НАҒЫШ
НАҒЫШ I [ғәр. u&j] (Р.: вырезной узор; И.: fretwork pattern; T.: nakış) и.
1. Уйып, һырлап, төрлө төҫкә буяп яһалған биҙәк. □ Вырезной узор, резьба. Нағыш төшөрөу. Нағыш һалыу. Ташҡа нағыш уйыу.
2. Сигеп төшөрөлгән биҙәк. □ Вышитый узор. Милли нағыш. Сағыу нағыш. Я Башҡорттоң иһә куңел байлығы сигеу-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған би-ҙәуестәрҙә, көмөшкә сукеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. М. Бураҡаева. • Еңгәм сәнсә, мин тотам — мин дә нағыш беләмен. Әйтем.
3. Сигелгән нәмә. □ Вышитая вещь. Я [Эшҡыуар] уҙе ауылдарға, халыҡ араһына сығып, бөртөкләп тигәндәй биҙәктәр, нағыштар эҙләй, уларҙы ҡағыҙға төшөрә, байыта, мәғәнәһенә төшөнә. «Йәшлек», 26 май
2011. • Килен малы — нағыш, башы — һағыш. Мәҡәл.
НАҒЫШ II (Р .: подорожник; И.: plantago; T.: sinirotu) и. бот. диал. ҡар. юл япрағы.
Юл буйҙарында, баҡсаларҙа, болон-туғайҙарҙа үҫкән әрһеҙ үлән; нағышъяпраҡ; баҡа ебәге. □ Подорожник (лат. Plantago). Нағыш йыйыу. Шешкә нағыш ябыу.
НАҒЫШЪЯПРАҠ и. бот. диал. ҡар. юл япрағы.
НАҒЫШЛАНЫУ (нағышлан-) ҡ. төш. ҡар. нағышлау, страд, от нағышлау. Нағышланған ҡулъяулыҡ. Нағышланған таҫтамал. ■ һәр кемдең дә тик уҙенсә генә, яҙмышының төрлө ептәренән нағышланалыр ул тормошо. А. Игебаев. Ҡашмау ту-бый, ҡыҙҙар таҡыяһы, һарауыс яға, йәғни кулдәк өсөн нағышланған ҡатын-ҡыҙҙар яғаһы һәм шуның ише боронғо башҡорт кейем-һалымдары аҡрынлап ҡулланыуҙан сыға бара. М. Өмөтбаев.
НАҒЫШЛАТЫУ (нағышлат-) ҡ. йөкм. ҡар. нағышлау, понуд. от нағышлау. На-ғышлатып кейеҙ баҫтырыу.
НАҒЫШЛАУ (нағышла-) (Р. : разрисовывать; И.: embroider; make patterns; T.: nakış işlemek) ҡ.
1. Биҙәк төшөрөү; биҙәү. □ Разрисовывать, украшать узорами, отделывать, орнаментировать. һандыҡ нағышлау. И һаумы, аҡ ҡыш, өр-яңы ҡар — аҡ болот. Хозурла һин,
нағышла һин донъяны. К. Кинйәбулатова. Бәхет шишмәһенә төшә торған баҫҡыстарҙың да семәрләп-нағышлап эшләнеуе куптәрҙең куңеленә хуш килә. «Башҡортостан», 19 февраль 2013. Ҡара ҡырпыу уңлегеңде нағышларбыҙ, юрғам. Халыҡ йырынан. Куңел дәфтәремдең һәр бер битен ынйы-хистәр менән нағышлап, өр-яңы бер шиғыр яҙмаҡ булдым тыуған илкәйемә бағышлап. А. Игебаев.
2. Сигеп биҙәк төшөрөү; сигеү. □ Вышивать. Таҫтамал нағышлау. Янсыҡ нағышлау. Алъяпҡыс нағышлау. ■ Башындағы фуражкаһын сискәс, ул [юлдашым] муҡсайынан башҡорт тирмәһе өлгөһөндә сит-ситтәре нағышлап тегелгән сигеуле теуәтәй алып кейҙе. С. Ильясов.
НАҒЫШЛЫ (Р: украшенный узорами; И.: embroidered; T.: nakışlı) с.
1. Биҙәк төшөрөлгән; биҙәкле. □ Украшенный узорами; узорчатый. Нағышлы серге. Нағышлы кейеҙ. ■ Ҡуҙыйкурпәс Маянһылыу эшләгән сигеуле таҡыя, нағышлы серге, биҙәкле артмаҡ кеуек буләктәр алып ҡайтҡанлыҡтан, ҡыҙҙы бөтөнләй кургәне булмаһа ла, уны куптән ярата ине. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Сигеп биҙәлгән; сигеүле. □ Вышитый. Нағышлы таҫтамал. Нағышлы пәрҙә. Нағышлы мендәрҙәр. Нағышлы янсыҡ. Нағышлы билбау. ■ Урал армыттары семәрләгән нағышлы ла янсыҡ бирәбеҙ. Халыҡ йырынан. Нағышлы ла билбау быуҙыниһәң, буяуҙары ҡалыр билеңдә. Халыҡ йырынан. Милли нағышлы сигеуҙәр менән йортто биҙәу йолаһын дауам итеусе оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар һәр ауылда тиерлек осрай. «Башҡортостан», 18 ғинуар 2011.
НАҒЫШСЫ (Р: вышивальщица; И.: embroideress; T.: nakışçı) и.
Нағыш (I) сигеүсе. □ Вышивальщица. Оҫта ҡуллы нағышсы. Нағышсының ҡул эштәре.
НАҒӘЛӘТ [ғәр.] и. ҡар. ләғнәт. Нағәләт уҡыу. Нағәләт төшөу.
НАДЕЛ [рус.] (Р: надел; И.: allotment; Т.: toprak) и. тар. ҡар. пай.
510