НАМЫҪ
Ил араһында абруйлы, шөһрәтле, данлы. □ Известный, прославленный, знаменитый. ■ Беҙ әҙер ҡорбан булырға большевик намдар менән. Д. Юлтый.
НАМЕСТНИК (наместнигы) [рус ] (Р.: наместник; И.: governor-genral; T.: halife) и. тар.
Алыҫ әлкәләргә батша тарафынан ҡуйылып, уның исеменән идара иткән юғары власть башлығы. □ Наместник. Ырымбур наместнигы. Наместник булыу. ■ Тәтегәс бей 1554 йәки 1556 йылда юрматыларҙың ырыу башлыҡтары Аҙнай бей, Илсекәй Тимер бей, Ҡармыш бей һәм тағы бер нисә вәкил менән Ҡаҙанға батша наместнигына барып, юрматыларҙың урыҫ дәуләтенә ҡушылыуы тураһында һөйләшеуҙәр алып барғандар. «Ватандаш», № 10,2011.
НАМЛЫ (Р.: именуемый; И.: named; Т.: isimli) с. иҫк. ҡар. исемле 2.
Исеме яҙылған, тәғәйенләп яҙып бирелгән; атлы. □ Именуемый, названный. ■ Башҡортостан — йәмбостан, илһамстан, шиғырстан, шунда тыуған, шунда уҫкән башҡорт намлы арыҫлан! Ш. Бабич.
НАМ-НӘШАН [фарс. (Р: наименование; И.: appellation; T.: nam nişan) и. иҫк. ҡар. билдә.
Нимәнеңдер исеме, эҙе. □ Наименование, признак, след чей-л. ■ [Һәубән] кул ситенә барып ҡараған, унда ла нам-нәшан юҡ, тып-тын, ти. «Аҡбуҙат». Нәфсе-шайтан кергәс, инсан донъяһы аҙҙы, туҙҙы, сыҡты сиктән һәммәһе. Инде ерҙә изге бәндә ҡалмаған, йәм вә тәмдән нам-нәшан да ҡалмаған. Ш. Бабич.
НАМҪЫУ (намҫы-) ҡ. диал. ҡар. намыҫланыу. Намҫып сығып китте.
НАМЫҪ [ғәр. (Р: совесть; И.: conscience; T.: namus) и.
1. Кешенең үҙен тотошонда, тәртибендә, эшендә ниндәй әхлаҡи, этик нормаларға таянып эш итеүенән сығып баһаланған хәле; выждан, оят. □ Совесть, честь. Намыҫ эше. Намыҫ белеу. Намыҫ һатыу. ■ Әҙәм курке намыҫтыр, намыҫы булһын батырҙың. Халыҡ ижадынан. Намыҫ, Выждан, Иман — Ҡояш шаһит! — ошо өс нур йәшәу терәгем.
Р. Мифтахов. • Ҡулды ҡул йыуғанда, намыҫ керләнә. Әйтем.
2. Ил, кеше ҡаршыһындағы саф исем; яҡшат. □ Репутация, доброе имя. Ғаилә намыҫы. Ир намыҫы. Намыҫ һаҡлау. ■ Ил намыҫын һаҡлап яуға сығыу — батыр егеттәрҙең бурысы. Халыҡ йырынан. [Һыуһылыу:] Атай, һинән утенәм, һаҡла ҡыҙың намыҫын. «Заятүләк менән һыуһылыу». Нуҡайҙарға китәбеҙ, ант бирәбеҙ, намыҫыбыҙ яуҙа һаҡларбыҙ. Халыҡ йырынан. Шамилдың эсе бошто, әсәһе мәр-хумәнең ҡат-ҡат әйткән һуҙҙәре ҡолағы төбөндә сыңланы: «Улым, ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға осраһаң да, намыҫыңа тап төшөрмә, атайың башлаған изге эшкә тоғро булырға тырыш». Я. Хамматов.
♦ Намыҫҡа көс (килеү) килтереү выждан ҡушмаған эш ҡылыу, намыҫҡа ҡаршы килгән эш ҡылыу. □ Делать, совершать что-л. против совести. ■ Яуап бир һин, көс килтермәй намыҫыңа: ниндәй биҙәк, ниндәй ҡеуәт өҫтәнең һин заманыңа? М. Кәрим. Намыҫҡа ҡул һалыу минлек тойғоһон рәнйетеү. □ Уязвить самолюбие. ■ [Дошман] намыҫыңа ҡул һалһа, аталар ҡаны, тиген. Ғәйрәтеңә ынтылһа, батырҙар даны, тиген. С. Кулибай. Намыҫҡа талашыу минлек тойғоһон тапатмаҫҡа тырышыу. □ Сохранить самолюбие. ■ Аҡназарға икеләнергә юл ҡалманы, ир улһен дә дан ҡалһын, тине лә, намыҫҡа талашып, ҡунаҡтарын саҡырырға булды. Ғ. Дәүләтшин. Намыҫҡа тейеү минлек тойғоһон уятыу. □ Задеть самолюбие. ■ Тупаҫ ҡул көсө ярҙамында башҡаларҙы уҙ ихтыярына буйһондорорға өйрәнгән Сафуандың маҡтаныуы Ҡолсобайҙың намыҫына тейҙе. Я. Хамматов. Мыр-ҙағәле уҙенең намыҫына тейгән һуҙгә туҙеп тора алманы. 3. Ураҡсин. Намыҫ ҡушыуы буйынса (йәки ҡушҡанса) әхлаҡи, этик нормалар, яуаплылыҡ тойғоһо менән. □ По долгу чести. Намыҫ ҡушыуы буйынса эшләу. ■ Намыҫ ҡушыуы буйынса һалдат бурысына тоғро ҡалған элекке яугирҙар — бөгөнгө йәштәргә өлгө. «Көнгәк», 29 декабрь 2012. Намыҫты тапау минлек, ғорурлыҡ тойғоһон рәнйетеү. □ Уязвить самолюбие, гордость.
519