Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 511


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАҘАН
Файҙаланыу өсөн бүлеп бирелгән ер. □ Надел. Надел ере. Надел ерҙәр аҙайыу. Надел ерен һатыу. ■ Каҙанҡап староста менән Дәуләт, Саттар мирәйеттәрҙе өйөнә ҡунаҡҡа алып ҡайтып, бөтә ауылда нисә кеше тулы надел тота,.. иҫәпләтеп, туҡһан һигеҙ хужаның егерме һигеҙләбе генә тулы надел ер эйәләре булып, ҡалғандарының, был һанға инмәйенсә, һайлауға ҡатнаша алмаясаҡтарына бик ҡәнәғәт булды. Һ. Дәүләтшина.
НАДЗИРАТЕЛЬ [рус.] (Р.: надзиратель; И.: overseer; T.: gardiyan) и. ҡар. күҙәтсе.
1. Тотҡондарҙы күҙәтеп, тикшереп тороусы хеҙмәткәр, төрмә хеҙмәткәре. □ Надзиратель. / Надзирательский. Надзиратель булыу. Төрмә надзирателе. Надзиратель бурыстары. ■ Арестанттарҙы надзирателдәр ҡарай, уларына свейҙар ҡуҙ-ҡолаҡ, һәр кәмәне ике-өс ҡораллы матрос һаҡлап йөрөтә. Б. Рафиҡов. Надзиратель өс ҡатлы йорт ишегенең йоҙағын асты. Я. Хамматов.
2. иҫк. Кемделер күҙәтеп, тикшереп тороусы хеҙмәткәр. □ Надзиратель. ■ 1850 йылда С.Кукләшев Ырымбур сик буйы комиссияһы эргәһендә ҡаҙаҡ балалары өсөн асылған мәктәпкә ҡараусы-тәрбиәсе (надзиратель ) итеп кусерелә. Ғ. Ҡунафин.
НАДЗОР [рус.] (Р: надзор; И.: supervision; T: gözetim) и. ҡар. күҙәтке.
1. һаҡлау һәм күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән ҡарауыл; бағауыл, һағауыл. □ Надзор. / Надзорный. Надзорға алыу. Надзор иҫкәртеуе. Ҡаты надзор.
2. Күҙәтеүселәр төркөмө; күҙәтеп, тикшереп торған орган. □ Группа надзирающих лиц. Техник надзор. Төҙөлөш надзоры. Полиция надзоры. ■ Минең аймауымса, был саҡта атайым полиция надзоры аҫтында торған булырға тейеш. 3. Биишева.
НАДИР I [ғәр. >Б] (Р: редкостный; И.: rare; T: nadir) с. иҫк.
Ғәҙәттәгенән әҙ булған, һирәк осраған; һәр саҡ булмаған. □ Редкостный, редкий. Надир әсбап. Надир куренеш. ■ Сән бер һурәт надир һин, кис ҡашымда хазир һин. Халыҡ ижадынан.
НАДИР II [ғәр. (Р: надир; И.: nadir; T.: nadir) и.
Күк сфераһында зенитҡа ҡаршы урынлашҡан нөктә. □ Надир (точка небесной сферы, противоположная зениту).
НАДИРӘ I [ғәр. (Р: редкость; И.: rarity; T.: nadire) и. иҫк.
һирәк осрай торған нәмә. □ Редкость.
НАДИРӘ II (Р: забава; И.: amusement; Т.: eğlence) и. иҫк.
Көлкөлө, ҡыҙыҡ нәмә. □ Забава, потеха, шутка.
НАДСМОТРЩИК (надсмотрщигы) [рус.] и. ҡар. күҙәтеүсе II, 1. Надсмотрщик куҙәтеуе аҫтында эшләу.
НАДСТРОЙКА [рус ] и. сәйәси, ҡар. өҫҡорма 1.
НАҘ [фарс. >j] (Р: нежность; И.: tenderness; T.: naz) и.
1. Рәхәтлек биргән, иркәләгән йылы, йомшаҡ тойғо. □ Нежность, нега. Йөрәк наҙы. ■ Ҡыҙы ла бар был илдең, наҙы ла бар был илдең. Халыҡ ижадынан. Ғумерҙең көҙө утте, яҙы килде, бәхеттең наҙы китте, сазы килде! Ш. Бабич. Тормош курке — әсә эргәһендә, әсә ҡарашының наҙында. Ә. Таһирова. Пәйғәмбәрҙәй рух ҡанаты бирәһең һин, изге доға итеп ятлар сурәһең һин. Һәр өнөң — ҡот, яҙ һулышы, куңел туле, һәр һуҙең — наҙ, һин — наҙ моңо, башҡорт теле. М. Һибәт.
2. Йылы, йомшаҡ мөнәсәбәт. □ Приветливость, ласка. Ата-әсә наҙы. ■ Инәй наҙы — йөҙ дауа, йөҙ ауырыуҙан ҡотҡара. Халыҡ ижадынан. Олоғайған көнөмдә лә иркәмен бәпәй һымаҡ, тик хәҙер атайым наҙы буй етмәҫ тәтәй һымаҡ. Т. Дәүләтбирҙина.
3. Яҡшынан-яҡшыны көҫәгән иркәлек. □ Каприз, жеманство. ■ [Алпамыша:] Хан ҡыҙының наҙы бөтмәҫ, куңелемдең көйө юҡ. «Алпамыша». • Ҡыҙлы ҡыҙын һөйләгәндә, ҡыҙһыҙ ҡыҙлының наҙын һөйләр. Мәҡәл. Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Мәҡәл.
НАҘАН I [фарс. и^Б] (Р: неграмотный; И.: illiterate; T: nadan) с. .
1. Уҡый-яҙа белмәгән, белемһеҙ. □ Неграмотный, безграмотный. Сей наҙан. ■ Яҡ-
511