Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 505


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘЬ ИТЕҮ
Ҡамасау яһау; ҡамасаулау □ Стеснять, утруждать, беспокоить, тревожить. Мәшәҡәтләп йөрөу. Мәшәҡәтләп килеу. ■ Эргәләренә килә ятҡан Аҡбайҙы ҡаҙ елле генә суҡып ебәрҙе лә шунан бик ҡәнәғәт рәуештә «ғо-ғо-ғо-о-о!» тип ҡуйҙы. Ашағанда мәшәҡәтләп йөрөмә, йәнәһе. «Йәншишмә», 17 май 2010. Димсе менән ҡыҙ атаһы тиҙ килеште. Иртәгеһен, бер ҡаҙан аш аҫып, Ҡотлояр мәзинде саҡырҙылар. Муса мулланың уҙен мәшәҡәтләрлек абруй ҙа, мөлкәт тә юҡ ине уларҙа. М. Кәрим. Куп кенә ризыҡ тейәлгәйне был арбаға — .. хатта уҙендәге туй өсөн махсус әсетелгән һәм йәнәйҙәр мәшәҡәтләуе арҡаһында ауыҙ ителмәй ҡалған бер нисә сапсаҡ әсе бал да һалынғайны. К. Мәргән.
МӘШӘҠӘТҺЕҘ I (Р.: необременительный; И.: light; T.: meşakkatsiz) с.
1. Төрлө ҡыйынлыҡтары, ҡамасауы булмаған. □ Необременительный. Мәшәҡәтһеҙ эш. Мәшәҡәтһеҙ ҡунаҡ. ■ Бер Рәфҡәт кенә мәшәҡәтһеҙ кеше. Ҡалғандары [өмәселәр], оло бола һалып, һаман эшкә тотона алмай йөрөгәнсе, ул [Рәфҡәт], бульдозеры менән ерҙе тигеҙләп, эшен бөтөрөп, кранға ла ултырған. Р. Солтангәрәев.
2. Сағыштырмаса тыныс булған, төрлө мәшәҡәттәр борсомаған. □ Не связанный с заботами, с хлопотами. Мәшәҡәтһеҙ донъя. Мәшәҡәтһеҙ саҡ.
МӘШӘҠӘТҺЕҘ II (Р: необременительно; И.: with no (much) trouble; T: meşakkatsiz)^.
Төрлө ҡыйынлыҡтары, ҡамасауы булмайынса. □ Необременительно; не связано с заботами, с хлопотами. Мәшәҡәтһеҙ йөрөп ҡайтыу. ■ Институтты артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә бөтөрөп, бер йыл уттеме-юҡмы, әуәлге редактор уны [Хаҡбирҙинды] бу лек мөдире итеп ултыртты ла ҡуйҙы. Н. Мусин. Ауыҙ эсенән ниҙер һөйләнеп, өйөрҙөң уртаһына барып инә лә был [Юлан], хужаһы курһәткән атты бер мәшәҡәтһеҙ тота ла ала. Ә. Хәкимов. Хакимлыҡ итеу хоҡуғы мәшәҡәтһеҙ генә алынмай — уныһына инде
Ҡилембәт әллә ҡасан шатланып риза булған. К. Мәргән.
МӘШӘЛӘНЕҮ (мәтәлән-) ҡ. һөйл. ҡар. маташыу 2. Мәшәләнә торғас, һуңланы. ■ Әлиә оҙаҡ мәшәләнеп йөрөп, мәктәпкә һуңлап барҙы. Экспедиция материалдарынан.
МӘШӘҮ I (Р: бестолковый; И.: molluscous; T: anlayışsız) с. һөйл.
1. Тиҙ генә төшөнөп, тиҙ генә эшләү һәләтенән мәхрүм; булдыҡһыҙ, аңра. □ Бестолковый, глупый. Мәшәу кеше. Мәшәу булыу. ■ Дәу Әхмәттең килешмәусән дошманы Миңлеяр уны мәшәу тип теңкәһенә тейә, ә уҙ сиратында хөрәсән Миңлеярҙы дәу Әхмәт мөртәт тип йөрөтә. «Йәшлек», 7 июль 2010. [Сәрбиямал — Нурбикәгә:] Улай бөтөнләй ук мәшәу булғас, ниндәй егет һуң ул [Зөфәр]? Д. Бүләков. Ир кеше мәшәу, дәртһеҙ булғанға, сараһыҙҙан ҡатындар сос, шәп, йунсел. Экспедиция материалдарынан.
2. Йонсоған, арыҡ (малға ҡарата). □ Худой, истощённый (о животных). Мәшәу ат. Мәшәу генә һыйыр.
МӘШӘҮ II (мәшә-) ҡ. диал. ҡар. мәшәү-ләнеү. Ҡарт мәшәп бөткән. ■ Йәтимлек баҫып мәшәп киткән. Т. Морат.
МӘШӘҮЛӘНЕҮ (мәшәүлән-) (Р: глупеть; И.: grow stupid; T: aptallaşmak) ҡ. диал. Аңраға әйләнеү; аңраланыу. □ Глупеть. Мәшәуләнеп ҡалыу. Мәшәуләнеп йөрөу.
МӘЬЖҮЖ [ғәр. (Р.: Магог; И.: Magog; T: Mecüc) и. дини. иҫк.
Ерҙе ябып, донъяны ҡырып килгән бик яман, ҡырағай ике халыҡтың береһе. □ Магог. Мәьжуж һуғышы. ■ Ҡасандыр ҡулыма бер дини китап ингәйне, шунда былай тиелгән: «Ахырызаман еткәс, йәьжуж һәм мәьжуж ерҙе ҡыҙыл балсыҡҡа тиклем ашап бөтөрөр ҙә, бәләкәй генә буйлы һары әҙәмдәр килеп, бөтә донъяны баҫып алыр», имеш. Н. Асанбаев.
МӘЬ ИТЕҮ (мәь ит-) (Р: шлёпнуть; И.: spank; T: vurmak) ҡ. бал.
505