МЫШЫЛДАУ
2. Аҫтыртын ғына, шым ғына насар эш ҡылыусан. □ Скрытный. Мыштым кеше.
3. диал. ҡар. мыштыр. Мыштым килен.
МЫШТЫМ II (Р: тихо; И.: quietly; Т.: sessiz) р.
1. Тауыш-тынһыҙ ғына; тыныс ҡына.
□ Тихо, неслышно, тихонько. Мыштым ғына сығып китеу. Мыштым ғына килеп инеу. Мыштым ғына йөрөу. ■ Шәрәевбыны таҡта янына сығара. Әрләй-әрләй, әммә Хәйернастың ауыҙынан бер һуҙ ала алмай. .. Хәйләкәр, юрамал шулай тора ул. Мыштым булһа ла, этлекте белә [Хәйернас]. Р. Солтангәрәев.
2. Шым ғына; аҫтыртын. □ Скрытно, тайно, тайком, втихомолку, исподтишка. Мыштым ғына эшләу. ■ Айыҡбайы, ни уйлаптыр, көлә икән мыштым ғына. Р. Назаров. Бына Амуровтыц һуцғы ваҡытта уҙе менән йунле-башлы һөйләшмәй, ниндәйҙер асыу һаҡлаған һымаҡ мыштым ғына йөрөуе Ротовҡа ан^ашылып етеңкерәмәй. Н. Мусин.
3. Ҡабаланмай ғына, яйлап ҡына.
□ Медленно, не спеша. Мыштым ғына уҙе-некен эшләй.
МЫШТЫР (Р: медлительный; И.: sluggish; back-pedal; T: ağır) с.
Әкрен ҡуҙғалып, яй ғына эшләгән; ығыш; яйман. □ Медлительный, неповоротливый. Мыштыр кеше.
МЫШТЫРАУ (мыштыра-) ҡ. диал. ҡар. мышнау.
МЫШТЫРЛАУ (мыштырла-) (Р: возиться; И.: dawdle; T: yavaş yavaş uğraşmak) ҡ.
Яй ҡуҙғалып, оҙаҡ ҡыланыу; бызмырлау, ығышыу, яйманланыу. □ Возиться (долго), копошиться. Мыштырлап ҡына кейенеу. Мыштырлап әҙерләнеу. ■ Әсәһе генә бына Гөлбаныуҙыц сәстәрен уреп бөтә алмай мыштырлай. Т. Ғарипова.
МЫШТЫР-МЫШТЫР (Р: подража ние шуршанию чего-л:, И.: rustling sound imitation; T: hışırtı) оҡш.
Ҡыштыр-ҡыштыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуршанию чего-л. Мыштыр-мыштыр килеп йөрөу.
МЫШТЫР-ҺАШТЫР (Р: медленно; И.: slowly; T: yavaş yavaş) р.
Ҡабаланмай ғына, яйлап ҡына. □ Медленно, неторопливо, долго. И Ул [Тимер] ашыҡмай ғына мыштыр-һаштыр кейенә башланы. Б. Бикбай.
МЫШЫ I (Р: лось; И.: elk; T.: Avrupa muşu) и. зоол.
1. Боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны. □ Лось. / Лосиный; лосёвый (лат. A/ces alces). Мышы балаһы. Ama мышы. Инә мышы. Мышы мөгөҙө. ■ Мышылар тал, уҫаҡ араһында йөрөй, ағастың йәш ботаҡтарын ашай. Бына урмандан ҙур башлы, оҙон аяҡлы мышы балаһы килеп сыҡты. Я. Хамматов. Имеш, ҡояш, кук көмбәҙендә-ге көндәлек сәфәренең осона сығып, байыуға ҡарай боролғанда, Ирәндектең иркен, йәмле уҙәге буйлап тарбаҡ мөгөҙлө ғәййәр бер мышы Оло Ҡыҙылға һыулауға төшә икән. «Ватандаш», № 5, 2007.
2. диал. Айыры тояҡлы, тармаҡ-тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан; болан. □ Олень. Мышы балаһы.
МЫШЫ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы, үҫәргән, ҡатай ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён юрматы, усерган, катай. Мышы ере. Мышылар ауылы. Мышылар тарихы. Белорет районының Мышы ауылында ҡатайҙарҙың мышы араһы йәшәй.
МЫШЫЙ (Р: неразговорчивый; И.: taciturn; T.: az konuşan) с. диал. ҡар. өндәшмәҫ.
Һөйләшеп бармаған. □ Неразговорчивый, малоразговорчивый.
МЫШЫЛДАУ (мышылда-) ҡ. ҡар. мышнау 1. ■ Ҡарауылдарҙың казарманың оҙон коридоры буйлап арлы-бирле йөрөуҙәре менән ҡайһы бер һалдаттарҙың мышылдап йоҡоға китеуҙәре генә тынлыҡты боҙа ине. М. Ғафури. Шул саҡ ағас ботағы һынған тауыш, кешегә оҡшатып мышылдау ишетелде. Н. Мусин.
443