НАҘАН
шыны курд алмайҙыр наҙан әҙәм. М. Аҡмулла. Купселеге наҙан ҡаҙаҡ халҡы араһына барып ингәс, Таиптың таҡыр ғына дин ғилеменә лә хәжәт тыуа. Р. Өмөтбаев. • Наҙан дуҫтан зирәк дошман артыҡ. Мәҡәл.
2. Уҡымышы бәләкәй, белеме әҙ. □ Невежественный, необразованный; тёмный.
■ Мәҙәни булған милләттәр уҙа бара, наҙан милләт туҙан кеуек туҙа бара. М. Ғафури. Нәфсе — шайтан, бик яуыз ул: һәр әҙәмде аҙҙыра; аҙҙыра торғас, наҙандарҙы юлдан яҙҙыра. Ш. Бабич.
НАҘАН II [фарс. jBU] (Р.: невежда; И.: ignoramus; ignorant person; T.: nadan) и.
1. Белемһеҙ, томана кеше. □ Невежда, неуч. Наҙандың наҙаны. ■ Наҙан менән биш көн тороу — йылға торош, аҡылың булһа, айырылма ҡарт дананан. М. Аҡмулла. Телсән наҙандан телһеҙ уҡымышлы яҡшыраҡ. М. Өмөтбаев.
2. Аҡылы камил түгел; алйот, аңра. □ Глупец, бестолочь. Вәт, наҙан! ■ Наҙан менән купме юлдаш булһаң да һин, ахырында, бер көн килеп, дат алырһың. М. Аҡмулла. • Наҙан менән дуҫ булма. Мәҡәл.
НАҘАНЛАНЫУ (наҙанлан-) (Р: отупеть; И.: grow dull; T.: aptallaşmak) ҡ.
Аң-белем кәмей төшөү. □ Отупеть. На-ҙанлана барыу. Наҙанлана төшөу. Наҙанла-нып бөтөу.
НАҘАНЛЫҠ (наҙанлығы) (Р: неграмотность; И.: illiteracy; T.: nadanlık) и.
1. Уҡый-яҙа белмәгәнлек, наҙан булған хәл. □ Неграмотность, безграмотность.
■ Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк. М. Аҡмулла. Ғилем куңел куҙен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығын бөтөрөр, оло дәрәжәләргә тоташтырыр, дошмандарға ҡаршы ҡорал булыр. Р. Фәхретдинов. Абдулов .. документты яҙыусы кешене наҙанлыҡта ғәйепләп маташты. И. Насыри.
2. Аҙ белемле булыу хәле; компетент-һыҙлыҡ. □ Необразованность, незнание, некомпетентность, непросвещённость. ■ Ауыл ерендә наҙанлыҡ, ҡалалағы менән сағыштырғанда, куп мәртәбәгә юғары көйө ҡала.
«Шоңҡар», № 8, 2010. ® Яманлыҡтың төбө — наҙанлыҡ. Мәҡәл.
НАҘАНСЫЛЫҠ(наҙансылығы) и. диал. ҡар. наҙанлыҡ. Борон наҙансылыҡ көслө булған.
НАҘАР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерганцев. Наҙарҙар менән ҡатышып йәшәу.
НАҘИР (Р: неспелый; И.: underripe; Т.: olmamış) с. диал.
1. Өлгөрөп етмәгән (емеш-еләккә ҡарата)', бешмәгән. □ Неспелый (о ягоде). Наҙир еләк. Наҙир ҡарағат.
2. ҡар. бысый 1. Икмәгем наҙир булып беште.
НАҘЛАНЫУ (наҙлан-) (Р: нежиться; И.: loll; lounge; T.: nazlanmak) ҡ.
1. Йылы, йомшаҡ хискә бирелеп, иркәләнеү. □ Нежиться, разнеживаться. Наҙлана башлау. Наҙлана биреу. Наҙланып алыу. Наҙланып йөрөу. ■ Дурт йылға һуҙылған һәләкәтле юлдан ҡайтһа ла, оҙон-оҙаҡ ял итеп, наҙланып ятырға йыйынмай Ирназар. Ә. Хәкимов. Ғибәҙәт кәләшен ҡосаҡлап упмәк ине лә, Әҙибә ҡапыл оялды тотош ғаләм алдында наҙланып торорға. Г. Ғиззәтуллина. Йылы өйҙә, хәстәрлекле атай-әсәйгә иркәләнеп, наҙланып ҡына уҫеуҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! «Йәйғор», 6 ғинуар 2012.
2. Иркәләнеп, яҡшынан яҡшыны көҫәү; һайланыу, талымлау. □ Жеманиться; жеманничать. Наҙланып ултырыу. Наҙланып тороу. ■ Һайланып, наҙланып йөрөмә сәскәләр араһында. Сәскә бер-береһенән матур, ҡай саҡ алданаһың да. Н. Нәжми.
3. Нимәнелер эшләмәй ялындырыу, инәлтеү. □ Заставлять упрашивать, ломаться. ■ Йомай әбей уны [Зәлифәне] ҡапыл ҡыҙҙырып алып китте: «Ҡорттай башың менән наҙлана беләһең, һай-һай», һ. Дәүләтшина. • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр. Мәҡәл.
512