3. Биишева. Арандағы ҡара кәзә мырт-мырт көйшәй. Әкиәттән.
МЫРТЫЙ и. диал. ҡар. мырҙа 3, 4. ■ «Ҡайһы яҡтан һин, мыртый, телең яты-раҡ куренә, беҙҙеңсә ук тугел», — тип һорайһы итте көтөусе [Алтынбайҙан]. 3. Ураҡсин. «Хәсән мыртый, куп бытылдайһың», — тип булдерә уны Емеш. 3. Биишева.
МЫРТЫЛДАТЫУ (мыртылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. мыртылдау, понуд. от мыртылдау. Мыртылдатып алма ашау. Бесәнде мыртылдатып ашау. ■ Баҫмаға ҡунған йәш ҡарҙы мыртылдата иҙеп, Өршәкбаштың аръяҡ ярына уҙҙылар [Минзифа менән Зәкиә]. Я. Хамматов.
МЫРТЫЛДАУ (мыртылда-) (Р: хрустеть; И.: crunch; T.: çıtırdamak) ҡ.
Мырт-мырт итеү. □ Хрустеть, похрустывать. // Хруст.
МЫРТЫШ (Р: скупой; И.: avaricious; T.: cimri) с. диал.
438