Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 489


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мәскәй
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бурзян-цев. Мәсекәй башҡорттары. Мәсекәй тарихы. Мәсекәйҙәр йәшәгән төбәк. Мәсекәйҙәр араһы.
МӘСЕЛЕЙ (Р.: щучка; И.: jack; T.: küçük turnabalığı) и. зоол. диал.
Ваҡ сурағай; зыйтым. □ Щучка, маленькая щука. Ала мәселей. Ҡара мәселей.
МӘСЕМ с. диал. ҡар. мәскәй I, 1. Мәсем менән ҡурҡытыу.
МӘСЕН и. иҫк. ҡар. мәүсим. ■ Яҙғы ла ғына килгән ас кәкук саҡыра ла мәсен менән мәулен башында. Халыҡ йырынан.
МӘСЕТ [ғәр. (Р.: мечеть; И.: mosque; T.: cami, mescit) и. дини.
Мосолмандарҙың йыйылып намаҙ уҡый торған махсус йорто. □ Мечеть. Манаралы мәсет. Ауыл мәсете. Мәсет асыу. Мәсеткә йөрөу. ■ Тубәнән ҡәлғәнең аҡһыл һорғолт таш диуарҙары, Дондың ҡәлғәгә һуғылып аҡҡан текә яры, диуар артындағы ой ту-бәләре, мәсет манаралары ус төбөндәгеләй куренеп ята. Ғ. Хөсәйенов. [Мулла:] Хоҙай йорттарының ҡайҙа һалыныу ы ер яратылғанға тиклем ук билдәләп ҡуйылған. Мин курә алмам, һеҙ, моғайын, курерһегеҙ: уҙегеҙ булмаһа, уландарығыҙ шуларҙы кире мәсеткә әйләндереп йөрөйәсәк. Т. Ғарипо-ва. Ҡотлоғужа байҙың өйөнән алыҫ тугел мәсет манараһы, осондағы ай ҡыйпылсығын ургә сөйөп, тынып ҡалған. Н. Мусин.
МӘСЕТ ИШЕГЕ (Р: дверь мечети; И.: door mosque; T.: cami kapısı) и. йола.
Бала табыусы ҡатын оҙаҡ ауырыһа, баланың донъяға килеү юлдарын асыу маҡсатында ҡулланылған предмет. □ Дверь мечети (в родинном обряде символизирует открытие родовых путей). ■ Бала оҙаҡ тыумаһа, мәсет ишеген алғандар. Йола фольклорынан.
МӘСЕТ МАНАРАҺЫ и. дини. ҡар. манара. Мәсет манараһы куренеу. Мәсет манараһына кутәрелеу.
МӘСЕТ ЭЙӘҺЕ (Р: дух мечети; И.: spirit of a mosque; T.: Cami iyesi) и. миф.
Мәсет бинаһында йәшәүсе мифик зат, мәсет хужаһы. □ Дух мечети. Мәсет эйәһен ризалатыу.
МӘСИН и. диал. ҡар. маймыл. • Ҡарға ҡарсығаның аҙғаны, мәсин — кешенең аҙғаны. Әйтем.
МӘСИН ЙЫЛЫ и. диал. ҡар. Маймыл йылы. Мәсин йылында тыуған.
МӘСИХ [ғәр. (Р.: часть ритуала омовения; И.: part of the ablution ritual; T.: mesh) u. pum. дини.
Дини ҡағиҙә буйынса, тәһәрәт алғанда еүеш ҡул менән баш, ҡолаҡ, муйынды, намаҙ алдынан өс бармаҡ менән ситек йөҙөн һыйпап ирешелгән «таҙалыҡ». □ Часть ритуала омовения, совершаемого перед чтением намаза. Ситеккә мәсих тартыу. Мәсихте боҙоу. ■ Ситек сисеп һыйпаһаң, мәсих боҙола инде, яңынан аяҡ йыуып кейергә кәрәк. һ. Дәүләтшина.
МӘСИХ ҠЫЛДЫРЫУ (мәсих ҡылдыр-) (Р: обмывание покойника; И.: ablution of the dead; T: meshetmek) ҡ.рит. дини.
Мәйеттең башын, йөҙөн, ҡолағын, танауын йыуыу йолаһы. □ Обмывание покойника. Мәсих ҡылдырыу йолаһын утәу.
МӘСКҮН [ғәр. (Р: населённый; И.: inhabited; T.: meskun) с. иҫк.
Кеше йәшәгән; кешеһе булған. □ Населённый, обитаемый. Мәскун ер. Мәскун урын. ■ Йәғни ҡала вә ҡәлғәләре бар, мәғ-мур вә мәскун, йәғни кусмәле тугел ине. М. Өмөтбаев. [Хәҙрәт:] һеҙ, мулла Вәхит, рөбөгө мәскундең куп ерҙәрен ку-реп ҡайттығыҙ. Йөрөгән ерҙәрегеҙҙә көн-курештәр нисек? М. Ғафури.
МӘСКӘЙ I (Р: Баба-яга; И.: Baba-Yaga; T.: cadı) и. миф. ҡар. Мәскәй әбей.
1. Ышаныуҙар буйынса, төрлө һүрәткә инә алған сихырсы ҡатын-ҡыҙ заты. □ Баба-яга. ■ Һором яғылғандай ҡусҡыл, быжыр йөҙлө, ҡарсыға танаулы курәҙә, әкиәттәге мәскәй кеуек, ҡот осорорлоҡ йәмһеҙ ине. Ә. Хәкимов. Мәскәйҙең осҡон бөркөп осоп барыуын курһәң, иҙеуҙе ысҡындырып уҡынырға кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
489