Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 488


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘРӘКӘЛӘШЕҮ
һуҙҙәрен дә әйтә алмай тора. Р. Солтангәрәев. Салауаттың куңеле киң: Иванды ла саҡырырбыҙ, Янғантау йылыһы уға ла етер. Ҡәнзәфәр, мәрәкәләп, ҡуй, ул кафыр бит, тип ҡаршы төшә. Б. Рафиҡов. Талха тегеләр [ирҙәр] мәрәкәләгән һайын һаман һауаланып, кутәрелеп китте һәм маҡтанып борсаҡ сәсеп ултырҙы. Ж. Кейекбаев.
МӘРӘКӘЛӘШЕҮ (мәрәкәләш-) ҡ. урт. ҡар. мәрәкәләү, взаимн. от мәрәкәләү. Мәрәкәләшеп ултырыу. Мәрәкәләшеп алыу. ■ Яңы секретарҙың ҡырыҫлығын тойоп, мәрәкәләшеу туҡталып ҡалды. Д. Бүләков. Байрамһыҙ ҡалыу ына йәне көйгән кешеләр, ашхана ишегенә яҙып ҡуйылған бел-дереуҙе куреу менән, уҙ-ара мәрәкәләшеп, киске уйын тураһында әңгәмәләшкән була. Р. Солтангәрәев.
МӘРӘКӘН (Р: сорт картофеля; И.: potatoe variety; T.: patates türü) и. диал.
Аҡһыл ҡыҙыл картуф сорты. □ Сорт картофеля.
МӘРӘКӘСЕ (Р: затейник; И.: entertainer; T.: şakacı) и.
Шаян һүҙҙәр һөйләргә яратыусы, ҡыҙыҡ һүҙ оҫтаһы. □ Затейник, затейница. Мәрәкәсе һуҙе. Мәрәкәсе шаярыу ы. ■ Мәрәкәсенең һуҙенә кеше һыны ҡатып көлә, ә уҙе йылмайып та ҡарамай. Р. Бикбаев.
МӘРӘКӘСЕЛ I (Р: затейливый; И.: inventive; T.: şakacı) с.
Шаян һүҙгә, мәрәкә һүҙгә әүәҫ. □ Затейливый, шутник. Мәрәкәсел кеше. Мәрәкәсел еңгәй. Мәрәкәсел студенттар.
МӘРӘКӘСЕЛ II (Р: затейливо; И.: in а jocular way; T.: eğlenceli bir şekilde)
Шаян, мәрәкә, шуҡ. □ Затейливо. ■ Азамат куҙ йугертеп сыҡҡас та йылмайып ҡуйҙы, шунан бер ни өндәшмәй генә теге-гә [Князевка] мәрәкәсел ҡарап ултырҙы. Р. Солтангәрәев.
МӘС (Р: кожаный сосуд; И.: leather vessel; T.: deri kap) и. этн.
Ҡымыҙ, ҡатыҡ һалыу өсөн тиренән тегелгән һауыт. □ Кожаный сосуд. Мәс тегеу. Мәс йыуыу. Мәс биреп тороу. ■ Айран яҙып, май тасҡап, бары мәскә һалынды. М. Буранғолов.
МӘСАРИФ [ғәр. (Р: расход; И.: expenditure; T.: masraf) и. иҫк.
Тотолған аҡса; сығым. □ Расход, издержки, затраты. / Расходный. Уҡыу-уҡытыу мәсарифы. Мәсарифты иҫәпләу. Кейем, кәрәк-яраҡтар өсөн мәсариф.
МӘСАФӘ [ғәр. (р: расстояние; И.: distance; T: mesafe) и. иҫк.
Ике аралағы алыҫлыҡ. □ Расстояние. Мәсафә бер миҡдарҙа. Мәсафа 10 метр тирәһе. ■ Ҡайһы юл менән ҡайтһам да мәсафә бер миҡдарҙа булғанға курә, мин һуҙһеҙ риза булып сығып киттем. М. Ғафури.
МӘСБУК [ғәр. сзз^] (Р: обучаемый; И.: educable; T: öğrenci) с. иҫк.
Кемдәндер белем алыусы, өйрәнеүсе; уҡыусы, һабаҡ алыусы. □ Обучаемый. Мәс-буҡ ҡатын. ■ [Мифтах:] Бөгөн мәсбуҡ шәкерттәргә кустәнәс тапшыра торған көн. Уларға яҡындары һәм дуҫтары килер, кустәнәс, йылы һуҙ, куҙ йәше ҡалдырып китер. К. Мәргән.
МӘСҒҮД [ғәр. (Р: счастливый; И.: happy; T: mesud) с. иҫк.
Рәхәтлек, ләззәтлелек тойғоһо кисергән; бәхетле. □ Счастливый. Мәсғуд бала саҡ. Мәсғуд ғаилә. Мәсғуд ҡартлыҡ. ■ Ана, ел сәскә-гөлдәрҙе һөйөп әкрен генә иҫте, ирекле, мәсғуд илдәрҙе сәләмләп таң менән кисте. Б. Мирзанов. Һин [автор] мәсғуд тугелһеңме, балам? — тигән ине [олатайым]. — Дөрөҫ! Мин мәсғуд инем. М. Ғафури.
МӘСҒҮДИӘТ [ғәр. (Р: счастье;
И.: happiness; T: mesudiyet) и. иҫк.
Бик күңелле кисереш хәле; бәхет, ҡәнәғәтлек, рәхәтлек. □ Счастье, блаженство. Мәсғудиәт кисереу. Уларға мәсғудиәт теләу. ■ Йөрәгеңде ташҡа өйләндергән ауыр ғазаптар, башты сыуалтҡан ҙур борсоуҙар ҡөҙрәт ҡулы менән алып ташлана, тәрән мәсғудиәт эсенә сумаһың. Ғ. Ибраһимов.
МӘСЕ и. диал. ҡар. мәрәй 3. Мәсе йыйыу.
МӘСЕКӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
488