МӘШӘҠӘТЛЕ БУЛЫУ
Мәшәҡәтле саҡ. Мәшәҡәтле кеше. ■ Хеҙмәте мәшәҡәтле, ваҡыты ҡыҫыҡ ине уныц [Әкрәмдең]. Ә. Хәкимов. Ә унан инде ҡаҙанда һары майҙа ҡайнатып бешереп алырға ғына ҡала. Шулай ҙа оҙаҡ, мәшәҡәтле эш был [бауырһаҡ бешереу]. 3. Биишева. Юл ауыр, ғазаплы булды. Мәшәҡәтле юл Әпҡадирҙы ярайһы уҡ сыныҡтырҙы. К. Мәргән. [Мәғ-фурә — Рәхимәгә:] Киләм тигәйне ул, өлкән еңгә. Мин, кешенең мәшәҡәтле сағы тип, уға [Айбулатҡа] бөгөн килмәҫкә ҡуштым. Һ. Дәүләтшина.
2. Тынғыһыҙ, ығы-зығылы, борсоулы; ҙур, яуаплы эш менән мәшғүл булған. □ Хлопотный, обременительный, трудный, сложный, тяжёлый. Мәшәҡәтле тормош. ■ Ғәжәпләнерһеңме-юҡмы, ошо тиклем тынғыһыҙ, мәшәҡәтле тормошҡа ҡарамаҫтан, уны һис тә ҡырҡты уҙған бисә тимәҫһең, һаман төҫ ташламай, йәш киленсәктәр кеуек, бөтә йомошон атлап тугел, йугереп йомошлай. Ә. Хәкимов. Урман бәлә алдында ҡалтыранған мәшәҡәтле тауыш менән тулды. Я. Хамматов.
МӘШӘҠӘТЛЕ БУЛЫУ (мәшәҡәтле бул-) (Р.: быть хлопотливым; И.: be fussy; T: şefaatte bulunmak) ҡ.
Мәшәҡәтле эш менән аҙапланыу, ыҙаланыу. □ Быть хлопотливым. ■ Әхмәҙиә, плащын йәйеп, тегеләрҙең өйҙө нисек боҙоуҙарын ҡарап ята. Ҡыйығын, дөрөҫөрәге, шиферҙы алыу ғына бер аҙ мәшәҡәтле булды, курәһең. Р. Солтангәрәев. Ул [Урманов] бөгөн аҙыраҡ һыҙланды, яҡтыра башлағас, бөтөнләй тынысланып, бер тына татлы ғына йоҡлап та алды. Был төн уҙе лә мәшәҡәтле булманы. М. Кәрим.
МӘШӘҠӘТЛЕК (мәшәҡәтлеге) (Р: затруднение; И.: difficulty; T: meşakkat) и.
Эш-хәлде ауырлаштырған, ҡатмарлаштырған төрлө ҡаршылыҡ. □ Затруднение, хлопотливость, хлопотность. Мәшәҡәтлек тыуҙырыу. Мәшәҡәтлек менән йырып сығыу. ■ Купме һораһаҡ та алып булыр мәһәр, тиеп ҡыҙҙың тән хаҡын; биш йөҙ тәңкәнән дә кәм алмабыҙ, мәшәҡәтлек тар
тыу аҡсаһын. Бәйеттән. «Беҙгә купме мәшәҡәтлек тыуҙырҙың һин аҡылһыҙ ҡыланышың менән», — тип һалҡын ҡыштың төн уртаһында уны ағалары саҡ эҙләп табыуын .. әйткәс [йәш әсәләренең береһе], Мифтахетдин асыуланды. Я. Хамматов.
МӘШӘҠӘТЛӘНДЕРЕҮ (мәшәҡәтләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. мәшәҡәтләнеү, понуд. от мәшәҡәтләнеү. Мәшәҡәтләндереп йөрөу. Мәшәҡәтләндереп ҡамасаулау. Мәшәҡәтләндереп кәрәкмәгән эш ҡушыу. ■ Кис етһә, кеше мәшәҡәтләндереп, ошо Ғәйшә йөрөр инде, тип һуҡранды өләсәйем. Экспедиция материалдарынан. Ярар, һине мәшәҡәтләндереп йөрөмәҫмен, эш ваҡытың бөткәс, килермен, тип ҡайтып китте Айбулат. «Йәшлек», 21 апрель 2011.
МӘШӘҠӘТЛӘНЕҮ (мәшәҡәтлән-) (Р: заботиться; И.: care; T.: meşakkat çekmek) ҡ.
1. Мәшәҡәтле эш менән аҙапланыу, ыҙаланыу. □ Заботиться, беспокоиться; хлопотать. Ҡунаҡ менән мәшәҡәтләнеу. Юҡҡа мәшәҡәтләнеу. И Улар [Амантаевтар] байтаҡ мәшәҡәтләнделәр: фара яҡтыһында ғына ярыҡты табырлыҡ тугел. Р. Солтангәрәев. «Уғата мәшәҡәтле икән, — тип Синцов Николай ҡул һелтәне. — Улай мәшәҡәтләнгәнсе, солоҡ балын ғына йыя-йыҡ». Я. Хамматов. Тиреҫе ҡалын, соҡоро ла ярайһы тәрән. Ҡаҙып мәшәҡәтләнеу ҙә кәрәкмәй. Т. Ғарипова.
2. Ваҡ-төйәк эш менән булыу, эшләп булашыу. □ Быть занятым. Картуф менән мәшәҡәтләнеу. ■ Ҡара бесәй бер ҙә сысҡан-маҙар тотоп мәшәҡәтләнмәгән. Әкиәттән.
♦ Мәшәҡәтләнмә (геҙ)! Мәшәҡәт яһамаҫҡа, кемделер борсомаҫҡа теләгәндә әйтелә. □ Не беспокойтесь! ■ «Атай, бара алмайым, көсләп тә мәшәҡәтләнмәгеҙ», -тип кенә яуап бирҙе [Зәйнәп]. М. Ғафури. [Ғилман — Нинаға:] Мәшәҡәтләнмә! Ул арба менән уҙем мәшәҡәтләнгән дә еткән. Н. Мусин.
МӘШӘҠӘТЛӘҮ (мәшәҡәтлә-) (Р: стеснять; И.: constrain; T.: rahatsız etmek) ҡ.
504