Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 439


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЫҪҠАЛ
Үҙ нәмәһен кешегә бирергә ҡыҙғаныусан, ҡаты; һаран, һыҡмыр. □ Скупой, жадный; прижимистый. Мыртыш кеше.
МЫРШ-МЫРШ (Р.: подражание шмыганью носом; И.: mimetism; T.: burnu çekme sesi) оҡш.
Танау тартҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шмыганью носом. Мырш-мырш килеу. И Ул [Алтынсәс], танауын мырш-мырш тартып, белендермәй генә, тушәктә ултырған урынында илап алды. Т. Хәйбуллин.
МЫРШ-МЫРШ ИТЕҮ (мырш-мырш ит-) ҡ. ҡар. мыртылдау. Мырш-мырш итеп ашау.
МЫРШЫЛДАҠ (Р: сопящий; И.: wheezing; T: burnunu çeken) с.
Танауын мырш-мырш тартҡан (кешегә ҡарата). □ Сопящий; сопливый. Мыршылдаҡ бала.
МЫРШЫЛДАТЫУ (мыршылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. мыртылдау, понуд. от мыртылдау. Танау ҙы мыршылдатыу. ■ [Шәрифулла ] оҙаҡ тороп ялҡҡандан һуң, бөкрәйеп, танауын мыршылдатып тарта-тарта ҡапҡанан сыҡты. Я. Хамматов.
МЫРШЫЛДАУ (мыршылда-) (Р: шмыгать носом; И.: sniff; T: burnunu çekmek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат танау тартыу, мырш-мырш килеү. □ Шмыгать носом; сопеть. // Сопение. Танау мыршылдау.
МЫРШЫЛДАШЫУ (мыршылдаш-) ҡ. урт. ҡар. мыршылдау. взаимн. от мыршылдау. Мыршылдашып йөрөйҙәр.
МЫРЫЛДАУ (мырылда-) (Р: мурлыкать; И.: purr; T: mırlamak) ҡ.
Бесәйҙең мыр-мыр иткән тауыш сыға-рыуы. □ Мурлыкать. // Мурлыканье. Бесәй балаһы мырылдай. ■ Өй эсендә военкомдың ирендәре шапылдағаны, бесәйҙең мырылда-уы, Нәрттин ҡарттың мышнауы һәм уның шөшлө һабы менән йыш ҡына туҡылдауы ишетелә. А. Карнай.
МЫСА и. диал. ҡар. мунса. Мыса яғыу. Мыса инеу. Мысаға барыу.
МЫСАЙ (Р: лисохвост; И.: foxtail; T: tilki kuyruğu) и. бот.
1. Ҡыяҡ япраҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡына йомшаҡ башаҡлы, ялпағыраҡ ваҡ аҡ орлоҡло үлән; аҡ мысай. □ Лисохвост (лат. Alopecurus). Мысай оно. Мысай орлоғо. Мысай икмәге. ■ Аш алдында иләк аҫтынан һалдырылған ҡырлыҡ, мысай ҡатыш арыш ононан бешерелгән ҡара икмәк телемдәре беләу ҡайраҡ кеуек һуҙылып-һуҙылып яталар. Ғ. Дәүләтшин.
2. Ҡыяҡ япраҡлылар ғаиләһенә ҡараған, түңәрәгерәк осло япраҡлы, суҡмарылып торған йөнтәҫ башлы, ваҡ ҡына ҡара йылтыр орлоҡло, йыуан һабаҡлы үлән; ҡара мысай. □ Лисохвост (лат. Alopecurus). Мысай уләне.
МЫСТАР (Р: посуда наподобие бурдюка; И.: kind of hollow ware; T: tulum) и. этн.
Турһыҡ һымағыраҡ ҡымыҙ һауыты.
□ Посуда наподобие бурдюка (для кумыса). Бер мыстар ҡымыҙ.
МЫҪҠАЛ [ғәр. (Р: золотник; И.: zolotnik; Т: zolotnik, bir ağırlık ölçüsü) и.
1. иҫк. Ҡаҙаҡтың 1/96 өлөшөн тәшкил иткән үлсәү берәмеге (4,26 грамға тиң).
□ Золотник (мера веса). Мыҫҡал менән улсәу. Мыҫҡалға һалып улсәу. ■ Ҡалай төбөндә терегөмөштән айырылып уҡмашҡан һары алтын киҫәген консерва банкаһынан эшләнгән ябай ғына мыҫҡалда улсәп, ауырлығын журналға яҙҙы [ровнялъщик]. Я. Хамматов. Хәйер, ишетелеуенсә, һалдаттар китеу менән ҡышлаҡ халҡы куп осраҡта ярҙамдан баш тарта, таратылған аҙыҡ, тауар мыҫҡалына-аршынына тиклем бер урынға туплана. Ә. Хәкимов. Минең һөйөу артыҡ тартыр, мыҫҡалдарҙа улсәһәң. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Бик бәләкәй өлөш; бөртөк.
□ Крупица. Ике мыҫҡал сәй. ■ Инсафтан бер мыҫҡал юҡ эшебеҙҙә, кенә, хәсәд, фәсад тулған әсебеҙгә. М. Аҡмулла. • Эшлекле миҫалға ҡарар, эшлекһеҙ мыҫҡалға ҡарар. Әйтем.
♦ Мыҫҡалға һалыу һәр яҡлап уйлау, ентекләү. □ Тщательно, обстоятельно думать; взвешивать. Мыҫҡалға һалып һөйләу. Мыҫҡал да бөтөнләй, бер ҙә, һис тә. □ Со-
439