Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 502


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘШҒҮЛ БУЛЫУ
[Зәйнәптец] куңеле һаман теге хәлфәнең тәжәссем иткән һурәте менән мәшғул ине. М. Ғафури.
МӘШҒҮЛ БУЛЫУ (мәшғүл бул-) (Р.: быть занятым чем-л.; И.: be engaged in smth; T: meşgul olmak) к.
Ниндәйҙер эш менән шөғөлләнеү, булышыу, берәй нәмә менән шөғөлләнеү. □ Быть занятым чем-л. Эш менән мәшғул булыу. Йорт-ҡура эше менән мәшғул булыу. ■ Был башҡа донъя, аҡыл менән улсәп, икенсе хәстәрҙәр менән мәшғул булып йөрөгәндәр иңләй-аңлай алмай торған тойғо. М. Хужин. Ҡайһы бер ғалимдар глобализацияға тар мәғәнә һалырға тырыша: берәуҙәр уны экологик мәсьәләләр менән генә мәшғул булырға, икенселәре финанс-иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә тейеш, тип ҡарай. Л. Якшыбаева. Иҙелбай ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта торған һабаш ауылына барып еткәнсе, Сәғидуллин шундай шикләнеуҙәр, укенеуҙәр, уҙен-уҙе әрләу менән мәшғул булды. А. Кар-най.
МӘШҒҮЛ ИТЕҮ (мәшғүл ит-) (Р.: за нять чем-л.; И.: make smb busy with smth; T: meşgul etmek) ҡ.
Ни менәндер шөғөлләндереү. □ Занять чем-л.
МӘШҒҮЛ ҠЫЛЫУ (мәшғүл ҡыл-) ҡ. ҡар. мәшғүл итеү. ■ Йә Илаһым, .. уҙеңә яҡын итә торған зекерҙәр менән мәшғул ҡыл. М. Өмөтбаев.
МӘШҒҮЛЛЕК БЮРОҺЫ (Р: бюро занятости; И.: empllyment bureau; T.: istihdam bürosu) и.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнгән учреждение. □ Бюро занятости. Мәшғуллек бюроһында эшләу. Мәшғуллек бюроһына мөрәжәғәт итеу. Мәшғуллек бюроһынан эшкә йунәлтмә алыу.
МӘШҒҮЛЛӘНЕҮ (мәшғүллән-) (Р: быть занятым чем-л.; И.: be busy; T.: meşgul olmak) ҡ.
Мәшғүл булыу, шөғөлләнеү. □ Быть занятым чем-л. Өй эше менән мәшғулләнеу.
МӘШ КИЛЕҮ (мәш кил-) ҡ. ҡар. мәж килеү. Туйға әҙерләнгәндә барыһы ла мәш килделәр.
МӘШКӘ I и. бот. диал. ҡар. мәшкәк. Ағыулы мәшкә. Ашай торған мәшкә. Тоҙло мәшкә. Мәшкә йыйыу.
МӘШКӘ II (Р: пробка; И.: plug; T.: tıkaç) и. диал.
Бөкө; тығын. □ Пробка, затычка; втулка. Мәшкә тығыу. Мискә мәшкәһе. Мөшкәһен алыу.
МӘШКӘ III и. мед. диал. ҡар. зәңге. Мәшкә менән яфаланыу.
МӘШКӘК (мәшкәге) (Р: гриб; И.: mushroom; fungus; T.: mantar) и. диал. ҡар. бәшмәк.
Саң-Һеркә ярҙамында үрсей торған хлорофилһыҙ иң ябай үҫемлек. □ Гриб (лат. Fungi или Mycota). Мәшкәк йыйыу. Мәш-кәккә барыу. Мәшкәк таҙартыу. ■ Татар телендә генә тугел бит ул, башҡорттар ҙа шул һуҙҙәрҙе ҡуллана. Бәшмәк — мәшкәк, гөмбә ул сорт була, ахыры, опятамы шунда. «Йәшлек», 23 сентябрь 2009. • Рухһыҙ бәндә — мәшкәк, ихтыярһыҙ ир — ағас сөрөгө. Әйтем.
МӘШКӘЛӘНЕҮ (мәшкәлән-) ҡ. диал. ҡар. йомшарыу.
МӘШКӘ СИРЕ и. диал. ҡар. зәңге.
МӘШҠИ [ғәр. (Р: каллиграфический; И.: calligraphy; T.: meşk) с. иҫк.
Матур, асыҡ итеп яҙылған. □ Каллиграфический. ■ Конверт эсендәге ҡағыҙҙа Диниә назаратының штампы баҫылған, мәшҡи яҙыу менән оҙон хат яҙылған, мөфтиҙең ҡулы ҡуйылған. А. Таһиров.
МӘШ-МӘШӘ КИЛЕҮ (мәш-мәшә кил-) ҡ. ҡар. мәж килеү. Көн буйы мәш-мәшә килделәр.
МӘШРИҠ (мәшриғы) [ғәр. (Р: восток; И.: sunrise; T: maşrık) и. иҫк.
Ҡояш ҡалҡа торған яҡ; көнсығыш. □ Восток. Мәшриҡҡа ҡарау. Мәшриҡҡа табан атлау. ■ Йәнә 1583 йылғы һуғышта Кусемдең ҡарындашы Мөхәмәтҡол баһадир Ермак менән [икәуҙән] икәу генә һуғышып һәләк булған. Быны ишетеп, Кусем хан мәшриҡ
502