Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 498


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘФТҮН
МӘФТҮН [ғәр. û>4 (Р.: восхитительный; И.: entrancing; delightful; T.: meftun) с.
һоҡланыу хисе уятырлыҡ; матур, таң-хайран ҡалырлыҡ. □ Восхитительный. Мәфтүн кеше. Мәфтүн тамашасы. ■ Бигерәк ғәжәп эш шул — уларҙың һәр кеше мәфтүн булырлыҡ, үлектәрҙе, йән керетеп, тер-геҙерлек бит алмаларын бәғзе кешеләр — алма кеуек тигән булалар. М. Ғафури.
МӘФҺҮМ [ғәр. (Р: смысл; И.: meaning; T.: mefhum) и. иҫк.
Ниндәйҙер һүҙҙең, атаманың һ. б. эске йөкмәткеһе, эстәлеге. □ Смысл, содержание. Хаттың мәфһуме. һуҙҙең мәфһуме. ■ Бейеуҙе һәр режиссёр көйҙөң мәфһуменә ҡарап яһарға хаҡлы. М. Буранғолов.
МӘХБҮБ [ғәр. (Р: любимый; И.: beloved; T.: mahbub) с.
Күңелгә яҡын булған, тоғролоҡ, яҡынлыҡ тойғоларын уятҡан; һөйгән (ир-атҡа ҡарата). □ Любимый, милый. Мәхбуб егет. Мәхбуб тормош иптәше. ■ Шул мәхбубте генә йәнә күргән инем, хәлем бөтөп, аптырап ҡалдым инде. М. Өмөтбаев. Берәуҙең дошманы башҡаға мәхбуб. М. Ғафури.
МӘХБҮБӘ [ғәр. С5^] (Р: любимая; И.: darling; T.: mahbube) с.
Күңелгә яҡын булған, тоғролоҡ, яҡынлыҡ тойғоларын уятҡан; һөйгән (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Любимая, милая. Мәхбубә ҡатын. Мәхбубә ҡыҙ. Минең мәхбубә ҡатыным.
МӘХБҮС [ғәр. (Р: невольник; И.: captive; slave; Т.: mahbus) и. иҫк.
Һаҡ аҫтындағы ирекһеҙ кеше; тотҡон. □ Невольник, заключённый. Мәхбус ир. Мәхбус шаһиты. ■ Ваҡиғанан хәбәрҙар булған ҡала башлығы тиҙ генә атлы ғәскәр ебәреп, төрмәне ҡаматып алһа ла, инде һуң, мәхбустәр ҡаланың ҡараңғы мөйөштәренә кереп юғалғайнылар инде. И. Насыри.
МӘХБҮС БУЛЫУ (мәхбүс бул-) (Р: быть арестованным; И.: be imprisoned; T: mahbus olmak) ҡ.
Әсир булыу, зинданға ябылыу. □ Быть арестованным; лишиться свободы. Мәхбус булған шағирҙар яҙмышы. ■ Кеше мәхбус
булыр тәҡдир эшенән, сәбәбе булған булһа ла уҙенән. Картотека фондынан.
МӘХБҮСХАНА [ғәр. + фарс.
(Р: тюрьма; И.: gaol; T.: mahbushane) и. иҫк.
Тотҡондар йорто, зиндан; төрмә. □ Тюрьма. Мәхбусханала булыу. Мәхбусханала ултырыу. Мәхбусхананан сығыу.
МӘХДҮМ [ғәр. (Р: махдум; И.: moslem clerguman’s son; T: mahdum) и. дини. иҫк.
1. Дин әһеленең улы. □ Махдум (сын приверженца какой-л. религии). ■ [Староста:] Туҡһанбай ҡәрйәһендә имамлыҡ иткән Камалетдин хәҙрәттең мәхдуме ҡасып киткән. К. Мәргән. Ауылда сағында ҡала мәҙрәсәһенән матур бишмәттәр кейеп ҡайтҡан Абдулла мәхдүмгә бөтә ауыл малайы ҡыҙыға ине. Б. Ишемғолов.
2. өнд. Дин әһелдәренә һәм уларҙың туғандарына хөрмәтләп өндәшеү һүҙе. □ Махдум (почтительное обращение к духовным лицам и их родственникам мужского пола).
МӘХДҮМӘ [ғәр. (Р.: махдума; И.: moslem priest's daughter; T: mahdume) и. дини. иҫк.
Дин әһеленең ҡыҙы. □ Махдума (дочьрелигиозного деятеля). Мәхдумә булыу. И Таһирйән Ғабдрахман хәҙрәттең мәхдумәһен алып, мөдәррис булырға уйланы. 3. Һаҙый. Ғәйшә абыстай әтрафына нисбәте илә шөһрәтле бер мөдәррис ҡыҙы улдығы хәлдә, ни өсөндөр мәхдүм вә мәхдумәләр тәбиғәтенә тамам башҡа бер тәбиғәттә вә анлар ғәҙәтендән башҡа бер тәбиғәттә ине. Р. Фәхретдинов.
МӘХЗҮН [ғәр. ûjj^] (Р: печальный; И.: sad; T: mahzun) с. иҫк.
Ҡайғылы, моң-зарлы. □ Печальный, скорбный, горький. Мәхзун йыр. Мәхзун куңел. ■ Яҙ көнөндә кәкук саҡыра микән Ағиҙел буйы бейек тирәктә, бер курергә һеҙҙе мин зар булдым, мәхрум, мәхзун булып йыраҡта. М. Өмөтбаев.
МӘХЗӘН [ғәр. (Р: здание; И.: building; T: mahzen) и. иҫк.
498