Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 520


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАМЫҪ ИТЕҮ
Намыҫымды тапанылар. Оятһыҙ әҙәмдәр намыҫты тапарға ла куп һорамаҫ. ■ Намыҫ тапар ир булһа, өмөтө булмаҫ көнөнән. «Урал батыр». Аҡ куцелде таплатып, ҡиммәт намыҫты тапатып, торма ерҙә, эй, бөйөк выждан, йыйын шайтан менән! Ш. Бабич. Намыҫ һатыу 1) намыҫҡа тап төшөрөү.
□ Запятнать честь. ■ Тыуған ерен һаҡлаған, ир намыҫын һатмаған батыры бар был илдец. Ҡобайырҙан; 2) яуаплылыҡ хисен, оятты юғалтыу. □ Потерять стыд. Намыҫын һатҡан бәндә.
НАМЫҪ ИТЕҮ (намыҫ ит-) ҡ. ҡар. намыҫланыу. ■ Байҙар яғы ярлыларҙы бутҡаға саҡырғандар, ә ярлылар намыҫ итеп уларҙы иткә саҡыралар. Халыҡ ижадынан.
НАМЫҪ КИЛЕҮ (намыҫ кил-) (Р.: совеститься; И.: have scruples; T.: namuslan-mak) ҡ.
Оялыу, уңайһыҙланыу; намыҫланыу.
□ Совеститься, стыдиться. Намыҫ килде.
■ Егет батшаны ота, батшаның быға бик намыҫы килде, ти. Әкиәттән.
НАМЫҪ ҠУҘҒАЛЫУ (намыҫ ҡуҙғал-) (Р: совеститься; И.: have scruples; T.: namus-lanmak) ҡ.
Оялыу, уңайһыҙланыу. □ Совеститься, стать кому-л. совестно; проснуться (о совести). Намыҫы ҡуҙғалды.
НАМЫҪ ҠЫЛЫУ (намыҫ ҡыл-) (Р: стыдиться; И.: be ashamed; T.: utanmak) ҡ.
Оялыу, намыҫ итеү; хурланыу. □ Стыдиться. Намыҫ ҡылып йөрөу. Намыҫ ҡылып йәшәу.
НАМЫҪЛАНДЫРЫУ (намыҫлан-дыр-) ҡ. йөкм. ҡар. намыҫланыу, понуд. от намыҫланыу. Кешене намыҫландырыу.
■ Майҙанда көрәшселәр ойпалаша, судья Үзбәк ағай Шәрипов намыҫландыра: «Хурлыҡ бит! Ғәрлеге ни тора! Ниндәйен ҙур ауылдан дан һаҡлар кеше юҡ, әйҙә, булмаһа, Жәлил энем, һин көрәшеп ҡара». С. Бәҙретдинов.
НАМЫҪЛАНЫУ (намыҫлан-) (Р: совеститься; И.: be ashamed (of); feel ill at ease; T.: utanmak) ҡ.
1. Оялыу, уңайһыҙланыу. □ Совеститься; стыдиться. Намыҫланып китеу. Намыҫлана белеу. ■ Әсәһе Диләне бөтә йәберләусе кешеләрҙән яҡларға, кеше теле, кеше ҡулы
тейеуҙән һаҡларға тейеш була тороп та, ни өсөн ул Ғәзимә алдында һуҡты әле? Дилә шуға яуап таба алмай намыҫланып, укһеп-укһеп иланы. Һ. Дәүләтшина. Егеттәр ..намыҫланып, уҙҙәренец көрәш өсөн өлгөрөп еткән егет булыуҙарын раҫларлыҡ ниндәй ҙә булһа берәй етди эш эшләргә кәрәклек тураһында тағы уйланып, ҡапҡа төбөндә оҙаҡ ҡына тапанып торҙолар. 3. Биишева. • Намыҫһыҙ — оялмаҫ, оятһыҙ — намыҫланмаҫ. Әйтем.
2. Эш-хәлде сәмләнеп үтәү. □ Раззадориться; считать делом чести, совести. Намыҫланып эшләу. ■ Маңлайымдан ҡайнар тир аҡҡансы, намыҫланып эшләп арыһам, йә булмаһа, иҫкәрмәҫтән генә яфа-ыҙаларға тарыһам; һин көс бирҙең миңә, мөхәббәтем, иң кәрәкле мәлдә йыуаттың. А. Игебаев. Байрамға ауылдаштарыбыҙ ихлас әҙерләнде, юҡсыллыҡ, көрсөк тип торманы, ярышып, намыҫланып, кәртә-ҡураһын рәтләне, йортон матурланы. «Йәшлек», 23 июль 2009.
НАМЫҪЛЫ I (Р: добросовестный; И.: conscientious; T.: namuslu) с.
1. Яуаплылыҡ тойғоһона, күңел таҙалығына бәйле. □ Добросовестный. Намыҫлы хеҙмәт. Намыҫлы эш. ■ Хуш куңелле, намыҫлы Ҡарабай уның [Сарыбайҙың] шаштырып маҡтауына яуап ҡайтармай, бары тик уны бәлә-ҡазанан йолоп ҡалыу бәхетенә ирешкәне өсөн генә бөтә йөрәктән шатлана. «Ҡуҙыйкүрпәс». [Линара] бер нәмәне ан^аны: кешенең .. намыҫлы булыуын уның биләгән дәрәжәһе лә, алған белеме лә тугел, ә тыумыштан юғары көс тарафынан бирелгән тәбиғи аҡылы, әҙәбе, иманы билдәләй икән. Л. Якшыбаева. [Касьянов:] Атайым йәштәрҙе эшкә өйрәтә, уҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлаша, мине лә намыҫлы булырға өйрәтте. Я. Хамматов.
2. Выжданы булған, ғәҙел. □ Честный, порядочный, справедливый. Намыҫлы кеше. ■ Намыҫлы ир Бабсаҡтың тоҡомо булып, сит ырыуҙа уҫә бер ҡыпсаҡ бала. «Бабсаҡ менән Күсәк». Иң саф, иң хәйләһеҙ һәм мәкерһеҙ, намыҫлы кешеләрҙе тиҙерәк бысраталар. М. Кәрим. • Намыҫлы кеше — ырыҫлы кеше. Мәҡәл.
520