НАБОРЩИК
Н [эн] (Р.: восемнадцатая буква башкирского алфавита; И.: the eighteenth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin on sekizinsi harfi)
Башҡорт алфавитының ун һигеҙенсе хәрефе, теш, шартлаулы, урта тел (сонор) тартынҡы [н] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Н, бәләкәй — н формаһында яҙыла. □ Восемнадцатая буква башкирского алфавита. Н хәрефен матур итеп яҙыу. Н хәрефе булған һуҙҙәрҙе яҙыу.
НА, на-а-а, на-на-на (Р.: но, но-о, но-но; И.: gee up!; hup; T.: deh!) саҡ.
Еккән йәки һыбай атты тиҙләтеп ҡыуғанда әйтелә. □ Но (возглас, служащий для понукания лошади). ■ Һалмаҡ ҡына атым юрта, тығырҙай ҡарҙа сана. Һирәк кенә ишетәм мин: «Әйҙә, малҡай, на-на-на!» Н. Нәжми. Иренемде сипылдашып, аттың ҡабырғаһын уксәм менән төйәм: «На-а-а, турат!» Н. Мусин.
НАБАТ [рус.] (Р.: набат; И.: alarm bell; tocsin; T.: tehlike çanı) и. ҡар. оран.
Бәлә килгәнде, хәтәр хәлде белдереп, халыҡты саҡырған сигнал. □ Набат (тревожный сигнал, подаваемый размеренными ударами колокола, боем в барабан и т. п., оповещающий о пожаре, нападении врагов, наводнении или иной общей опасности). / Набатный. Набат тауышы. Бухенвальд набаты. Набат ҡағыу. Набат яңғырау.
НАБАТ ҠАҒЫУ (набат ҡаҡ-) ҡ. ҡар. набат һуғыу. ■ Матур таң, июнь таңында яңғыраған был тауыштар, тын һауаны ярып, алыҫтарға таралдылар. Ҡыҙыл фронт дошмандарына улем набаты ҡаҡтылар. И. Насыри.
НАБАТ ҺУҒЫУ (набат һуҡ-) (Р: бить в набат; И.: toll the tocsin; T.: tehlike çanı çalmak) ҡ.
Бәлә килгәнде, хәтәр хәлде белдереп, саң ҡағыу; оран һалыу. □ Бить в набат. ■ Яуызлыҡҡа ҡаршы ярһып, йөрәгем гел набат һуғыр! А. Игебаев.
НАБОЙКА [рус.] (Р: набойка; И.: tap; heelpiece; heeltap; T.: ökçe lastiği) и. ҡар. даға 2.
Аяҡ кейеменең үксәһенә ҡағыла торған резина йәки тимер киҫәге. □ Набойка (на обуви). Набойка ҡағыу. Набойка ҡаҡтырып алыу. Набойкаһы төшөу. Набойкаһы ҡырылып бөтөу. И [Юрий] хәтәр етеҙ эшләй: шапылдатып набойканы һурып сығара ла, зырылдатып уксәне тигеҙләй, шунан бырау менән тишек яһап, яңы набойканы ҡағып ҡуя ла, уның ситтәрен бысаҡ менән ҡырҡа. «Йәшлек», 14 декабрь 2012.
НАБОР [рус.] (Р: набор; И.: conscription; T.: askere alma) и.
1. һөйл. Билдәле бер йәштәге ир-аттың хәрби хеҙмәткә алынышы. □ Набор. / Наборный. Наборғаэләгеу. Набор йыйыу. ■ Берике наборҙан уҡ Юлдыбайға ла сират етте. Уны һуғышҡа ҡыуҙылар. Һ. Дәүләтшина. Беҙгә меңдән артыҡ өҫтәлмә ғәскәр килде. Быларҙың составы сыбар: өсөнсө наборҙа алған новобранецтар бар. Д. Юлтый.
2. типогр. иҫк. ҡар. хәрефтәр йыйма-һы. Наборҙы таратыу. Ҡулъяҙманы наборға биреу. Наборға ҡушымта биреу. ■ «Бәлишир Науайҙың тормошо һәм ижады» китабы, Икенсе донъя һуғышы йылдарында редакторланым, наборға бирелгән булған. Ғ. Хөсәйенов.
3. Йыйылма әйберҙәр. □ Набор. Ҡоралдар наборы. Уйынсыҡтар наборы. ■ Яңы тыуған сабыйҙар өсөн махсус наборҙар, йургәктәр, костюмдар, башлыҡтар ассортименты ҙур. «Йүрүҙән», 30 март 2012.
НАБОРЩИК (наборщигы) [рус] (Р: наборщик; И.: type-setter; T.: dizgici) и. иҫк. ҡар. хәреф йыйыусы.
Баҫмаханала хәреф йыйған кеше. □ Наборщик. Наборщик булып эшләу. Тексты наборщикҡа биреу. ■ Бер наборщик хәреф теҙһә, диҡҡәт итһә, куҙҙәрен оригиналдан ипләп йөрөтһә, шикһеҙ, уға ожмах ауыҙы асыҡ булыр. Ш. Бабич. Миңнулла баяры тигәнебеҙ, бала саҡтан уҡ типографияла
507