Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 521


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАМЫҪҺЫРАУ
НАМЫҪЛЫ II (Р.: справедливо; И.: justly; T.: namuslu) р.
Яуаплылыҡ тойғоһо, ғәҙеллек менән. □ Справедливо, честно. Мәсьәләне намыҫлы хәл итеу. Эшкә намыҫлы ҡарау. Бурысты намыҫлы утәу. ■ Ауыл эшсәндәре, аяҙ һәм эҫе көндәрҙе файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләу бурысын намыҫлы утәй. «Башҡортостан», 9 июль 2011.
НАМЫҪЛЫЛЫҠ (намыҫлылығы) (Р: честность; И.: honesty; T.: namusluluk) и.
Намыҫлы булыу сифаты. □ Честность, порядочность. Намыҫлылыҡ билдәһе. Намыҫлылыҡҡа ышаныу. Намыҫлылыҡҡа өндәу. Намыҫлылыҡ тәрбиәләу. ■ Ғәҙеллек, намыҫлылыҡ тигәндең нимә икәнен дә белмәгән кеше алдында аҡланып маташыуҙың кәрәге бармы ни? 3. Биишева. Урыҫ ҡәуеменең бөйөк гуманисы, академик Дмитрий Сергеевич Лихачёв: «Кешенең намыҫлылығы һәм мәҙәнилеге кәуҙәне тура тотоп атлауҙа ла, куҙгә-куҙ ҡарашып һөйләшеуҙә лә, хатта ҡул ҡыҫыуҙа ла куренә», — тип йыш ҡабатлар булған. М. Ҡотлоғәлләмов.
НАМЫҪСАН (Р.: честный; И.: honest; just; T.: namuslu, namuskâr) c.
1. Намыҫлы, әҙәпле, ғәҙел. □ Честный, порядочный. Намыҫсан егет. Намыҫсан халыҡ. ■ Рамаҙандың әле яңы сынығып килеу-се талапсан аңы, аҡылы, намыҫсан куңеле бығаса һирәк-һаяҡ ҡына аҫтыртын килеп борсоған һорауҙарға яуап даулай башлағайны. Ә. Хәкимов. Халҡыбыҙ, ер-һыуын ҡурсалап, ирек, хаҡлыҡ даулап, диңгеҙ һымаҡ тулаған. Ҡөҙрәтле лә, ғәйрәтле лә, намыҫсан да булған ҡанбабаларыбыҙ. «Йәшлек», 13 ноябрь 2010.
2. ҡар. сәмле.
НАМЫҪ ҺАҠЛАУ (намыҫ һаҡла-) (Р.: сохранить честь; И.: preserve one’s honour; T.: namusunu korumak) ҡ.
Минлек тойғоһон, ғорурлыҡты юғалтмау, абруй-дәрәжәне төшөрмәү. □ Сохранить честь, доброе имя. ■ Намыҫын керһеҙ һаҡлап барам намыҫ тип аталған затымдың. Р. Ниғмәти. Беҙгә хәҙер милләтебеҙҙең намыҫын һаҡларға, уға табан һуҙылған ҡулдарҙы һуғып һындырырға кәрәк. И. Насыри.
НАМЫҪҺЫҘ (Р: нечестный; И.: dishonest; T.: namussuz) с.
Ояла, тартына белмәгән; выжданһыҙ. □ Нечестный, бесчестный, недобросовестный. Намыҫһыҙ кеше. Намыҫһыҙ етәксе. Намыҫһыҙ ысул. ■ Намыҫһыҙҙар намыҫ эҙләп йонсомай, ғәҙел йәндәр хаҡлыҡ тапмай тынсымай. Р. Йәнбәк. • Аҡылһыҙға ҡылыс бирҙең ни ҙә, намыҫһыҙға хакимиәт бирҙең ни — икеһе лә ҡурҡыныс. Әйтем. Намыҫһыҙ ир — аяҡлы сир. Әйтем.
НАМЫҪҺЫҘЛАНЫУ (намыҫһыҙлан-) (Р.: терять честь; И.: lose one’s honour; T.: namussuzlanmak) ҡ. һөйл.
Намыҫты, оятты юғалтыу; намыҫһыҙға әйләнеү. □ Терять, потерять честь, совесть; стать бессовестным, нечестным. Ул тиклем намыҫһыҙланма! Намыҫһыҙланып, башҡалар өлөшөнә инә.
НАМЫҪҺЫҘЛЫҠ (намыҫһыҙлығы) (Р.: бессовестность; И.: dishonesty; T.: namussuzluk) и.
Намыҫһыҙ булыу сифаты. □ Бессовестность, недобросовестность. Намыҫһыҙлыҡ ҡылыу. Намыҫһыҙлыҡ курһәтеу. Намыҫһыҙлыҡҡа юл ҡуймау. ■ Егет-ирҙәр бөтәһе лә һуғышҡа китеп бөттө. Ә ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә һалдаткалар, исем сығыуҙан, ирҙәре алдында намыҫһыҙлыҡта ғәйепләнеу-ҙән ҡурҡа. 3. Биишева. Шағирҙың [М. Аҡ-мулланың] халыҡты аң-белемгә әйҙәусе, мәғрифәтселек идеяларын таратыусы, йәмғиәттәге наҙанлыҡ, намыҫһыҙлыҡ, ғәҙелһеҙлек кеуек кәмселектәрҙе аяуһыҙ фашлаусы әҫәрҙәре бөгөн дә улемһеҙ. «Йәйғор», 24 декабрь 2011.
НАМЫҪҺЫНЫУ (намыҫһын-) (Р: стыдиться; И.: feel ashamed; T: utanmak) ҡ.
Оятҡа һанау. □ Стыдиться, стесняться. Намыҫһынып тороу. Намыҫһынып ултырыу. ■ Тәуҙә намыҫһынып, улсәп кенә ҡыланған Ырымбур яғыныҡылар ҙа сиселеп китте. Ф. Иҫәнғолов.
НАМЫҪҺЫРАУ (намыҫһыра-) ҡ. ҡар. намыҫһыныу. ■ «Уңған егет», тип ҡабатланы Ярулла Хәсбиҙең һуҙен һәм, намыҫһы-рап, ҡыуышынан сыҡты. Ш. Насыров.
521