МӘРӘКӘЛӘҮ
хас булмаған ҡаты бәғерлелек, мәрхәмәтһеҙлек күрһәтә. Н. Зарипов.
МӘРҺӘМ [ғәр. (Р.: бальзам; И.: balm; T.: merhem) и. иҫк.
Яраға һөртә торған шифалы май. □ Бальзам, целебная мазь. Мәрһәм һөртөү ■ Һай, һуҙҙең ҡөҙрәте! Кеше күңелен тугел, хатта ташты ла иретер. Бигерәк тә Фәруәз Лоҡманович кеуек шан-шәукәткә ҡойоноп өйрәнгән затҡа бындай һуҙ уҙе бер мәрһәм инде. М. Ямалетдинов.
МӘРӘЙ (Р: цель; И.: aim, target; T.: nişan) и.
1. Төҙәп атҡан нәмә; сәп. □ Цель (при стрельбе); мишень. Мәрәйгә тейҙереу. Мәрәйгә уҡ менән атыу. Йыйылған мәрәйҙе һанау. ■ Соҡор ауылы янындағы Һырған кул тигән мәшһур урын — Иҫән хан менән Суртмаҡ хандың мәрәйгә атышҡан урыны. Башҡорт шәжәрәләренән.
2. Атыу ярышы, уйыны. □ Состязания по стрельбе. Мәрәй уйнау. Уҡыусы балалар мәрәй уйнай.
3. Ярыш уйындарындағы отошто һанау берәмеге. □ Очко. Мәрәй һалыу. Ун мәрәй алыу. ■ Миңлегөл ипләп кенә урынынан торҙо, ултырыусыларға алмаш-тилмәш ҡарап, уҙенә ниндәй мәрәй бирелеуен көттө. Н. Мусин. Айраттың мәрәйҙәре иптәше-некенә ҡарағанда куберәк ине. Экспедиция материалдарынан. Илле йәшемә тиклем баш ҡаланан, тимәк, әҙәби мөхиттән ситтә йәшәһәм дә, ижадым оло-оло әҙиптәрҙең иғтибар үҙәгендә булды — шуныһына шө-көр. Иң мөһиме, улар биргән баһа сәйәси мәрәй йыйыуға иҫәпләнгән ойоштороу буйынса тугел, ә куңел ҡушыуы буйынса ине. М. Ямалетдинов.
МӘРӘЙЛЕК (мәрәйлеге) (Р: прицел; И.: back-sight; bead; T: nişangâh) и.
Ҡулдан атыу ҡоралының ҡарауыл аша сәпкә туралап тоҫҡай торған киртекле ҡулайламаһы. □ Прицел (ружья, винтовки). Мәрәйлектән ҡарау. • Мәрәйлектә — мәргәнлек ирке, мәргәнлектә — егетлек курке. Әйтем.
МӘРӘКӘ I (Р: забава; И.: amusement; Т: şaka) и.
1. Көлкө килтергес эш-хәл, ҡыҙыҡлы күренеш. □ Забава, шутка. Мәрәкә табыу. Мәрәкәгә әуәҫ малайҙар. ■ Мәрәкә лә кәрәк ине ҡоршау кеуек ҡыҫҡан көсөргәнеште йомшарта төшөргә, хатта битараф төҫтә ултырыусы Юлай ҡарттың ирененә йылмайыу ҡунды. Б. Рафиҡов.
2. Уйынсалап әйтелгән көлкө килтергес һүҙ, көлкөлө хәбәр. □ Забава, шутка. Мәрәкә тыңлау. Мәрәкә һөйләу. ■ [Мәрхәбә — Фәруҡшаға:] һин улай мәрәкәгә борма әле. .. Ошолай буйҙаҡ булып тағы купме йөрөргә итәһең? «Ағиҙел», № 9, 2010. Кухнянан тыңлап торған Фәйрузәһе [Арын-баҫаровтың ҡатыны] мәрәкәне ҡабул итмәне. Д. Бүләков.
МӘРӘКӘ II (Р: забавный; И.: amusing; Т: eğlenceli) с.
1. Көлкө килтергес; ирмәк, ҡыҙыҡ. □ Забавный, потешный. Мәрәкә һуҙ. ■ Бөтәһе лә [тыңлаусылар] баш ҡағыу менән сәсәндең мәрәкә һуҙҙәрен хуплайҙар һәм .. бер тауыштан: «Һай, ирҙең аҫылы! Йөҙ йәшә!» — тип ҡысҡырып ебәрәләр. Эпостан. Улар [ҡыҙҙар] хушлашыр алдынан уйнала торған мәрәкә уйынды башланылар. Я. Хамматов.
2. Ҡылығы, ҡыланышы үҙенә бер төрлө мәҙәк булған; ҡыҙыҡ. □ Забавный, потешный. Мәрәкә кеше. ■ Ҡала балаһы мәрәкә лә инде: һаҡалдан тотоп ҡарайҙар, тубәтәйҙе систереп кейәләр. Р. Низамов.
МӘРӘКӘ III (Р: забавно; И.: amusingly; T: eğlenceli bir şekilde) р.
Ирмәк, ҡыҙыҡ, шаяртып. □ Забавно, шуточно. ■ Рауза, һене ҡатып көлөп, мендәренә ҡапланды. Сибәғәткә был мәрәкә куренде, һаһылдап көлөп ебәргәс, уҙ тауышын уҙе танымай торҙо — был рәуешле көлмәгәненә купме ғумер үткән! Т. Ғарипова. Ҡарап тороуы бер мәрәкә: Хәировы бәләкәй генә, ә Рая — алпамыша! КРАЗ менән полуторка һымаҡ тора былар. Р. Солтангәрәев.
МӘРӘКӘЛӘҮ (мәрәкәлә-) (Р: забавлять кого', И.: amuse; T.: şaka etmek) ҡ.
Шаяртып, уйынсалап әйтеү, көлкөгә бороп һөйләү. □ Забавлять кого; подшучивать над кем. Мәрәкәләп һөйләшеу. ■ Шофёр егеттәр төрттөрөу, мәрәкәләу тугел,
487