МӘШҒҮЛ
Билдәле бер урынға мөнәсәбәтле.
□ Местный; относящийся к определённой местности. ■ Мәхәлли власть бөтөнләй былар [дошмандар] ҡулына кускән. Ш. Хоҙайбирҙин.
МӘХӘЛЛӘ [ғәр. (Р.: махалля; И.: laity; T.: mahalle) и. иҫк.
1. Ҡала йәки ауылдың бер мәсеткә ҡараған өлөшө. □ Махалля, квартал, район. Мәхәллә муллаһы. ■ Оҫталар мәхәлләһендә көн буйы алыш-биреш ҡуйыра. Ә. Хәкимов. [Зәйнулла хәҙрәт] бер ни тиклем ваҡыттан Троицкиға ҡайтты, ҡаланың сит булеге булған Мамуриә мәхәлләһендә ҙур мәҙрәсә бинаһы төҙөтөп, шәкерттәр тупланы. Р. Шәкүр. «Ошондай мәхәлләлә мулла булып торһаң ине!» — тип тирә-яғына ҡаранды [Хәлимов]. Д. Юлтый.
2. Урамдың бер өлөшө. □ Квартал. Мәхәллә халҡы. ■ [Харис — Дәрджеманға:] Һин бит арғы яҡ мәхәллә кешеһе. Шундағы кешеләр менән һөйләшергә кәрәк ине һицә. А. Таһиров.
МӘХӘТ мөн. диал. ҡар. моғайын.
МӘҺАБӘТ с. ҡар. мөһабәт. Мәһабәт йорт.
МӘҺАРӘТ [ғәр. ûjV] (Р: способность; И.: capability; T: maharet) и. иҫк.
Ниндәйҙер эшкә булған оҫталыҡ, һәләтлек. □ Способность. Мәһәрәт курһәтеу.
МӘҺЛӘҠӘ [ғәр. (Р: гиблое место; И.: bod spot; T: mahleke) и. иҫк.
1. Һәләкәтле, афәтле урын. □ Гиблое место.
2. Бөтә тереклек, тормошто юҡ итә, бөтөрә торған хәл; һәләкәт. □ Гибель, катастрофа. Мәһләҡәгә осрау. ■ Нурсәйеттец бер ҡалмыҡ ҡатыны бар ине, хәмәлә ине. Шул ҡатын мәһләҡәнән ҡасып, төрөкмәнгә килде, төрөкмән ҡатыны булды. Хәмәләнән Сәйҙәш атлы ул тыуҙы. Башҡорт шәжәрәләренән.
МӘҺӘҘЕЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Мәһәҙей башҡорттары. Мәһәҙейҙәр тарихы. Мәһәҙейҙәр даны. Мәһәҙейҙәр араһы.
МӘҺӘР [ғәр. j^] (Р: калым; И.: bridemoney; T: başlık parası) и.
Никах ваҡытында егет яғынан ҡыҙ яғына бирелә торған мал; ҡалым. □ Калым, выкуп за невесту. Мәһәр аҡсаһы. Мәһәр алыу. Мәһәр һалыу. ■ Мәһәрҙе ҡыҙҙың бер туған апаһы йәки ағаһының ҡатыны һораһа, урынлы һанала. Мәһәрҙең куләме, биреу ваҡыты бер генә тапҡыр билдәләнә һәм уҙгәрергә тейеш тугел. Экспедиция материалдарынан. [Атаһы — Алпамышаға:] Һеҙ ашанығыҙ-эстегеҙ, хәҙер батшаны ризаландырайыҡ, мәһәр ебәрәйек, туғыҙ туғай тыу бейә, һәйбәт ебәк тышлы инә туны, Аҡҡолайҙы батшаның уҙенә бирерһегеҙ. «Алпамыша».
МӘҺӘРЛЕК (мәһәрлеге) (Р: калымный товар; И.: cattle for dowry; T.: başlık parası) и.
Мәһәр өсөн тәғәйенләнгән мал. □ Калымный товар (всё, что входит в калым). Мәһәрлек тун. Мәһәрлек әҙерләу. Мәһәрлек аҡса. ■ [Айсыуаҡ:] Мәһәрлек мал кәрәк, Ишмай ағай. Бына көнө-төнө шуға тырышам. Ҡ. Даян.
МӘҺӘРЛӘШЕҮ (мәһәрләш-) (Р: давать или брать выкуп за невесту; И.: exchange bride-money; T.: başlık parası vermek) ҡ.
Мәһәр алып, мәһәр бирешеү. □ Давать или брать выкуп за невесту. Мәһәрләшеу йолаһы. Мәһәрләшеу табыны. ■ Аҡһаҡтимер ҡыҙҙың аталары менән мәһәрләшеп, ризалашып уҙ иленә ҡайтып киткән. Легенданан.
МӘШҒҮЛ [ғәр. J>-^] (Р: занятый чем-л.\ И.: concerned with; T.: meşgul) с.
Ниндәйҙер эш менән шөғөлләнгән, булышҡан. □ Занятый чем-л., поглощённый. Мәшғул кеше. Мәшғул балалар. ■ Сәхибә лә, Йыһан да юлға нәмәләр әҙерләу менән мәшғул. Ә. Хәкимов. Ҡалғандар [һуғышсылар] ҡасҡан-боҫҡанды эҙәрлекләу, ҡарыулашҡанды ҡамау менән мәшғул. Ғ. Хөсәйенов. Уның
501