Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 444


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЫШЫУ
МЫШЫУ (Р.: мешок; И.: kind of sack; T: bir tür çuval) и. этн.
1. Ҡаты ҡоротто һалыр өсөн ау һымаҡ итеп үрелгән тоҡ. □ Мешок (для хранения курута). Ҡоротто мышыуҙа һаҡлау.
2. Ау һымаҡ итеп үрелгән ҡул тоҡсайы.
□ Мешок. Мышыуҙағы аҙыҡ-тулек.
3. Атты юлда ашата торған септә тоҡсай.
□ Мешок. Мышыуға һалып һоло биреу.
МЫЯТ и. иҫк. ҡар. мынаят. Мыятын тейәп сығып китте.
МЫЯУ (Р.: мяу; И.: miaow; T.: miyav) оҡш.
Бесәй ҡысҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Мяу (подражание мяуканью кошки). ■ «Өләсәй, мин дә ит ашайым», — тине һөйөндөк. «Мыяу-у», — тип ала бесәй ҙә шул уҡ теләкте белдерҙе. 3. Биишева.
МЫЯУБИКӘ (Р: киса; И.: pussy; T.: kedi) и. бал.
Сысҡан тота торған йыртҡыс ҡылыҡлы йорт йәнлеге; инә бесәй. □ Киса. ■ Өй янында мыяубикә ята ҡарап турғайҙарҙың уйнауын. Ғ. Әмири.
МЫЯУЛАУ (мыяула-) (Р: мяукать; И.: miaow; T.: miyavlamak) ҡ.
Мыяу тип ҡысҡырыу. □ Мяукать. ■ [Бесәй балаһының] мыяуларлыҡ хәле лә ҡалмаған, ауыҙы йәлләуес итеп асыла, ә тауышы юҡ, ара-тирә генә бысҡылдау ишетелеп ҡала. Г. Ғиззәтуллина. Йортһоҙ бесәй балаһы ишек төбөндә зарығып, мыяулап ултыра. Ф. Иҫәнғолов.
МӘ I (Р: на, возьми; И.: there, take it!; T.: al!) мөн.
Ал, тот, ҡабул ит. □ На, возьми (модальное слово). «Мә», — тип эйбер биреу. И Мэ, тотоп тор баланы, ә һеҙ, егет арыҫландары, хәҙер ук тоҙ алығыҙ ҙа онтаҡлағыҙ, туҙан кеуек ваҡ ҡына булһын. X. Ғиләжев.
♦ Бына һиңә мә! аптырағанда әйтелә.
□ Вот тебе на! Бына һиңә мә! Барый бабай әйткәндәргә Кукбурин менән Мөхәррәм ҡарттан башҡалар ышанманы. М. Ямалетдинов. Ә тигәндә, мә тип тороу әйткәнде тыңларға, йомошто үтәргә әҙер генә булып тороу. □ О готовности выполнить задание.
МӘ II, мә-ә (Р: ме-е; И.: sound of bleating; Т.: me) оҡш.
Кәзә-Һарыҡтың баҡырған тауышын белдергән һүҙ. □ Ме-е (подражание блеянию овец и коз). M-ә-ә, тип баҡырышып, һарыҡ көтөуе куренде.
МӘБАДИ [ғәр. (Р: начальный; И.: initial; beginning; T.: mebadi) с. иҫк.
Нимәнелер башлап ебәргән, нигеҙ һалған; башланғыс. □ Начальный, первоначальный, положенный в основу. Мэбади эш. Мәбади аҙымдар. И Петр I тарафынан бер указ нәшер ителеп, дворян балаларына ха-саптан әғмәл әрбәгә илә мәбади һәндәсәне белеу мәжбури ҡылынды. М. Һаҙыев.
МӘБНИ [ғәр. (Р: обоснованный; И.: grounded; T.: mebni) с. иҫк.
Дәлилдәр менән нығытылған; төплө, ҡороулы. □ Обоснованный, собранный. Мәб-ни баҫып тороу. Я Хоҙаның хөкөмөнә мәбни фәҡирҙәр кургән зәхмәттәр. М. Ғафури.
МӘБРУР [ғәр. (Р: дорогой; И.: fine; T.: mebrur) с. иҫк.
1. Йөрәк түрендә һаҡлана торған, иң ҡәҙерле; бөйөк; изге. □ Дорогой. Мәбрур ҡатын.
2. Башҡаларға һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡыла торған, һәйбәт; изге күңелле. □ Добродушный. Мәбрур бала. Мәбрур кеше.
3. Күңелгә ярашлы, яҡшы, һәйбәт; изге хәбәр; изге эш. □ Хороший, добрый; набожный. Мәбрур теләктәр. Мәбрур һуҙҙәр. Мәбрур бурыс. Мәбрур ер.
МӘБҺҮТ [ғәр. (Р: удивительный; И.: amazing; T.: mehbut) с. иҫк.
Иҫ киткес, таң ҡалырлыҡ, аптырарлыҡ; хайран. □ Удивительный, поразительный; изумительный. Мәбһут булыу. Мәбһут итеу. Мәбһут хәл.
МӘГӘР I [фарс. (Р: но; И.: but; yet; still; T.: meğer) терк.
1. Эйәрсән һөйләмде ҡаршылыҡ мәғәнәһе менән баш һөйләмгә теркәй; әммә. □ Но, лишь, однако, но только. И Әкрәм һәйбәт егеткә оҡшай, мәгәр анау яғы эсте өҙә, — тип икеләнә. - Әйт, нишләйбеҙ? Ә. Хәкимов. Фәнде диндән айырып ҡарарға кунеккәнбеҙ, мәгәр уларҙың бер-береһе менән бик тығыҙ бәйләнеше бар. Ғ. Хөсәйенов. Тәуләп кем ауыҙынан сыҡҡандыр ҙа, ғәм араһына кем
444