Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 491


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘСТЕР
МӘСЛИХӘТ II [ғәр. ] (Р.: совет; И.: advice; T.: maslahat) и. иҫк.
Уртаҡ бер уңай фекергә килеү өсөн һөйләшкән һүҙ; кәңәш. □ Совет, рекомендация. Мәслихәт биреу. Мәслихәт һорау. Мәслихәт биреусе.
МӘСЛИХӘТ ҠЫЛЫУ (мәслихәт ҡыл-) ҡ. ҡар. мәслихәтләү. ■ [Мәсем хан] хал-ҡымды шул бәләнән ҡотҡарығыҙ, тип батырҙарға мәслихәт ҡылған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
МӘСЛИХӘТЛЕ (Р.: согласованный; И.: consentaneous; T.: mutabakat) с.
Кәңәшләшеп эшләнгән, хупланған. □ Согласованный. Мәслихәтле эш. Мәслихәтле башланғыс булыу. Мәслихәтле сара. ■ Бигерәк мәслихәтле булды әйткән һуҙец, минец өсөн ни эшләргә уйлайһың бөгөн? Халыҡ ижадынан.
МӘСЛИХӘТЛӘҮ (мәслихәтлә-) (Р: посоветовать; И.: give advice; T.: tavsiye etmek) ҡ. һөйл.
Уңай фекергә килеү өсөн кәңәш биреү, кәңәш итеү. □ Посоветовать. ■ [Әбделмыр-ҙа ахун:] Быға [ил эшенә] мин, йәғни мәҫәлән, Таймаҫ тархандан да мәғкул затты курмәйем. Тарханыбыҙҙы мәслихәтләйем. Ғ. Хөсәйенов.
МӘСЛИХӘТЛӘШЕҮ (мәслихәтләш-) (Р: советоваться между собой; И.: seek advice with each other; T.: danışmak) ҡ. һөйл.
Уртаҡ бер уңай фекергә килеү өсөн һөйләшеү; кәңәш итешеү, кәңәшләшеү.
□ Советоваться между собой. Уйын барышында мәслихәтләшеу. ■ [Сапаҡан мулла:] Килдебай ҡустының куп хеҙмәттәрен белмәйһегеҙ әле. .. Бик ҡул, бик мәслихәт кеше. Беҙҙең ауыл, Мәулетбай ағай менән мәслихәтләшеп, бер төрлө һуҙ төйнәгәйнек инде. Ғ. Дәүләтшин.
МӘСЛИХӘТҺЕҘ (Р: несогласованный; И.: not concerted; T.: mutabik kalınmamış) c. иҫк.
Кәңәшләшеп эшләнмәгән, ярамаған.
□ Несогласованный. И Ыласын кеуек кенә ир булһаң да, мәслихәтһеҙ эштәр ярамай. Халыҡ йырынан.
МӘСЛӘК (мәсләге) [ғәр. u5LUa] (р: убеждение; И.: persuasion; T.: meslek) и. иҫк. ҡар. йүнәлеш.
Билдәле бер йүнәлеште тотҡан юл.
□ Убеждение, мировоззрение; принцип, идея, цель. Сәйәси мәсләк.
МӘСЛӘКЛЕ (Р: убеждённый; И.: confirmed; T.: meslekli) с. иҫк.
Үҙенең йүнәлеше, принциптары булған.
□ Убеждённый, идейный; имеющий свои принципы, убеждения. Мэслэкле депутат.
МӘСЛӘКТӘШ (Р: единомышленник; И.: like-minded person; T.: meslektaş) и. иҫк.
1. Ҡарашы, фекере, тотҡан юлы уртаҡ кеше; фекерҙәш. □ Единомышленник. Мәсләктәш табыу. Әсәйем миңә мәсләктәш.
2. Бергә эшләгән кеше; коллега. □ Коллега. ■ Ғәзиз мәсләктәштәрем, шәкерттәр! Рәсәйҙең хәлдәренә ғибрәт менән куҙ һалһағыҙ, замананың ни ҡәҙәре әһәмиәтле бер заман икәнен белерһегеҙ. М. Ғафури.
МӘСНӘҮИ [ғәр. (Р: месневи; И.: distich; T.: mesnevi) и.
Көнсығыш халыҡтары әҙәбиәтендә: ике юлы бер рәттән рифма менән берләштерелгән шиғыр. □ Месневи, двустишие. Мәснәуи уҡыу. Мәснәуи шиғыр. И М. Өмөтбаев шиғырҙарының кубеһе мәснәуи һәм робағи ҡалыптарында ижад ителгән. Ғ. Ҡу-нафин.
МӘСТ [фарс. (Р: пьяный; И.: drunken; T.: mest) с. иҫк.
Иҫерткес эсемлек тәьҫирендәге; айныҡ түгел; иҫерек. □ Пьяный, нетрезвый, хмельной. / Пьяница. Мәст кеше. Мәст килеш. ■ Ҡулына ҡай ямандың төшһә гәуһәр, булалыр шул яманға мәсттән артыҡ. М. Аҡмулла.
МӘСТЕР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һыҙғы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени сызгы. Мәстер батыры. Мәстерҙәр тарихы. Мәстер аймағы кешеһе.
491