Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 500


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘХРҮМ ҠАЛЫУ
Кемгәлер өлөш сығармау, кемделер буш ҡалдырыу □ Лишать. Бәхеттән мәхрум итеу. ■ [Һуғыш] хисапһыҙ кешеләрҙе ҡорбан, куп ҡатындарҙы тол, балаларҙы ата йөҙөн куреуҙән мәхрум итеп, етем вә угәй ҡалдырҙы. М. Ғафури.
МӘХРҮМ ҠАЛЫУ (мәхрүм ҡал-) ҡ. ҡар. мәхрүм булыу. ■ Уғатар ағай ҡыҙарып ҡояш сығыуын, йәйғор нурҙары уйнау ын, уҙ туғандарының йылмайыуын ку-реп тойоу бәхетенән мәхрум ҡала. Р. Байбулатов.
МӘХРҮМЛЕК (мәхрүмлеге) (Р.: лишение; И.: privation; T.: mahrumluk) и.
Тормош-көнкүрештәге етешһеҙлек; мохтажлыҡ. □ Лишение, нужда, обездоленность. Мәхрумлектә йәшәу. Мәхрумлектәр кисереу. ■ Мин тыуғас та, яҡты был донъяла мәхрумлектәр мине ҡаршы алған. X. Назар.
МӘХРҮМСЕЛЕК (мәхрүмселеге) и. ҡар. мәхрүмлек. Мәхрумселек кисереу.
МӘХРҮМ ҮКСӘ (Р: чарыки; И.: kind of oriental footwear; T.: çarık) и. диал.
Башы күндән, ҡунысы туланан тегелгән аяҡ кейеме. □ Чарыки. Мәхрум уксә кейеп бейеу. ■ Ҡузырлы ла ҡуныс мәхрум уксә, бөгәренән һыға бәйләйҙәр. Халыҡ йырынан.
МӘХРӘМӘ [ғәр. (Р: носовой платок; И.: handkerchief; T.: mendil) и. иҫк.
Бит, танау һөртөү өсөн йөрөтөлгән кеҫә яулығы; ҡулъяулыҡ. □ Носовой платок; платочек. Мәхрәмә буләк итеу.
МӘХСҮД [ғәр. (Р: предмет или объект зависти; И.: object of one’s envy; T.: mahsud) и. иҫк.
Көнсөллөк уятҡан кеше йәки нәмә. □ Предмет или объект зависти. ■ Әхлаҡи тәрбиәне артҡа ташлап, мәхсудте мыҫҡыл итеп, куңел баҫыу. М. Аҡмулла.
МӘХСҮЛ [ғәр. (Р: результат работы; И.: work product; T.: mahsul) и. иҫк.
Эш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән нәмә; хеҙмәт емеше. □ Результат работы, плоды труда. Мәхсул менән ҡәнәғәтләнеу.
МӘХСҮЛӘТ [ғәр. (Р: продукция;
И.: production; T.: mahsulat) и. иҫк.
Эшләп сығарылған нәмәләр. □ Продукция. ■ Бер ерҙә табыла торған мәхсуләт сит яҡтарға оҙатыла. Ғ. Ғисмәти.
МӘХҮ БУЛЫУ (мәхү бул-) (Р: теряться; И.: disappear; T.: mahvolmak) ҡ.
Юғалыу, юҡ булыу. □ Теряться, потеряться; исчезать, пропадать. Ҡар аҫтында яландар мәху булып ята.
МӘХҮ ИТЕҮ (мәхүит-) (Р: кончать; И.: do with; T: mahvetmek) ҡ. иҫк.
Юҡ итеү, бөтөрөү. □ Кончать, уничтожать. ■ Уның сәғәҙәт вә рәхәтен мәху итеусе кем? М. Ғафури.
МӘХФҮЗ [ғәр. (Р: сбережение; И.: savings; T: mahfuz) и. иҫк.
Һаҡланған, һаҡланыла торған нәмә. □ Сбережение, запас. ■ Ер-Һыуға грамота алдығыҙ һеҙ, һәр ҡайныһы диуандарҙа мәх-фуз инде. С. Яҡшығолов.
МӘХШӘР [ғәр. (Р: день и место Страшного суда; И.: Doomsday; T: mahşer) и.
1. дини. Ислам дине буйынса: үлгән кешеләр кире терелеп сыҡҡан ваҡыт һәм улар йыйылған урын; мәхшәр көнө. □ День и место Страшного суда, день воскрешения из мёртвых.
2. кусм. Күмәк кешегә, шаулы төркөмгә ҡарата. □ Столпотворение, давка. Мәхшәр кеуек. Мәхшәр эсендә ҡалыу. ■ Ҡаҙарма яндарында мәхшәр булып, балаларын оҙатҡан ата-әсәләр, аталарын оҙатҡан йәш балалар тулды. М. Ғафури.
3. кусм. Бик ныҡ буталсыҡлы хәл, шау-шыу, ығы-зығы, буталыш, бола. □ Суматоха. Иҫ киткес мәхшәр. Мәхшәр ҡупты. Мәхшәр ҡуптарыу. Был ни мәхшәр! ■ Алдыңда дәһшәтле мәхшәр билдәһеҙлеге торғанда, ул сәскәләр айырата матурыраҡ булып тойола. Д. Юлтый. «Ебәрегеҙ беҙҙе, кем һеҙ?» — тип ҡысҡырҙы [Гөлшан], ләкин уның тауышы был төнгө мәхшәрҙә әллә ни йыраҡ китә алманы. Д. Бүләков. Атыш, сәнсештең иң ҡыҙған урынынан ҡурҡып, батырҙарын ҡалҡандай ҡаплап, яҡын ярандары Алдарҙы яндағы бер ҡалҡыуға сығарғанда, яу майҙаны әле мәхшәр хәлендә ине. Ғ. Хөсәйенов.
МӘХӘЛ [ғәр. (Р: место; И.: place; spot room; T.: mahal) и. иҫк.
500