Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 518


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАМАҘ
һин — нам, берәугә һин — дан, берәугә һин — ҡан. Р. Ғарипов.
НАМАҘ [фарс. >з] (Р.: намаз; И.: (Mohammedan) prayer; T.: namaz) и. дини.
Мосолмандар тарафынан көнөнә биш тапҡыр башҡарылырға тейешле ғибәҙәт.
□ Намаз (обязательная молитва у мусульман, совершаемая пять раз в сутки). Намаҙ өйрәнеу. Намаҙ ниәтләу. Намаҙ уҡыу. Намаҙға баҫыу. Намаҙға йөрөу. Намаҙ боҙолоу. ■ Доғалар ятлау, намаҙ, ураҙа, дини байрамдар, бисмилла әйтеп ашарға ултырыу, эш башлау, һәр кем менән итәғәтле, ихтирамлы, рәхмәтле булыу, һәр бер ғибәҙәтте еренә еткереп утәу фарыз һәм ғәҙәткә ингән ҡанундарҙан. Ғ. Хөсәйенов. Симпозиумдан һуц Рафиҡ Төркиәнән килгән дуҫы Мөхәммәд Джаббарҙы аэропортҡаса оҙатып ҡуйҙы. Дуҫы — биш намаҙын ҡалдырмай торған дини кеше. Л. Якшыбаева.
НАМАҘ ВАҠЫТЫ (Р: время намаза; И.: time to say Moslem prayers; T: namaz vakti) и. дини.
Мосолмандарҙа ғибәҙәт ҡылыу (башҡарыу) өсөн билдәләнгән ваҡыт. □ Время намаза.
НАМАҘҒА БАҪЫУ (намаҙға баҫ-) (Р: стать религиозным; И.: become religions; T.: namaza başlamak) ҡ. дини.
Дин тота башлау дингә бирелеү. □ Стать религиозным. Йәштәр намаҙға баҫа. Намаҙға баҫыу ғәмәлдәре. ■ Намаҙға баҫыу ҙа тиҙ генә булмай ул, рухи көс тә кәрәк быға. «Йүрүҙән», 5 апрель 2011.
НАМАҘҒА ТОРОУ (намаҙға тор-) ҡ. дини. ҡар. намаҙға баҫыу.
НАМАҘ КИТАБЫ (Р: книга намаза; И.: book of Moslem prayers; T: namaz kitabı) и. дини.
Намаҙҙарҙы уҡырға өйрәтеүсе китап.
□ Книга намаза. Башҡортса намаҙ китабы.
НАМАҘҠАР (Р: набожный; И.: devout keeping the namaz; T.: namazkâr) и. дини. диал.
Намаҙ ҡалдырмаған; диндар. □ Набожный, религиозный. Атайым намаҙҡар булған.
НАМАҘЛЫ с. ҡар. доғалы.
НАМАҘЛЫҠ (намаҙлығы) (Р: молитвенный коврик; И.: prayer rug; T: namazlık) и. дини.
Намаҙ уҡығанда алға түшәлә торған махсус ябыу. □ Молитвенный коврик, на котором совершается намаз. Намаҙлыҡ йәйеу. Намаҙлыҡ тушәу. ■ Урҙаларҙа, сәйҙәрҙә Этҡол байҙыц төлко толобо, ҡамсат бурке, кубәләй сәлләһе, һуҡҡан намаҙлығы, тумалаҡ комөш төймәле соға кәзәкейе эленеп тора. Ғ. Дәүләтшин. [Старостаның ҡатыны ] һандыҡ төбөндә бәҫәреп, еҫләнеп ятҡан әйберҙәрен, таҫтамал, намаҙлыҡ, ашъяулыҡтарҙы сығарып, стена буйындағы урҙаларға һәм сәйҙәргә элеп ҡуйҙы, иҙәнгә һәм һикегә ҙур-ҙур кейеҙҙәр, балаҫтар тушәне. Ж. Кейекбаев.
НАМАҘ НИӘТЛӘҮ (намаҙ ниәтлә-) (Р: посвящать намаз; И.: devote a namaz; T: niyetlenmek) ҡ. дини.
Уҡыласаҡ намаҙҙы күңел менән ниәт ҡылыу. □ Посвящать намаз. Иртәнге намаҙ ниәтләу. Намаҙҙы куцел менән ниәтләу фарыз.
НАМАҘ-НИЯЗ (Р: молебен; И.: prayer service; T.: namaz) и. йыйн. һөйл.
Аллаға ҡылынған ғибәҙәт; намаҙ, доға, үтенес һ. б. □ Молебен, богослужение. Намаҙ-ниязды ҡалдырмау. Намаҙ-ниязды бел-мәу. ■ Ҡөлаҡ асма, башҡорт, ҡурҡытыуға, намаҙ-ниязыңды ҡыла тор. Ш. Бабич. Донъя ҡыуып, намаҙ-ниязыңды ла онотоп ташлайһың. Һ. Дәүләтшина.
НАМАҘҺЫҘ с. ҡар. доғаһыҙ.
НАМАЙЫШ [фарс. сАН и. иҫк.
1. ҡар. демонстрация 1. Дәртле намайыш. Намайышҡа сығыу. Намайыштағы халыҡ.
2. Әһәмиәтле ҙур ваҡиға, байрам; тантана. □ Торжество, представление. Ҙур намайыш. Намайыш алҡышы.
НАМБУК (намбугы) (Р: нанбук; И.: sort of fabric; T: bir kumaş) и. диал.
Кизе-мамыҡтан яһалған туҡыма төрө. □ Нанбук (разновидность ткани). Намбук халат. Намбуктан кулдәк эслеге.
НАМДАР [фарс. (Р: известный; И.: famous; T: namlı) с. иҫк. ҡар. билдәле.
518