МӘҮСҮК
МӘҮКӘЙ с. диал. ҡар. мәүеш. Мәукәй кеше.
МӘҮҠИТ [ғәр. (Р.: назначенное время; И.: fixed time; T.: mevkit) и. иҫк.
Билдәләнгән, алдан килешеп ҡуйылған ваҡыт. □ Назначенное время. Мәуҡит әй-теу. Мәуҡит эсендә. Мәуҡиткә килеп етеу. ■ Яҡут кеуек мәуҡиттең ҡәҙерен белмәй, уткәрмәгеҙ йәшлек ваҡытын арлы-бирле. С. Яҡшығолов.
МӘҮҠИФ [ғәр. (Р.: остановка; И.: stopover; halt; T.: mevkif) и. иҫк.
Туҡталыу урыны; туҡталыш. □ Остановка, стоянка, пристанище. Мәуҡифта осрашыу. Мәуҡифта туҡтау. Мәуҡифта төшөп ҡалыу. ■ Мин шулай уйлап бара торғас, беренсе мәуҡифты уҙып киткәнемде белмәй ҙә ҡалғанмын. М. Ғафури.
МӘҮЛЕКӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Өпәй ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени упей. Мәулекәй башҡорттары. Мәулекәйҙәр тарихы. Мәулекәй сәсәне. Мәулекәйҙәр ере.
МӘҮЛЕН (Р: весна; И.: springtime; T: ilkbahar) и. иҫк.
Яҙҙың күк үлән сыҡҡан миҙгеле. □ Весна. / Весенний. Мәулен ямғыры. Мәулен етте. Мәулен еле. ■ Яҙғы ла ғына килгән ас кәкук саҡыра ла мәсен менән мәулен башында. Халыҡ йырынан.
МӘҮЛИТ [ғәр. ЛН (Р: день рождения кого-л:, И.: birthday; T: mevlit) и. иҫк.
Кемдең дә булһа тыуған көнө. □ День рождения кого-л. Мәулит көнө. Мәулит байрамы. Мәулиткә саҡырыу. ■ Мәулит көндәрендә матур маҡам менән Ҡөрьән су-рәләрен уҡып, тәҡбирҙәрен әйтеп ебәреу-ҙәре, мөьминдәрҙең йөҙҙәре яҡтырып, рухтары нурланып киткәнен шәйләуҙәре кинәнестең кинәнесе тугелме ни. Ғ. Хөсәйенов.
МӘҮЛИТ АЙЫ (Р: месяц, в который родился пророк Мухаммед; И.: name of a holy month; T: Mevlit) и. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған ай. □ Месяц, в который родился пророк Мухаммед.
МӘҮЛИТ БАЙРАМЫ [ғәр. (Р: ре лигиозный праздник в честь дня рождения пророка Мухаммеда; И.: Islamic memorial service; T: Mevlit kandili) и. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө хөрмәтенә үткәрелгән дини байрам. □ Религиозный праздник в честь дня рождения пророка Мухаммеда. Мәулит байрамына аят уҡыу.
МӘҮЛИТ УҠЫУ (мәүлит уҡы-) (Р: читать молитвенное благословение, посвящённое дню рождения пророка Мухаммеда; И.: read (say) benedictions; T.: Mevlit okumak) ҡ. дини.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арнап доға уҡыу. □ Читать молитвенное благословение, посвящённое дню рождения пророка Мухаммеда. И Изге Рәбиғул айында ер шарының бар мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн мәулит уҡыу менән билдәләй. Башҡортса дини календарҙан.
МӘҮЛӘ [ғәр. Jj-] (Р: Бог; И.: lord; Т.: mevlâ) и. дини.
Хоҙай, Алла. □ Бог, Аллах. Мәуләгә табыныу. ■ Ниңә йыумайһың, Мәуләм, пакламайһың, аҡламайһың барлыҡ керҙәрҙе. Б. Мирзанов. Унда, Мәулә, бәндәләрҙең тәнен дә, йәнен дә аяуһыҙ ҡоршау ҡыҫып торғандай. Ә. Хәкимов.
♦ Ҡадир Мәүлә Алланы ололап әйтелә. □ Почтение Аллаху.
МӘҮСИМ [ғәр. (Р- пора; И.: season; T.: mevsim) и. иҫк.
Билдәле бер ваҡыт, үҙенсәлекле осор, мәл; миҙгел. □ Пора, сезон; одно из времён года. Мәусим торошо. ■ Йылдың мәусимдәренә ҡарап изотерма уҙгәрә тора. Ғ. Ғисмәти.
МӘҮСҮК (мәүсүге) (Р: домовой; И.: kobold; goblin; T.: Ev iyesi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында өйҙә йәшәүсе кеше ҡиәфәтендәге зат; өй эйәһе. □ Домовой. Мәусук кешегә зыян килтермәй, киреһенсә, ярҙам итә.
497