МӘРХӘМӘТ ИТЕҮ
мәрхәмәте килгәндер инде, Тимеркәй иртә менән аҙбар артында йоҡлап ятҡан сағында, уны уятып, өйгә алып инде. Д. Юлтый. Заманында интизар булып, ялыу, шикәйәттәр яҙғыланыҡ [Өфө провинцияһы башҡорттары], мәрхәмәт өмөт итеп, ялынып-ялбарып ҡараныҡ оло турәләргә. Ғ. Хөсәйенов. [Жирников — Тимашевка:] Ул [Антошка ] һеҙҙең мәрхәмәтегеҙҙе онотмаҫ, тоғро хеҙмәт итер. 3. Ураҡсин.
МӘРХӘМӘТ ИТЕҮ (мәрхәмәт ит-) (Р.: проявлять милость; И.: show mercy to; T.: merhamet etmek) ҡ.
Ҡыҙғанып, рәхимлек күрһәтеү, яҡшылыҡ эшләү, аяу. □ Проявлять милость, оказывать милосердие; проявлять жалость, сострадание. Мәрхәмәт итеренә ышаныу. ■ Мин дә һине хөрмәт итәм, мәрхәмәт ит, һинән һорай мәжрух йөрәк, мөрһим туташ. Ш. Бабич.
МӘРХӘМӘТ ҠАҒЫҘЫ (Р.: прощение; И.: forgiveness; T.: bağışlama) и. тар.
Бола йәки һуғыштан һуң еңелгән халыҡҡа ғәфү һәм шәфҡәт белдереп яҙылған рәсми мөрәжәғәт. □ Прощение, помилование. Мәрхәмәт ҡағыҙы килеу.
МӘРХӘМӘТ ҠЫЛЫУ (мәрхәмәт ҡыл-) ҡ. ҡар. мәрхәмәт итеү. Мәрхәмәт ҡылырға әҙер тороу.
МӘРХӘМӘТЛЕ (Р: милостивый; И.: element; T.: merhametli) с.
1. Кешегә ҡарата йомшаҡ, яҡшы күңелле; рәхимле, шәфҡәтле. □ Милостивый, милосердный; сострадательный, участливый, сердобольный. Мәрхәмәтле кеше. И Тумерем юлдарында Тыуған илдәй мәрхәмәтле әсә тапманым. Б. Вәлит. [Янаралдың] Мәскәу-ҙә яуыз Пугачёвтың башын сапҡандарын ҡарап, Санкт-Петербургта мәрхәмәтле государыня-матушка ҡулынан орден, башҡа буләктәр алып, мәртәбәһе уҫтерелеп ҡайтыу ына, шартлатып урыҫса һөйләшеп йөрөй ине инде [Роман]. Б. Рафиҡов.
2. өнд. Кешегә түбәнселек һәм ихтирам менән өндәшкәндә әйтелә. □ Милостивый, милосердный. ■ Рәхмәт һеҙгә, мәрхәмәтле тупраҡ, Сәрмәсәндең тоноҡ һыуҙары. М. Кәрим.
МӘРХӘМӘТЛЕК (мәрхәмәтлеге) (Р: благодеяние; И.: benefaction; T.: merhamet-lilik) и.
Кешегә ҡарата булған яҡшылыҡ; мәрхәмәтле булыу сифаты. □ Благодеяние, добродетель. Мәрхәмәтлек курһәтеу. ■ Кеше рухи яҡтан тарҡала, унда кешелек сифаттары — игелек, мәрхәмәтлек юғалғандан-юғала барып, ундай бәндәләр тарих суплегенә китеу менән онотола. М. Хужин. Эй утындар! Купме мәрхәмәтлек һеҙҙең утта, һеҙҙең ялҡында! Һеҙ уҙегеҙ янып, кешеләрҙе йылытаһығыҙ бит һалҡында. Н. Нәжми. [Хат яҙыусы бер башҡорт — башҡаларына:] Әбей батшаны һәр кемгә хоҡуҡ, мәрхәмәтлек хаҡында һөйләргә ярата, тиҙәр. Дин, выждан иркен шуға бәйләберәк нигеҙләһәк, һәйбәт булыр ине. Ғ. Хөсәйенов.
МӘРХӘМӘТҺЕҘ (Р: безжалостный; И.: ruthless; T.: merhametsiz) с.
Рәхимһеҙ, шәфҡәтһеҙ. □ Безжалостный, бессердечный, немилосердный; жестокий. Мәрхәмәтһеҙ кеше. ■ Эҙ ҡалдырҙы зәғиф тәндәрендә мәрхәмәтһеҙ байҙар ҡамсыһы. X. Ғәбитов. Ваҡыт мәрхәмәтһеҙ: көҙ етһә, донъяға йәм биргән йәм-йәшеллекте юҡҡа сығарып, донъяны шыҡһыҙ яһай, әҙәм балаһын да теләһә ҡайһы минутта ҡара ер ҡуйынына илтеп һала. М. Хужин. [Нәфисә — Зәкигә:] Һине аҡтыҡ куреуемме икән ни? Ниңә тормош шулай мәрхәмәтһеҙ! — тине Нәфисә өмөтһөҙлөк менән. Н. Асанбаев.
МӘРХӘМӘТҺЕҘЛЕК (мәрхәмәтһеҙлеге) (Р: безжалостность; И.: cruelty; Т.: merhametsizlik) и.
Мәрхәмәтһеҙ булыу сифаты; шәфҡәтһеҙлек, рәхимһеҙлек. □ Безжалостность; бессердечность, немилосердность, жестокость. Мәрхәмәтһеҙлек курһәтеу. Мәрхәмәтһеҙлек билдәһе. Мәрхәмәтһеҙлек һөҙөмтәһе. ■ Куптән тугел генә ихлас куңелдән һөйгән кешеһе өсөн хәҙер бер минуты ла йәлме ни инде? Был бит иҫ киткес мәрхәмәтһеҙлек, ҡанһыҙлыҡ. Н. Мусин. Асанбайҙың оятһыҙлығы, мәрхәмәтһеҙлеге крәҫтиән-дәрҙең электән тулышып килгән асыуын тағы ла ҡабарта төшә. И. Кинйәбулатов. Маҡтымһылыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына
486