МӘЬЙҮС
Ҡул менән һуғыу (ғәҙәттә, балаға әйтелә). □ Шлёпнуть. Баланы мәъ итеу. ■ «Тыңламаһаң әсәйең ҡушҡанды, хәҙер мәь итермен», — тине өләсәйем кескәй һеңлемә. «Киске Өфө», № 24,2011.
МӘЬЙҮС [ғәр. оиЛ*] (Р.: безнадёжный; И.: all up; T.: umutsuz) с. иҫк.
Киләсәктә һөҙөмтәһе булмаҫлыҡ; өмөт бағларҙай түгел, өмөтө өҙөлгән; өмөтһөҙ. □ Безнадёжный. Мәьйус кеше. Мәъйус булыу. Мәьйус булып йөрөу. ■ Ярлы башҡорт көйөп, мәьйус булып, һыйынырға урын тапманы. X. Ғәбитов.
МӘЬЙҮСИӘТ [ғәр. (Р: безнадёжность; И.: hopelessness; T.: umutsuzluk) и. иҫк.
Киләсәктә һөҙөмтәһе булмаҫлыҡ хәл, төшөнкөлөк; өмөтһөҙлөк. □ Безнадёжность. Мәьйусиәткә бирелеу. Мәьйусиәт куреу. Мәьйусиәт уты һунде. ■ Барлыҡ мәьйусиәт, хәсрәт, ҡайғы урынлашҡанмы минең куңелгә. С. Ҡудаш.
МӘЬМҮР [ғәр. (Р: чиновник; И.: functionary; T.: memur) и. иҫк.
Вазифалы кеше. □ Чиновник, должностное лицо. Мәьмур булыу. ■ Шул көнө ук бер нисә рус байы менән бер нисә мәьмур килеп, Бибәттең ауылдағы һәм баҙарҙағы дөкәнен яҙып мисәтләне. А. Таһиров. Хөкумәт мәьмур ҙәре миңә [авторға] административ тәртип буйынса ике көн эсендә .. ауылынан сығып китергә һәм .. губернаһына барырға бойороҡ бирҙеләр. М. Ғафури.
МӘЬМҮРИӘТ I [ғәр. 4J3-4 (Р: должность; И.: appointment; T: memuriyet) и. иҫк.
1. Рәсми эш урыны, вазифа. □ Должность. Мәьмуриәт талабы.
2. Башында мәьмүр торған рәсми эш ойошмаһы. □ Официальная рабочая организация. Мәьмуриәт булдырыу. Мәьмуриәт төҙөу.
МӘЬМӘЙ ИТЕҮ (мәьмәй ит-) (Р: шлёпнуть; И.: spank; T: vurmak) ҡ. бал.
Һуғыу; сыптырыу. □ Шлёпнуть. Ауырттырып мәьмәй итеу. Илатҡансы мәьмәй итеу. ■ [Роза:] Ҡара, Сәлих, башҡаларға ку-ҙеңде төшөрмә, мәьмәй итермен. С. Агиш.
МӘЭЛДӘТЕҮ (мәэлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. мәэлдәү. понуд. от мәэлдәү.
МӘЭЛДӘҮ (мәэлдә-) (Р: блеять; И.: bleat; T.: melemek) ҡ. һөйл.
Ныҡ итеп ҡысҡырыу (кәзә, һарыҡҡа ҡарата)’, баҡырыу. □ Блеять. // Блеяние. Ба-рыҡтарҙың мәэлдәуе ишетелә.
МӘЭЛДӘШЕҮ (мәэлдәш-) ҡ. урт. ҡар. мәэлдәү. взаимн. от мәэлдәү.
МӘ-Ә (Р: ме-е; И.: meh; Т: те) оҡш.
Кәзә, һарыҡтың баҡырған тауышын белдергән һүҙ. □ Ме-е (подражание блеянию овец и коз).
МЭР [рус. < фр. Maire\ (Р: мэр; И.: mayor; T: belediye başkanı) и.
Муниципалитет башлығы, муниципалитет идаралығы башлығы; ҡала башлығы.
□ Мэр. Ҡала мэры указы. Ҡала мэры менән осрашыу. Мэр ҡулынан маҡтау ҡағыҙы алыу.
МЭРИЯ [рус. < ^у.маиеге] (Р: мэрия; И.: the Mayor’s office; T: belediye meclisi) u.
1. Муниципалитет идаралыҡ. □ Мэрия (муниципальное управление). Мэрия составы. Мэрия ултырышы.
2. Муниципалитет идаралығы урынлашҡан бина. □ Мэрия (здание муниципального управления). Мэрия бинаһы. Мэрияға килеп етеу. Мэрия эргәһендә осрашыу.
МЮЗИКЛ [рус. < ингл. musical] (Р: мюзикл; И.: musical; T: müzikal) и. сәнғ.
Шаян йәки сатирик йөкмәткеле музыкаль театр жанры. □ Мюзикл. Мюзикл ҡарау. Мюзикл әҙерләу. И Инглиз һуҙе «мюзикл» «мюзикл комеди» йәки «музыкаль комедия» һуҙенән ҡыҫҡартып алынған термин. «Ватандаш», № 4, 2007.
МЯСОРУБКА [рус.] (Р: мясорубка; И.: mincing machine; T.: kıyma makinesi) и. һөйл. ҡар. ит турағыс.
Ит йәки бүтән нәмәне ваҡ итеп турап, һығып сығара торған ҡулайлама; ит үткәргес.
□ Мясорубка. Мясорубка аша ит уткәреу. Мясорубка бысағы. Мясорубканан уткәреу. ■ Әсәйем бәлеш бешергәндә муйылды мясорубка аша уткәрә. Экспедиция материалдарынан.
506