НАҒЫҘ
НАГАН [рус.] (Р.: наган; И.: Nagant revolver; T: toplu tabanca) и.
Барабаны әйләнеп тормалы, махсус системалағы револьвер. □ Наган. / Наганный. Наган көбәге. Наган төйҙәһе. Наган барабаны. Наган тәтеһе. ■ [Йәш егеттең] итәгенән ҡара йөндәре һалынып куренеп торған һары тунына, карталар һала торған һары сумкаһына, .. каракул буркенә, киң башлы һалдат итегенә, билендәге наганына ҡарап, «был хәрби кешелер», тинеләр. И. Насыри. Погон таҡҡан мыйыҡлы кеше билендәге наганын сығарҙы. Я. Хамматов. Ғилмандың ошо минутта уҡ кеҫәһенән наганын сығарып, Косолаповты атып йыҡҡыһы килде. М. Хужин.
НАГЕЛЬ [рус. < нем. Nagel ‘сой’] (Р.: нагель; И.: nog; peg; T.: takoz) и.
Ағас ҡоролмаларҙың төрлө өлөшөн бергә беркетә торған ағас йәки тимер шына; сөй. □ Нагель. Нагелдәр әҙерләу. Нагелдәр кил-тереу. ■ Һеҙ, ҡыҙҙар, һалдар туҡтап торған арала киҫәктәр, нагелдәр юнырһығыҙ, багорҙарға һап ҡуйып торорһоғоҙ. Ғ. Ғүмәр.
НАГИҺАН [фарс. сМЧ (Р: неожиданно; И.: unexpectedly; T.: nagehan)^. иҫк.
Уйламағанда, кинәт кенә, ҡапыл, көтмәгәндә. □ Неожиданно. Нагиһан ҡуҙғалыу. Нагиһан уяныу. Нагиһан килеп сығыу. ■ Юлда [ауылға ҡайтҡанда] сауҡалыҡтан нагиһан сыҡты ла китте ялт итеп бер аҡ ҡуян. Ш. Бабич.
НАГРАДА [рус.] (Р: награда; И.: decoration; T.: ödül) и. ҡар. бүләк I.
Ниндәйҙер уңышлы эш, ҙур хеҙмәт, күрһәткән батырлыҡ өсөн бирелгән орден, миҙал һ. б. □ Награда. Хөкумәт наградаһы. Юғары награда. Награда алыу. Награда биреу. ■ Перовский .. Ырыҫҡолдоң тушенә лә куҙен һалып алды. Был наградалар бушҡа бирелмәуе кемгә-кемгә, уға билдәле инде. 3. Ураҡсин. Уҙған көҙҙөң башында баҡыйлыҡҡа киткән яҡташ ағайым, Дан ордендарының өс дәрәжәһе менән дә буләкләнгән, фронт хәтирәләрен урынлы-урынһыҙ hymen, наградаларын шылтыратып йөрөмәне. М. Ҡотлоғәлләмов.
НАГРАДЛАНЫУ (наградлан-) ҡ. төш. ҡар. наградлау, страд, от наградлау. Орден
менән наградланыу. ■ [Әхәт] отлично уҡыуы һәм отлично холоҡло булыуы өсөн алтын миҙал менән наградланды, — тип уҡыны Камал ағай. 3. Биишева.
НАГРАДЛАУ (наградла-) ҡ. ҡар. бүләк-ләү. Алтын миҙал менән наградлау.
НАГРУЗКА [рус.] (Р: нагрузка; И.: work; commitments; T.: yükleme) и. ҡар. йөкләмә.
1. Вазифаға ҡарап билдәләнгән эш күләме, шөғөллөк кимәле. □ Нагрузка. Ҙур нагрузка. Аҙналыҡ нагрузка. Нагрузканы кәметеу. Хеҙмәткәрҙәргә нагрузканы арттырыу.
2. кусм. Нимәнеңдер идея, эстәлек яғынан билдәләнеше (сәнғәт, әҙәбиәт әҫәрҙәренә ҡарата). □ Нагрузка. Мәҡәлдең мәғәнәуи нагрузкаһы. ■ [Образдарҙың] байтағының әҫәрҙә нагрузкалары ла һиҙелмәй. С. Сафуанов.
НАҒАЛАУ (нағала-) (Р: беспокоить; И.: bother; T.: rahatsız etmek) ҡ. диал. ҡар. борсоу
Йөҙәтеү. □ Беспокоить. Нағалап бөтөрҙө. Кеше нағалап йөрөй.
НАҒАСЫ (Р: ребёнок, воспитывающийся у родственников матери; И.: adopted child; T.: annesinin akrabalarında eğitim gören çocuk) и. этн.
1. Әсәһенең туғандарында тәрбиәләнеүсе бала (атаһының туғандары өсөн). □ Ребёнок, воспитывающийся у родственников матери (по отношению к родственникам отца). ■ Оло йәштәге ҡатындар минең нағасым тип, уйнап уҫкән ауылын көрһөнә-көрһөнә иҫкә алалар, ғумер буйы онотмайҙар. Ғ. Ибраһимов.
2. Әсә яҡ туғандары (бала өсөн). □ Родня матери (по отношению к ребёнку). • Ер ағасһыҙ булмаҫ, әҙәм нағасыһыҙ булмаҫ. Мәҡәл.
НАҒЫҘ (Р: отборный; И.: select; choice; T.: seçkin) с. диал. ҡар. һайланма.
Ниндәйҙер талап менән һайлап алынған; иң шәп, бик яҡшы. □ Отборный. Нағыҙ әйбер. Бөтә нәмәнең нағыҙын ғына уҙенә алған. ■ Элек әрмегә иң нағыҙ аттарҙы ғына алдылар. Экспедиция материалдарынан.
509