мәскәй
2. Туя белмәҫ кеше; убыр. □ Обжора. Мәскәй кеуек куп ашай.
МӘСКӘЙ II (Р.: детская игра; И.: bobcherry; T: çocuklar oyunu) и. этн.
Балалар уйыны (туңәрәк яһап ултыралар; араларынан Мәскәй әбей менән инәй һайлап ҡуялар; «Оло мөрйәгеҙҙән инеп, кесе мөрйәгеҙҙән алып сығырмын», — тип, Мәскәй әбей балаларҙы берәм-берәм алып китергә, инәй бирмәҫкә тырыша). □ Детская игра.
МӘСКӘЙ КҮҢЕЛЕ (Р.: дух упыря; И.: ghoul spirit; T: cadının ruhu) и. миф.
Мәскәй әбей йәне. □ Дух упыря. ■ Мәскәй ултермәһә лә, уның куңеле тейә һәм кеше ауырый. Башҡорт мифологияһынан.
МӘСКӘЙ ӘБЕЙ (Р: Баба-яга; И.: BabaYaga; T: cadı) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, төрлө һүрәткә инә алған сихырсы ҡатын-ҡыҙ заты; мәскәй. □ Баба-яга. ■ Мәскәй әбей баш ҡарата, кешенең йөрәген, елеген, ҡанын һура. Яҡшы мәскәй кешегә юл өйрәтә, яман мәскәйҙән ҡурсалай, ярҙам итә, курәҙәлек ҡыла. Башҡорт мифологияһынан.
МӘСКӘН [ғәр. û5^] (Р: дом; И.: house; home; T: mesken) и. иҫк.
Йәшәгән урын; торлаҡ, торған өй. □ Дом, жилище. Мәскәнһеҙ ҡалыу. ■ Ғабдулланың хәҙер Ҡазанда мәскәне. Ш. Бабич.
МӘСКӘҮ I (Р: петля для ловли рыб; И.: fishing noose; T: bür tür ağ) и. балҡ.
Сурағай, шамбы, бәрҙе кеүек бер урында ҡуҙғалмай ята торған балыҡтарҙы тотоу өсөн ҡылдан йәки йомшаҡ тимерсыбыҡтан яһалған бәләкәс кенә ҡороҡ. □ Петля для ловли рыб (волосяная или проволочная). Мәскәу менән тотоу. Мәскәу уреу. Мәскәуҙе тотоп ҡарау. ■ Тубәндә, яр аҫтында ята сурағай. Мәскәуен һуҙып, яй ғына ынтылды ағай. Ш. Бикҡолов.
МӘСКӘҮ II (Р: оборка; И.: frill; T: farbala) и.
Ҡатын-ҡыҙҙың күлдәк итәгенә уратып баҫҡан тар буй; ҡатмар, итәк. □ Оборка. Ике рәт мәскәу һалып тегелгән.
МӘСКӘҮЛЕ I (Р: с оборкой; И.: valanced; T: farbalalı) с.
Мәскәү һалып тегелгән. □ С оборкой. Мәскәуле кулдәк. Мәскәуле итеу.
МӘСКӘҮЛЕ II (Р: москвич; И.: Moscovite; T: Moskovah) и.
Мәскәүҙә йәшәүсе кеше. □ Москвич, житель Москвы. Мәскәулеләр метрола кубе-рәк йөрөй.
МӘСКӘҮЛӘҮ I (мәскәүлә-) (Р: ловить рыбу петлёй; И.: fish using a fishing noose; T.: balık tutmak) ҡ. балҡ.
Мәскәү (I) менән тотоу. □ Ловить рыбу петлёй. Балыҡ мәскәуләу. Шамбы мәс-кәуләргә йөрөу. ■ Төлкөсура оҫта мәскәуләй ине балыҡты. Шуға курә Ҡотдос, уҙе һемәйеп ҡалмау өсөндөр инде: «Һин берҙе мәскәу-лә лә мин берҙе алғанды көтөп тор, уртаҡ булһын», — тигән тәртип ҡуйҙы. Н. Мусин.
МӘСКӘҮЛӘҮ II (мәскәүлә-) (Р: делать с оборками; И.: fish using a fishing noose; T.: farbala ile süslemek) ҡ.
Мәскәү (П) һалыу, мәскәүле (I) итеү. □ Делать с оборками. Кулдәкте мәскәуләп тегеу.
МӘСЛИХӘТ I [ғәр. (Р: целесообразный; И.: expedient; T.: maslahat) с. кит.
1. иҫк. Эш-хәл файҙаһына ярашлы, ҡулай булған; урынлы. □ Целесообразный, нужный. Мәслихәт эш. Мәслихәт булыу. Мәслихәт куреу. ■ Фәҡәт минең яратыуым, минең мәслихәт куреуем менән генә эш булмай. М. Ғафури. Мәулет ҡорҙаштың Ҡил-дебайҙы зилский яһарға кәрәк тигәне бик дөрөҫ. Ул ике ауылға билдәле кеше, эште уйлап эшләй торған кеше. Хәҙер унан да мәслихәт кеше табыу ҡыйын булыр. Ғ. Дәүләтшин. Фәҡәт минең яратыуым, минең мәслихәт куреуем менән генә эш булмай. М. Ғафури. Хеҙмәт итһәң мәслихәт һин илеңә, ебәк билбау булыр ул уҙ билеңә. М. Өмөтбаев.
2. Ҡемделер йәки нимәнелер хуп күреп, ҡеүәтләгәндә әйтелә. □ Очень хорошо! Прекрасно! ■ [Халыҡ:] Быныһы яраған! Быныһы мәслихәт! К. Мәргән. [Зәки:] Бик мәслихәт, Тунджер, рәхмәт! Н. Асанбаев. Радиола эшләгән Гузәл апайҙың телмәренә иғтибар итәһегеҙҙер, ул һәр ваҡыт «мәслихәт» һуҙен ҡуллана. «Йәшлек», 23 сентябрь 2011. Бик мәслихәт һөйләйһең, — тине кемдер алғы рәттәрҙән. М. Хужин.
490