Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 514


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАЖУМ
Составында наждак булған. □ Наждачный. Наждаклы ҡатырға. Наждаклы ҡағыҙ менән шымартыу.
НАЖУМ (Р.: навоз; И.: dung; manure; T.: çiftlik gübresi) и. диал. ҡар. тиреҫ.
Тиҙәк менән ҡалдыҡ бесән һәм һалам ҡатнашмаһы. □ Навоз. / Навозный. Нажум сығарыу. Нажум таҙартыу. Баҫыуға нажум ташыу.
НАЖЫРАЙТЫУ (нажырайт-) ҡ. диал. ҡар. һытыу. Нажырайтып сығарыу.
НАЗАҒАЙ и. диал. ҡар. нажағай. Наза-ғай уйнау. Назағай ялтыраһа, арыш бешкән, тибеҙ.
НАЗАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. nasus Танау’] (Р.: назализация; И.: nasalization; T: ge-nizsilleşme) и. лингв, ҡар. танаулашыу.
Танау аша әйтелеү күренеше. □ Назализация. Телдәге назализация.
НАЗАЛЬ (Р: назальный; И.: nasal; Т: nasal) с. лингв.
Танау менән әйтелгән, танаулашҡан.
□ Назальный. Назаль өндәр.
НАЗАР [ғәр. (Р: взгляд; И.: look; glance; T: nazar) и. иҫк.
1. Нимәгәлер йүнәлтелгән күҙ ҡарашы.
□ Взгляд, взор. Назар итеу. Назар ҡылыу. ■ Хосусан яһил халыҡ назарында уҙең һимеҙ, ҡорһағыц өлкән булһын. М. Аҡмулла.
2. Нимәлер хаҡындағы фекер; ҡараш.
□ Суждение, мнение, соображение. Назарын эйтеу. Назарын белдереу. ■ Эй, Баҙар-гөл, матурлыҡта баҙарыц бар, минец һицә ике төрлө назарым бар. Ш. Бабич.
♦ Назар алыу күҙ тейеү. □ Подвергаться сглазу. Назар ҡайтыу күңел ҡайтыу, дәрт һүнеү. □ Охладеть к кому-л., чему-л. Башлаған эштән назарым ҡайтты. ■ Эшләгәндең ҡәҙерен белмәгәс, назарым ҡайтты ла ҡуйҙы. Экспедиция материалдарынан.
НАЗАРАТ [ғәр. (Р: управление; И.: board; T: nezaret) и. иҫк.
1. Эш башында торған идара; идаралыҡ. □ Управление. Мәҙрәсә назараты. Мосолман диниә назараты. Назарат эшмәкәрлеге. ■ [Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев]Диниә назараты канцелярияһына тәржемәсе
булып урынлаша, бер ук ваҡытта окружной судта ошо уҡ вазифаны атҡара. Ғ. Ҡунафин.
2. Күҙәтеп тороу, ҡарау эше. □ Присмотр, наблюдение; контроль, надзор. Назарат итеу. Назарат тәртибе.
НАЗАРАТ ИТЕҮ (назарат ит-) (Р: управлять; И.: govern; T: nezaret etmek) ҡ. иҫк.
Күҙәтеү, тикшереү. □ Управлять, заведовать. Үҙәк менән назарат итеу.
НАЗАРИ [ғәр. (Р: теоретический; И.: theoretical; T.: nazari) с. иҫк.
Тормош тәжрибәһен дөйөмләштергән, тәбиғәт һәм йәмғиәттең үҫеш закондарын билдәләгән логик һығымталы; теоретик.
□ Теоретический. Назари сығанаҡ. Назари һәм ғәмәли эш.
НАЗАРИАТ [ғәр. (Р: теория; И.: theory; T: nazariye) и. иҫк.
Тормош тәжрибәһен дөйөмләштергән, тәбиғәт һәм йәмғиәттең үҫеш закондарын билдәләгән логик һығымта, фекер, ҡараш.
□ Теория, доктрина, взгляд; воззрение. Әҙәбиәт назариаты. Иҡтисад назариаты.
НАЗАРИЯ [ғәр. и. ҡар. назариат.
НАЗАР ҠАЙТАРЫУ (Р: заговор от сглаза; И.: charm against an evil eye; T: nazara gelmesini tedavi etme) и. миф.
Күҙ тейеүҙе өшкөрөү ысулы. □ Заговор от сглаза, доел. Отводить сглаз. Баланан назар ҡайтарыу. Мал-тыуарҙан назар ҡайтарыу.
НАЗАРЛЫҠ (назарлығы) (Р: предмет, пришиваемый на головной убор детей от сглаза; И.: headgear objects against an evil eye; T: nazarlık) и. этн.
Балаға күҙ теймәһен өсөн тағылған әйбер.
□ Предмет, пришиваемый на головной убор детей от сглаза. Назарлыҡ әҙерләу. Назар-лыҡ тегеу. ■ Куҙ теймәҫкә тупыйына назарлыҡ тағалар: ҡуян ҡолағы, миләш ағасы. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
НАЗҒАЙ и. диал. ҡар. нажағай. Назғай ялтырай. Назғай ялтыраһа, арыш бешә, тибеҙ.
НАЗИМ и. иҫк. ҡар. назымсы. Назим булыу. Билдәле назим. Назим ижады.
НАЗИР [ғәр. (Р/ наблюдатель; И.: observer; T: gözlemci) и. иҫк. ҡар. күҙәтсе.
514