МӘТӘЛЛӘҮ
са Фидаи яндырған Юнкерс ут булып ергә тәгәрәй. Б. Бикбай.
МӘТӘЛЛӘҮ (мәтәллә-) (Р.: кувыркаться; И.: somersault; T: takla atmak) ҡ.
Баш түбән әйләнеп ҡолау; тәкмәсеү. □ Кувыркаться. // Кувырканье. Мәтәлләп китеу. Мәтәлләу уйыны. ■ Бер ҡулы менән миләш ҡыуағын ҡосаҡлаған Батыр мәтәлләп барып төштө. И. Ғиззәтуллин. Һарыҡтар тырым-тырағай таралышып саба, береһе хатта куҙе тоноп, туше менән бурегә килеп һуғылды. Буре баш тубән мәтәлләп барып төштө. Ә. Хәкимов. Лапшиндыц татлы хыялдары шул ерҙә өҙөлдө. Ниҙер аты өҫтөнә, уҙенең арҡаһына бәрелә биреп, урҙән лап итеп килеп төшкәс, аты һикергән ыңғайға саҡ-саҡ тубәнгә мәтәлләп китмәне. Н. Мусин.
МӘТӘЛ ТАЯҠ (таяғы) (Р.: бита; И.: stick; T.: değnek) и.
Бура уйнағандағы бәләкәй таяҡ; бура таяғы. □ Бита. Мәтәл таяҡ. Мәтәл таяҡ менән һуғыу. Мәтәл таяҡ ырғытыу.
МӘТӘЛӘНЕҮ (мәтәлән-) (Р: идти спотыкаясь; И.: stumble along; T.: topallamak) ҡ.
1. Нимәнелер йырып, ауа-йығыла яҙып барыу. □ Идти спотыкаясь. ■ Тәрән ҡарҙа мәтәләнә-мәтәләнә һуҡмаҡ ярған ҡыр йәнлектәре лә бөгөн куренмәй. Т. Хәйбуллин.
2. диал. ҡар. мәшәҡәтләнеү. ■ Мулланың айырым кабинеты буламы ни уның, .. шул бер өйҙә мәтәләнергә тура килә. Ф. Рәхимғолова.
МӘТӘЛӘҮI (мәтәлә-) (Р: немного уметь делать что-л.\ И.: know how to do smth a little; T.: biraz yapabilmek) ҡ. диал.
Яҡшылап, матурлап тормай, арлы-бирле итеп эшләү; һупалау; әтмәләү. □ Немного уметь делать что-л., немного знать что-л.
МӘТӘЛӘҮ II (мәтәлә-) ҡ. ҡар. мәтәлләү. ■ Ул арала, лысма еуеш кейемен сисә-сисә, һыуға мәтәләп осҡан һалдат былар [Марат менән Сергей] янына килеп баҫты. Ә. Хәкимов.
МӘТӘС и. ҡар. ашыҡ.
МӘТӘҮЛӘҮ (мәтәүләү-) (Р: стреножить коня на четыре ноги; И.: tether a horse; Т: kösteklemek) ҡ. диал. ҡар. тышау.
Аттың дүрт аяғын тышау. □ Стреножить коня на четыре ноги. Мәтәуләп ҡуйыу. Мәтәуләп ебәреу. ■ Фирғәт олатай атын туғайға мәтәуләп ебәрҙе. Экспедиция материалдарынан.
МӘТӘҮКӘ (Р: карлик; И.: dwarf; T.: cüce) с. диал. ҡар. кәрлә.
Бик бәләкәй кәүҙәле; иргәйел; кәрлә.
□ Карлик, пигмей, лилипут. Мәтәукә кеше.
МӘҮЕШ (Р: безропотный; И.: humble; Т.: salak) с.
Йомшаҡ тәбиғәтле, булдыҡһыҙ; мәшәү.
□ Безропотный, тихий. / Мямля; растяпа, размазня. Мәуеш кеше. Мәуеш кейәу. Мәуеш тип йөрөтөу.
МӘҮЕШЛЕК (мәүешлеге) (Р: неспособность; И.: inability; T.: salaklık) и.
Мәүешкә хас сифат; булдыҡһыҙлыҡ.
□ Неспособность, бестолковость, беспомощность. Мәуешлек сифаты. ■ [Шәмсун] Лилиәгә бәйләнеуенә укенде, берсә уҙен мәуешлектә ғәйепләне. Н. Мусин. Көләмәстәрҙә зирәклек (тапҡырлыҡ, отҡорлоҡ, хәйләкәрлек) бер ҡатлылыҡҡа (оңҡотлоҡҡа, аңралыҡҡа, мәуешлеккә һ. б.) ҡаршы ҡуйыла: зирәклек һәр саҡ хуплана, бер ҡатлылыҡ хурлана. Ә. Сөләймәнов.
МӘҮЖҮД [ғәр. (Р: реальный; И.: real; T.: mevcud) с. иҫк.
Тормошта булған, реаль. □ Реальный, действительный. Мәужуд хәл. Мәужуд тормош. ■ Араларыбыҙҙа мәужуд булған шарттарға риза булып ҡул ҡуйған хаттарыбыҙ Ҡазан шәһәрендә дәфтәргә яҙылған. Башҡорт шәжәрәләренән.
МӘҮЖҮДӘТ [ғәр. (Р.: действи-
тельность; И.: reality; T.: mevcudat) и. иҫк.
Бар булған, реаль хәл; булмыш. □ Действительность. ■ Бына! Хәҙер таң ата, һәба кутәрелә ҡара пәрҙә. Был мәужудәт-тәр алмашыналыр, тип кургәҙә сулпан. С. Яҡшығолов.
МӘҮКИҒ [ғәр. (Р: место события; И.: place setting; T: mevki) и. иҫк.
Ниндәйҙер эш йәки ваҡиға урыны. □ Место события. Мәукиғтан тайпылыу. Мәу-киғтан ҡасыу. Мәукиғҡа барып килеу.
496