Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 445


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘҒА ҺӘҘА
теле менән таралып киткәндер, мәгәр Ирәндек битләуҙәренә һибелеп ултырған, Оло Ҡыҙылды һыулаған ауылдарҙа риуәйәт йөрөй. «Ватандаш», № 5, 2007.
2. Кире һөйләмдең мәғәнәһен көсәйтеп, баш һөйләмгә теркәй. □ Но, лишь, однако, но только. ■ Һинең генә, шағир, дәрәжәң юҡ, ҙур вазифаң мәгәр булһа ла. Н. Нәжми.
МӘГӘР II [фарс. j^] (Р.: однако; И.: yet; still; but; T.: meğer) киҫ.
һөйләмдең мәғәнәһенә баҫым яһап көсәйтә. □ Однако. ■ Мәгәр һуғыш кеуек тә афәт юҡтыр донъяла. Ә. Хәкимов. Мәгәр бар нефтте алмай ҡалырға ярамай, һәр тоннаһы ҡәҙерле. Р. Солтангәрәев. Мәгәр автобаза начальнигы уҙ һуҙендә торҙо. Р. Солтангәрәев.
МӘГӘРИС [ғәр. с(Р: магарыч; И.: wetting a bargain; T.: içki ziyafeti) и.
Уңышлы алыш-бирештән һуң файҙа алған кеше тарафынан ойошторолған һый. □ Магарыч. Мәгәрис ҡуйыу. Мәгәрис эсеу. ■ Бер көн кис Бикмырҙа, Ҡуштирәктең хәллеләре менән сауҙалашып, мәгәрис һыйынан ярайһы уҡ кәйефләнеп ҡайтты ла, әуәлге ғәҙәтенсә, Шәрғиәне ҡосаҡлап иркәләргә кереште. Ә. Хәкимов.
МӘҒАЗ [ғәр. (р.: укрытие; И.: cover; T.: maaz) и. иҫк.
Һаҡлана, һыйына торған урын. □ Укрытие, убежище. Мәғазда ултырыу.
♦ Мәғаз Алла Алла һаҡлаһын. □ Да сохранит Аллах. И Йөрәк яна, эстәр боша, ғәжәп-хайран, мәғаз Алла, ислам дине булһа вайран. Мөнәжәттән.
МӘҒАНИ [ғәр. и. иҫк. ҡар. мәғәнә. Мәғани һалыу. ■ Үҙеңсә мирза булғас, ҙур ҙа булһаң, тәкәббер булмағыл, әй, би мәғани! М. Ғафури. Кичубән бәррә сурәтедин сәрасәр, мәғани бәхредә йөзмәк кәрәктер. Ш. Зәки.
МӘҒАРИФ [ғәр. (р: просвещение; И.: education; enlightenment; T.: maarif) и.
1. Аң-белем; ғилем, мәғрифәт. □ Просвещение, образование. Мәғариф кимәле. ■ Үҙенең бөтә ижады менән ул [М. Аҡмулла] туған халҡын ағартыу эшенә хеҙмәт итергә тырышты, төп иғтибарын мәғариф,
әхлаҡ, этика мәсьәләләренә йунәлтте. Ғ. Ҡу-нафин. Ошо бигук оҙон булмаған ваҡыт арауығында башҡорт милли ойошмалары берлеге халҡыбыҙҙың уҙаңын тергеҙеу, телебеҙҙе һаҡлау һәм уҫтереу, мәғариф һәм мәҙәниәт әлкәләрен юғарыраҡ кимәлгә кутәреу һәм, ғөмумән, милли яңырыу юлындағы башҡа бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеу буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. «Йәшлек», 23 декабрь 2010. Мирсалих Биксурин - XIX быуатта Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт уҫешендә уҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәрҙәребеҙҙең береһе. Р. Шәкүр.
2. Уҡыу-уҡытыу эше. □ Просвещение, образование. Мәғариф министрлығы. Мәғариф хеҙмәткәре. Мәғариф булеге. Мәғариф әлкәһе. Мәғарифҡа хеҙмәт итеу. Мәғарифты яҡшыртыу. Мәғарифтың почёт билдәһе. Мәғариф системаһы. ■ [Директор:] Бына көтөлмәгән бер буләк. Уны райондың мәғариф булеге мөдире беҙҙең бер билдәһеҙ уҡыусыға ебәргән. Ф. Иҫәнғолов. Етәкселәрҙең, уҡыусылар һаны әҙ, тигән һылтау менән белем усағын ябыуҙары «Мәғариф тураһында»ғы законға ҡаршы килә. «Киске Өфө», № 36, 2011.
МӘҒАРИФЕ ТӘХСИЛ [ғәр.
(Р: учёба; И.: learning; T.: eğitim) и. иҫк.
Белем алыу. □ Учёба. ■ Мәғарифы тәхсилдән һис бер ваҡыт ирекмә. Ш. Бабич.
МӘҒАРИФСЫ (Р: работник просвещения; И.: employee (in education); T.: maarif-çi) u.
Аң-белем таратыу, уҡытыу эше менән шөғөлләнеүсе. □ Работник просвещения. Мәғарифсы булыу. Мәғарифсы булмәһе. Мәғарифсы телмәре.
МӘҒАСИ [ғәр. (Р: грех; И.: sin; Т.: günah) и. иҫк.
Хоҙай тарафынан хупланмай тип иҫәпләнгән эш; гөнаһ, яҙыҡ. □ Грех. Мәғаси ҡылыу. Мәғаси булыу. Мәғасиҙан һаҡланыу. ■ Был хәсрәткә мине кундер, мәғасиҙан мине дундер. Бәйеттән.
МӘҒА ҺӘҘА [ғәр. £*] (Р: вместе с тем; И.: alongside with; T.: oysa ki) бәйл. иҫк.
445