НАЖДАКЛЫ
НАҘЛАНЫУСАН с. ҡар. иркәләнеүсән.
Наҙланыусан ҡыҙ.
НАҘЛАНЫШЫУ (наҙланыш-) ҡ. урт. ҡар. наҙланыу, взаимн. от наҙланыу. Ҡояшта гөлдәр наҙланышып ултыралар.
НАҘЛАУ (наҙла-) (Р.: нежить; И.: pamper; fondle; T.: şımartmak) ҡ.
Йылылыҡ күрһәтеү, ҡәҙерләү, иркәләү.
□ Нежить, изнеживать. Наҙлап уҫтереу. Наҙлап ҡағылыу. Наҙлап иркәләу. ■ Яҙ һулышы бөрөләрҙе наҙлай, яҙғы нурҙар йөҙгә яғыла. Ш. Бикҡол. Тормош беҙҙе артыҡ наҙламаны, уҫтермәне һөйөп-иркәләп. «Ағиҙел», № 5, 2010.
НАҘЛЫ I (Р.: нежный; И.: tender; Т.: nazlı) с.
1. Йомшаҡ, иркә, нәфис. □ Нежный, ласковый. Наҙлы бала. Наҙлы һуҙ. ■ [Ир-назарҙыц] әсәһе менән Фәйрузәгә яҙған хаттары ла кутәренке, алсаҡ, аһәцле. Ул бергә саҡта әйтелмәгән иц наҙлы, иц татлы хистәрен еткерергә тырыша, изге хыялдарын һутә, йыуата. Ә. Хәкимов. Моцло, наҙлы, йомшаҡ башҡорт теле, нурға сорнай һәр бер һуҙемде. Т. Дәүләтбирҙина.
2. Яҡшынан-яҡшыны көҫәгән; иркә.
□ Изнеженный, избалованный, холёный. • Ярлы булһац да, наҙлы бул. Әйтем.
НАҘЛЫ II и. ҡар. наҙлыҡай II. • Наҙлы наҙланғансы, наҙһыҙ ашап туйған. Мәҡәл.
НАҘЛЫ III (Р: нежно; И.: tenderly; Т.: samimiyetle) р.
Иркә, яғымлы, йомшаҡ. □ Нежно, ласково. Наҙлы өндәшеу. Наҙлы итеп һөйләшеу. ■ Әсәһе уны [улын] бер ваҡытта ла тота килеп арҡаһынан ҡағып иркәләмәһә лә, терпе сәстәрен көслө бармаҡтары менән наҙлы ғына аралау ы, мацлайына усын баҫып алыуы иҫенә төштө. 3. Ураҡсин.
НАҘЛЫҠАЙ I (Р: изнеженный; И.: pampered; T.: nazenin) с.
Наҙлы, иркә. □ Изнеженный. Наҙлыҡай ҡыҙ. Наҙлыҡай гөл. ■ Һәр ҡар бөртөгөндә нәзәкәтлекәй, наҙлыҡай ғына һырҙар һәм шул уҡ ваҡытта ниндәй аныҡ бөтөнлөк, төҙөк геометрик фигуралар! «Урал», 22 ғинуар 2013.
НАҘЛЫҠАЙ II (Р: неженка; И.: pampered person; T: şımarık) и.
Иркә, наҙлы кеше. □ Неженка, баловень. Ата-әсә наҙлыҡайы.
НАҘЛЫЛЫҠ (наҙлылығы-) (Р: нежность; И.: tenderness; fondness; T.: nazlılık) и.
1. Наҙлы (1,1) кешегә хас сифат; яғымлылыҡ, мөләйемлелек, йомшаҡлыҡ. □ Нежность, ласковость. Наҙлылыҡ сағылыу. Наҙлылыҡ бөркөлөу. Балаларға ябайлыҡ, тоғролоҡ, иркәлек, наҙлылыҡ һәм эскерһеҙлек хас. И Әсәй — мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө. Әсәнец һиҙгер йөрәге, куцел йылыһы яҙмыштыц аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай, «һаҡмар», 30 ноябрь 2011.
2. Үтә ныҡ иркәлек; иркә булыу сифаты. □ Изнеженность, жеманность, каприз. ■ Һылыу ецгәһенец уткер ҡарашында, һомғол һын-килбәтендә наҙлылыҡ, илаһиҙарса һил ғорурлыҡ бар ине. Й. Солтанов.
НАЖАҒАЙ (Р: зарница; И.: sheet lightning; heat lightning; T.: balk) и. диал. ҡар. ялағай.
Бик алыҫта, офоҡта күк күкрәмәй генә ялтлаған йәшен уты. □ Зарница. / Зарничный. Нажағай уйнай. Нажағай ялтырай.
НАЖАҒАЙ АЛЫУ (нажағай ал-) (Р: озаряться; И.: appear (about sheet lightning); T.: aydınlanmak ) ҡ. диал.
Нажағай утының сатҡыһы тейеү. □ Озаряться. Сәтләуекте нажағай алған.
НАЖАТ и. иҫк. ҡар. нәжәт. Нажат табыу.
НАЖДАК (наждагы) [рус.] (Р: наждак; И.: emery; abrasive; T.: zımpara) и.
1. Алмастан ҡала иң ҡаты булған корунд минералының онтаҡ хәлендәге төрө. □ Наждак. Наждак ятҡылығы. Наждак онтағы. Наждак етештереу. Наждак ташы.
2. Металл, быяла, таш шымартыу һәм металдан эшләнгән нәмәләрҙе таҙартыу өсөн ҡулланылған онтаҡ минерал. □ Наждак. / Наждачный. Наждак менән таҙартыу.
НАЖДАКЛЫ (Р: наждачный; И.: abrasive; T.: zımpara) с.
17- 1.0062.14
513