Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 517


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАМ
мәтулла] Михаилдыц наҡыҫ ҡына өлөшөнә инеүҙән уңайһыҙланып, баш һелкте. Я. Хамматов. Эсендәге наҡыҫ йылыны мөмкин тиклем оҙаҡҡараҡ һаҡларға тырышып, ғәҙәти ғауғаға ҡатнашмай ситтәрәк баҫып торған Әҙибә, башын ҡайҡайтып .. офоҡ ситендәге йондоҙға ҡараны. Г. Ғиззәтуллина.
2. Тейешле үлсәмдән, дәүмәлдән бәләкәй булған, тар (кейемгә ҡарата). □ Короткий (об одежде). Наҡыҫ тун. Наҡыҫ кейем. ■ Тағы кейҙем туҙған кулдәгемде, ..на-ҡыҫыраҡ, бер аҙ тарыраҡ. Р. Назаров.
НАҠЫҪ II [ғәр. (р_: недостаточно; И.: insufficiently; T: yetmez; nakıs) р.
1. Тейешле дәрәжәнән кәм, әҙ. □ Недостаточно, мало. Уңыш наҡыҫ булды. Бесән наҡыҫ булды. Эш хаҡы наҡыҫ. ■ Һуғыш йылдарында ла, һуғыштан һуң да Вәзирҙәр ғаиләһе, башҡалар кеүек үк, ашау-эсеүгә наҡыҫ, бик наҡыҫ йәшәне. М. Кәрим. Ә.-З. Вәлиди үҙенец хәтирәләрендә былай тип яҙа: «Исламды белеүем наҡыҫ түгел ине, ислам тарихын, мәҙәниәтен, тарихи географияһын, төрлө дәүерҙәрҙәге иҡтисади хәлен яҡшы белеүем арҡаһында 1935—1939 йылдарҙа Германияла Бонн һәм Геттинген университеттарында ислам ғилемдәре профессоры вазифаһын башҡарҙым». Ғ. Хөсәйенов. Быйылғы йәйҙец саманан тыш ҡоро килеүе-нән баҫыуҙарҙа, туғайҙарҙа үлән наҡыҫ булды. «Башҡортостан», 11 сентябрь 2012.
2. диал. Ҡыҫынҡы (ер тураһында).
□ Стеснённо. Ерҙе наҡыҫ бүлеү.
НАҠЫҪАЙЫУ (наҡыҫай-) ҡ. ҡар. наҡыҫланыу. Бесән наҡыҫайҙы. Тун наҡы-ҫайған. ■ Күҙгә лә наҡыҫая башлағайны шул Зөлхизә әбей. Н. Мусин. Яҙ еткәс, ризыҡ наҡыҫая, сөнки һыйыр һыуалған, ит бөткән, яңы бәрәңгегә саҡлы йыраҡ әле. «Башҡортостан», 13 ғинуар 2012.
НАҠЫҪЛАНЫУ (наҡыҫлан-) (Р.: ста новиться недостаточным; И.: get insufficient; T: yetersiz olmak) ҡ.
1. Тейешле саманан кәмеү; әҙәйеү.
□ Становиться недостаточным. Аҙыҡ-түлек наҡыҫланыу. Бесән наҡыҫланыу. Аҡса наҡыҫланды. ■ Быйыл тау ар-фәлән нәмәһе бик наҡыҫланып китте бит. И. Насыри.
Һуғыш башланғас, дошманды еңеү өсөн күп аҙыҡ-түлек фронтҡа оҙатылып торҙо, ашау яғы наҡыҫланды. «Йәшлек», 20 март 2008.
2. Тейешле үлсәмдән, дәүмәлдән кәмеү; бәләкәсәйеү, тарайыу. □ Становиться коротким. Күлдәгем наҡыҫланған. Тун наҡыҫланған. ■ Наҡыҫлана төшһә лә, уның сатраш пинжәге бар. М. Кәрим.
НАҠЫҪЛЫҠ (наҡыҫлығы) (Р: скудость; И.: scarcity; poverty; T: kıtlık) и.
Нимәлер етешмәгән, наҡыҫ булған хәл.
□ Скудость, скудность. Мал аҙығына наҡыҫлыҡ. Кейемгә наҡыҫлыҡ. Ваҡыт наҡыҫлығы. ■ Ауыл халҡының кеҫә яғы наҡыҫлығын белеп, уларға тауарын кисектереп түләү шарты менән дә, килешеү буйынса ла биреп ебәрә оҫта. «Йәшлек», 5 декабрь 2012.
НАЛАН [фарс. ûVlj] (Р: стонущий; И.: groaning; T: nalan) с. иҫк.
Ыңғырашҡан, илаған. □ Стонущий, плачущий. Налан тауыш.
НАЛАН ИТЕҮ (налан ит-) (Р: стонать;
И.: moan; T: inlemek) ҡ. иҫк.
Ыңғырашыу, илау. □ Стонать, плакать. Һыҙланыуҙан налан итеү. Ауырыуҙар налан итә.
НАЛЁТ [рус.] (Р: налёт; И.: raid; Т: akın) и. ҡар. һөжүм.
Көтмәгәндә, бик тиҙ баҫып алыу, ябырылыу; талау. □ Налёт. Налёт яһау. Налёт эшләү. ■ Кис, дошман налёты тымған арала, Георгий иптәшенең башындағы бинтты һаҡлыҡ менән генә таратты. Ш. Янбаев.
НАЛИШНИК (налишнигы) и. диал. ҡар. йөҙлөк. Налишник эшләтеү.
НАЛОГ [рус.] и. ҡар. һалым. Налог түләү. Налог йыйыу.
НАМ [фарс. еЧ (Р: имя; И.: name appellation; T: nam) и. иҫк.
1. Кешегә бирелгән атама; исем, ат.
□ Имя; название, наименование. Намы билдәле. Нам биреү. ■ Милләткә хеҙмәт иткән кешеләрҙең шөһрәте, намы билдәле булыр. С. Яҡшығолов. Изге намың ишеттениһәм, Аланҡыуа, йөрәгемдә һиңә ҡаршы сәләм тыуа. Ш. Бабич.
2. Дан, шөһрәт. □ Известность, слава. Нам алыу. ■ Берәүгә һин — нан, берәүгә
517