МӘШӘҠӘТЛЕ
тарафына ҡасҡан. М. Өмөтбаев. Тағы мәш-риҡ яҡтырып, тац аталыр. М. Аҡмулла. Мәшриҡтан ғына сыҡҡан ҡояш мәғрипкә лә барып байыйҙыр. Халыҡ йырынан. Мәғрип менән мәшриҡ араларын бәйләр сылбыр — Ваҡыт-каруан!Т. Ғәниева.
МӘШРУТ [ғәр. W4 (Р.: условный; И.: conditional; relative; T.: meşrut) с. иҫк.
Билдәле бер шартҡа бәйле, шартҡа ярашлы булған; шартлы. □ Условный, относительный, обусловленный. ■ Уйҙа ғына булған дуҫҡа көйҙәшлек мәшрут тугел, ҡалыбы башҡа булһа булһын, ҡәлебе башҡа булмаһын. М. Аҡмулла.
МӘШРӘБӘ [ғәр. ^>4 (Р: ковш; И.: ladle bailer; T.: meşrebe) и. иҫк.
һыу эсә торған һауыт; сүмес. □ Ковш, ковшик. Мәшрәбә менән һыу эсеу. Мәшрәбә яһап алыу. ■ Бәхетенә тотҡарлыҡ юҡ, беләһегеҙме? Бар ғаләм белеп тора мәшрә-бәһен. М. Аҡмулла.
МӘШҺҮР [ғәр. (Р: знаменитый; И.: famous; T.: meşhur) с.
Халыҡ араһында танылған; шөһрәт ҡаҙанған; күренекле. □ Знаменитый, прославленный, популярный. Мәшһур һуҙ оҫтаһы. Мәшһур йырсы. Мәшһур ҡурайсы. ■ Хәҙерге мәлдә Әлфиә уңайһыҙлыҡ кисерә ине. .. Ни тиһәң дә, был мәшһур профессор [Арынбаҫаров ] уны [Әлфиәне] заманында бәләнән алып ҡалды. Д. Бүләков. Ул [Балтабикә ҡарсыҡ] ен, зәхмәт, им-том тирәһендә тирә-яҡҡа мәшһур бер ҡарсыҡ булып танылған. Д. Юлтый. Искәндәрҙең атаһы Әхмәтгәрәй — мәшһур ҡурайсы. Ә. Хәкимов. Мәғә-фур ағайҙың ғумер юлында тағы ла бер изге йән эйәһе [тормош иптәше Сөйөмбикә Кулибаева] осрамаһа, бәлки, мәшһур халыҡ йырсыһы формалашмаҫ ине. «Ағиҙел», № 11,2010.
МӘШҺҮР БУЛЫУ (мәшһүр бул-) (Р: становиться знаменитым; И.: become famous; T: meşhur olmak) ҡ.
Танылыу, билдәлелек яулау. □ Становиться знаменитым, прославленным. ■ Бы
нан һуң Заятуләк шул тирәгә мәшһур булды. «Заятүләк менән һыуһылыу».
МӘШҺҮРЛЕК (мәшһүрлеге) (Р: знаменитость; И.: celebrity; T: meşhurluk) и.
Мәшһүр булған хәл, шөһрәт ҡаҙанғанлыҡ. □ Знаменитость, прославленность, популярность. Мәшһурлек ҡаҙаныу. ■ Был бейеуҙә барҙыр бөтәһе лә: купме хис-наҙ, купме зарурлыҡ! Һын-моңоңда, халҡым, — мәшһурлегең, бейеуеңме? Тарих торорлоҡ! М. Уразаев. Унан инде — ғәскәр башы батыр Тәли, йөҙ меңдәргә етә, имеш, уның ғәскәре, мәшһурлектә сағыштырғыһыҙ зөлфәҡәре, Ғәлиҙән дә батырыраҡ юҡтыр имде. «Ҡиссаи Йософ». Килмәне һеҙгә мәшһурлек, юҡ, килмәне куктәрҙән. Ерҙән ул ғазаптар һеҙҙе куктәргә бит кутәргән. X. Назаров.
МӘШӘҠӘТ [ғәр. (Р: суета; И.: bustle, fuss; T: meşakkat) и.
1. Ҡамасау яһап, эш-хәлде ҡатмарлаштырған ҡыйынлыҡ; оронсоҡ. □ Суета, беспокойство. Мәшәҡәт тыуҙырыу. Мәшәҡәт сығарыу. ■ Тимер куперҙең теге яғына был кул оҙаҡ һуҙылмаған, уның ҡамыштар уҫкән башы куренә. Әгәр беҙ [Сергеев менән автор ] шунан ураһаҡ, был кулде йөҙөп сығыу мәшәҡәтен дә курмәгән булыр инек. Д. Юлтый. Киң тигеҙ аэродромға төшөу Юнкерсҡа мәшәҡәт яһаманы. А. Таһиров.
2. Нимә менәндер бәйле тынғыһыҙ, ығы-зығылы эш. □ Забота, хлопоты. Донъя мәшәҡәттәре. Ваҡ-төйәк мәшәҡәт. Йорт мәшәҡәте. Кунаҡ мәшәҡәте менән йөрөу. ■ Купме йылдар көткән, купме юлдар уткән, мәшәҡәт-ыҙалар кискән илселектең аудиенцияһы шулай тиҙ һәм ҡыҫҡа тамамланды. Ғ. Хөсәйенов. Барыр башҡорт хәлен һөйләп хакимға, нисә төрлө мәшәҡәттәр башында. Бәйеттән. • Улһыҙҙың мәшәҡәте бер булыр, уллының мәшәҡәте ун булыр. Әйтем.
МӘШӘҠӘТЛЕ (Р: хлопотливый; И.: busy; exacting; T: meşakkatli) с.
1. Күп ҡамасау, ҡыйынлыҡ килтергән; ҡатмарлы, ауыр. □ Хлопотливый; хлопотный, затруднительный. Мәшәҡәтле эш.
503