МЫШАЯҠ
МЫШАЯҠ I (мышаяғы) [рус. мышьяк} (Р.: мышьяк; И.: arcenic; T.: arsenik) и.
1. хим. Химик элемент, ҡайһы бер минералдар составына ингән ағыулы ҡаты матдә. □ Мышьяк. / Мышьяковый, мышьячный. Мышаяҡ тоҙо. ■ Йыһандың кешеһеҙ ҡалған булмә иҙәнен йыуыусы Фәғилә, карауат аяғы эргәһенән мышаяҡ киҫәге төрөлгән ҡағыҙҙы алып, кулдәк кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Ғ. Хәйри.
2. мед. Шул химик элементтан яһалған дарыу. □ Мышьяк (лекарственный препарат ). Мышаяҡ кислотаһы.
МЫШАЯҠ II (мышаяғы) (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Мышаяҡтар араһы. Мышаяҡтар тарихы. Мышаяҡ сәсәне.
МЫШАЯҠЛЫ (Р: мышьячный; И.: having arsenic; T.: arsenik) с.
Составында мышаяҡ булған. □ Мышьячный. Мышаяҡлы тоҙҙар. Мышаяҡлы кислота.
МЫШҠ-МЫШҠ (Р: подражание всхлипыванию, шмыганью носом при тихом плаче; И.: whimpering sond; T.: hıçkırık) оҡш.
Шым ғына илаған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание всхлипыванию, шмыганью носом при тихом плаче. Мышҡ-мышҡ килеу. Мышҡ-мышҡ танау тартыу.
МЫШҠ-МЫШҠ ИТЕҮ (мышҡ-мышҡ ит-) ҡ. ҡар. мышҡылдау. Мышҡ-мышҡ итеп илау.
МЫШҠЫЛДАУ (мышҡылда-) (Р: сопеть; И.: puff; wheeze; T.: fışnamak) ҡ.
1. Ныҡ итеп тын алғанда танау аша мыш-мыш иткән тауыш сығарыу. □ Сопеть, пыхтеть. // Сопение, пыхтение. Мышҡылдап йөрөу. Мышҡылдап тын алыу.
2. кусм. Зарланып иламһырау. □ Плакать, тихо всхлипывая. ■ [Гөлнур:] һин, еңгә, — батыр ҡатыны, мышҡылдама! Б. Бикбай.
МЫШҠЫН (Р: конопля; И.: hemp; Т.: kendir) и. ҡар. киндер.
Һабағынан сүс, орлоғонан май, наркотик матдәләр алына торған тарбағай ботаҡлы бейек үлән. □ Конопля (растение) (лат. Cannabis').
МЫШ ЛАУ (мышла-) ҡ. ҡар. мышнау. Бала мышлап йоҡлап китте.
МЫШ-МЫШ (Р: подражание сопению; И.: sound imitative word; T: fişnama sesi) оҡш.
1. Танау аша ныҡ итеп тын алғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание сопению при глубоком дыхании. Мыш-мыш йоҡлау. Мыш-мыш танау тартыу.
2. Шым ғына илаған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание всхлипыванию, шмыганью носом при тихом плаче. Мыш-мыш килеу. Мыш-мыш илау. ■ Ишмырҙаның әсәһе Нәфисә апай, танауын мыш-мыш тартып, турбаш яғында куҙен яулыҡ осо менән тызый. Н. Мусин. [Ҡарт] этте тартып алдынараҡ, мыш-мыш килеп илаған: «һау килдеңме, балам?» - тиеп, этте һөйөп, һаулашҡан. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
МЫШ-МЫШ ИТЕҮ (мыш-мыш ит-) ҡ. ҡар. мышнау.
МЫШНАУ (мышна-) (Р: сопеть; И.: snuffle; T: fışnamak) ҡ.
1. Ныҡ итеп тын алғанда танау аша мыш-мыш иткән тауыш сығарыу. □ Сопеть, пыхтеть. // Сопение, пыхтение. Мышнап йоҡлау. ■ Арба һаман шығыр-шығыр минең [Исабәктең] өҫкә тәгәрәй, угеҙҙәр мышнай-мышнай минең өҫкә килә. М. Кәрим.
2. Шым ғына илағанда мыш-мыш иткән тауыш сығарыу. □ Всхлипывать. ■ [Тулыбай] эргәһендә мышнап ултырған Вәсимгә ҡарап ҡуйҙы. Д. Бүләков.
МЫШТЫЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Мыштый араһы шәжәрәһе.
МЫШТЫМ I (P: неразговорчивый; И.: taciturn; T.: suskun) с.
1. Күп һөйләшмәҫ, өндәшмәҫ. □ Неразговорчивый. Мыштым бала.
442