МӘТӘЛЛӘТЕҮ
Ике күҙ араһына тура килтереп, таҡыяға мәтенән эшләнгән балдаҡ тағып, быума ауырыуын имләү ысулы. □ Магический способ лечения эпилепсии, доел. Прикрепление, подвешивание глины.
МӘТКӘ и. һөйл. ҡар. мәрйә. Мәткә менән дуҫлашыу. Мәткәне йырлатыу. Мәткәне бейетеу. ■ Тыҡрыҡтан извозчик куренде. Яҡшы пролёткала егет менән ҡыҙ. Улар бер-береһенә һыйынып ултырғандар. «Бына ул идеал, курәһец: нисек мәткәгә һыйынған ..», -тип уйланы Бурун һәм тиҙ генә тәҙрә янынан китте. Ә. Чанышев.
МӘТЛАБ [ғәр. (Р.: цель; И.:
intention; Т.: matlab) и. иҫк.
Алға ҡуйылған бурыс, теләк; маҡсат.
□ Цель, желание. Мәтлабҡа ирешеу. Мәт-лаб ҡуйыу. Мәтлаб тормошҡа ашыу. ■ Юҡ, ҡыҙыҡма, алға атла, мәтлабың унда — ары. Барыһынан бит һинең бер мәтлабың мең ҡат ғали! Б. Мирзанов.
МӘТЛУБ [ғәр. (Р.: требуемый; И.: required; T.: matlub) с. иҫк.
Талап ителгән; кәрәк тип һаналған, тейешле, кәрәкле. □ Требуемый, нужный, необходимый. Мәтлуб документ. Мәтлуб ҡағыҙ. Мәтлуб кейем. ■ Шул көйөнсә таш диуарҙар һаҡлауы мәтлуб ине. Ш. Бабич.
МӘТРҮК [ғәр. (Р: брошенный; И.: derelict; T: metruk) с. иҫк.
Ташландыҡ хәлдә булған, ташланған.
□ Брошенный, заброшенный, покинутый. Мәтрук өй. Мәтрук ер.
МӘТРҮК БУЛЫУ (мәтрүк бул-) (Р: быть брошенным; И.: be abandoned; T: metruk olmak) ҡ. иҫк.
Ташланған булыу; ташландыҡ булыу.
□ Быть брошенным, покинутым. ■ Шул биш йыл эсендә Зәйнәп кеше куҙенән мәтрук һәм мәнси булып йәшәне. М. Ғафури.
МӘТРҮКӘ I [ғәр. (Р: наследство; И.: heritage; T: metrukat) и. иҫк.
Мәрхүмдән ҡалған мираҫ. □ Наследство. / Наследственный. Мәтрукә малы. Мәтрукә һандыҡ. Мәтрукә яулыҡ. ■ Был һыйырҙар — «Ҡыҙыл Йылайыр» колхозынан ҡалған мәтрукәләр. Картотека фондынан.
МӘТРҮКӘ II (Р: шутливое слово; И.: jocose word; T: şaka) и. диал.
Шаян һүҙ. □ Шутливое слово. Мәтрукә тыңлау. Мәтрукә һөйләй ҙә йөрөй был.
МӘТРҮШКӘ (Р: душица обыкновенная; И.: marjoram; T: mercanköşk) и. бот.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, хуш еҫле, алһыу күк төҫтәге өйкөм сәскәле ялан үләне. □ Душица обыкновенная (лат. Origanum vulgare). Мәтрүшкә йыйыу. Мәтрүшкә сәйе. Мәтрушкәле миндек. Һары мәтрушкә. ■ Мәтрүшкәгә йукә сәскәһе ҡушып тороп ҡайнатып эсерһәм, иртәнсәккә һин дә мин булыр. Н. Мусин. Ил ағаһы ошонан аҙаҡ ханға уҙе йылдар буйы һаҡлап йөрөткән йукә сәскәһен сайҡатып, балан ҡағы ҡушып, мәтрушкә ҡатыш ҡарағат сәйе эсергән, ҡаҙаяҡ, аҫҡорһаҡ, андыҙ ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген парлап, шуны кукрәгенә ҡуйған да муйыл һәм балан сәскәһен еҫкәткән, һәм ханыбыҙ һин дә мин шәбәйгән дә киткән, ти. Хикәйәттән.
МӘТУҒА (Р: бука; И.: bogyman; T: umacı) и. миф.
Башҡорт мифологияһында балаларҙы ҡурҡыта торған яман зат; бапаҡ. □ Бука (существо, которым пугают детей). Мэ-туға килә, тип ҡурҡытыу. ■ Беҙҙең яҡта бапаҡты Мәтуға ла тиҙәр. Р. Үтәбаев.
МӘТҺӘР [ғәр. (Р: чистилище; И.: purgatory; T: Araf ) и. дини. миф.
Үлгәндән һуң йәнде гөнаһтарҙан таҙарта торған урын. □ Чистилище (место очищения, освящения души покойного).
МӘТӘЙЕС и. диал.
1. ҡар. мәскәй I, 1. Мәтәйес менән ҡурҡытыу.
2. ҡар. мәтәүкә. Мәтәйес кенә ҡатын.
МӘТӘЛДЕРЕҮ (мәтәлдер-) ҡ. ҡар. мәтәлләтеү. Береһен мәтәлдереп ебәрҙе.
МӘТӘЛЕҮ (мәтәл-) ҡ. ҡар. мәтәлләү.
Мәтәлеп барып төшөу.
МӘТӘЛЛӘТЕҮ (мәтәлләт-) ҡ. йөкм. ҡар. мәтәлләү, понуд. от мәтәлләү. Мәтәлләтеп уйнау. ■ Рәмзил көслө лә, тәуәккәл дә, кәрәкһә, хәҙер теләгән береһен мәтәлләтеп ебәрәсәк. Д. Бүләков. Тәуге һөжумдә ук Рубцов бер ҡоҙғондо мәтәлләтә, уның артын
495