Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 494


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мәҫәлән
баҫтырыу. ■ [Профессор:] Йә, коллегалар, ярар, һандуғасты мәҫәл менән һыйлаған кеуек булып китте. Д. Бүләков. М. Өмөтбаев поэзияһы жанрҙар йәһәтенән бик уҙенсәлек-ле: унда лирик шиғырҙар ҙа, шикайәт тә, элегия, шулай уҡ мәҫәл дә бар. Уның «Ҡайыш илә Йукә» исемле мәҫәле әҙәбиәтебеҙ тарихында киң билдәле. Р. Шәкүр.
МӘҪӘЛӘН [ғәр. ЬСи] (Р.: например; И.: for example; T.: meselâ) инш.
Әйткәнде дәлилләү өсөн миҫал килтергәндә ҡулланыла; миҫал өсөн. □ Например, к примеру. ■ Боронғо башҡорт ырыуҙарының һәр береһенең айырым ағасы, ҡошо, ораны, тамғаһы булған. Мәҫәлән, Асылыкул тирәһендәге ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының ҡошо — ҡарағош, ағасы — ҡарағас, ораны — салауат, тамғаһы тәңре булған. М. Сәғитов. [Моратов:] Бына, мәҫәлән, хәҙер ҡырып бөтөлгән ҡара еректе урсетеп ебәр инең әле, ул «ҡыҙыл ағас» менән донъя баҙарына сығырға мөмкин. Н. Мусин.
МӘҪӘРЕҮ (мәҫәр-) (Р.: преть; И.: become damp; T.: çürümek) ҡ. диал. ҡар. күгәреү II.
Дым тартып, иҫкереп, сереп, күк менән ҡапланыу, бәҫәреү. □ Преть. // Прение. Мә-ҫәргән бесән.
МӘТАҒ [ғәр. (Р: дорогая вещь; И.: precious item; T.: meta) и. иҫк.
Ҡиммәтле, затлы нәмә. □ Дорогая, ценная вещь. ■ Дөшде гәм кәрдәбенә шимди вежу дем кимәсе, шәйлә батдым кем, мәта-ғым, рәхт, парум ҡалмады. Ш. Зәки.
МӘТЕ (Р: вязкая, желтоватая глина; И.: silt; T.: kil) и.
1. Һылашып торған еүеш балсыҡ; туйын. □ Вязкая, желтоватая глина. Мәтенән һын. Ҡатҡан мәте. Мәтене әуәләу. ■ Аяҡ аҫты бысраҡ. Мәте кедаларҙы уба ла ебәрмәй тора. Д. Бүләков. Тау аҫтында тынсыу, унда тынһыу, унда йонсоу утте көндәрем, ҡайһы саҡта һоро мәте булды, алтын булды ҡай саҡ мендәрем. Р. Назаров. Туҡтамай һибәләгән йонсоу ямғырҙы ла, аяҡҡа сат йәбешеп ятҡан ҡуйы мәтене лә абайламай, хатта алда торған һуғыш-улеш ҡурҡынысы хаҡында ла иҫкә алмай ине ул хәҙер. 3. Биишева.
2. Ләм, лай, туйын. □ Ил, тина. Мәте ҡаплау. ■ Ҡайһы ботаҡтарына тулҡын менән ағып килгән суп-сар улән, ылымыҡ һәрмәуестәре эленеп ҡала, .. мәте баҫа.
3. Биишева.
МӘТЕЛЕ (Р: глинистый; И.: loamy; Т.: killi) с.
1. Мәтеһе булған, мәте ҡатнаш. □ Глинистый; илистый. Мәтеле урын. Мәтеле тупраҡ. ■ Ирәндек тауының шыр урман менән ҡапланған уйпатында тирә-яғын әҙәм аяғы баҫҡыһыҙ мәтеле һаҙлыҡ уратып алған «Ҡалмаҡ куле» тигән бер туңәрәк кул бар икән. Н. Иҙелбай. Яланға килеп сыҡҡас, йылға бер уйҡыл эсе менән ҡыҙыл мәтеле бейек яр аҫтынан ағып килә-килә лә, завод урамынан утеп, эре ҡамыштар араһына инеп, быуаға ҡоя. Ж. Кейекбаев.
2. Мәтегә буялған. □ Глинистый; испачканный глиной. Мәтеле итек. Өҫтө-башы мәтеле.
МӘТЕЛЕК (мәтелеге) (Р: глинистое место; И.: loamy spot; T.: killi yer) и.
Мәтеле урын, мәтеһе булған ер. □ Глинистое место. Мәтелектә йәшәгән бөжәк. ■ Йылғаның уң яғында ҡыҙыл мәтелек өҫтөндә көнсығыштан өргән ел менән кутәрелгән саң аҫтында тонсоғоп, башҡорт ауылдары ултырғандар. Ғ. Дәүләтшин.
МӘТЕЛӘНЕҮ (мәтелән-) (Р: становиться глинистым; И.: become loamy; T.: çamur-lanmak) ҡ.
Мәтелегә әйләнеү, мәтеле булыу. □ Становиться глинистым, илистым. Мәтеләнгән ер. Мәтеләнгән урын. ■ Мәтеләнгән һалҡын ергә бер баҫырға сирҡандыра. М. Кәрим.
МӘТЕН [ғәр. СА*] (Р: письмо; И.: text letter; T.: metin) и. иҫк. ҡар. текст.
Билдәле бер бәйләнештә эҙмә-эҙлекле итеп яҙылған, баҫып сығарылған йәки хәтергә һеңдерелгән һүҙҙәр, һөйләмдәр. □ Письмо, текст. Мәтен уҡыу. Мәтен биреу. Мә-тен ҡулланыу.
МӘТЕ ТАҒЫУ (Р: магический способ лечения эпилепсии; И.: magical way of healing; T.: sara hastalığını büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
494