Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 522


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАМӘ
НАМӘ [фарс. ‘хат’] (Р.: трактат; И.: treatise; Т.: name) и. иҫк.
1. Фарсы һәм төрки әҙәбиәтендә ҡушма исем составында килеп, китап, әҫәр төшөнсәһен аңлатҡан һүҙ. □ Трактат, сочинение. Сәйәхәтнамә. Нәсихәтнамә.
2. Хәбәр алышыу йәки хәл белешеү өсөн кемгәлер тәғәйенләп яҙылған ҡағыҙ; хат. □ Письмо. Намә яҙыу.
НАН [фарс. (Р: хлеб; И.: bread; Т: нан) и.
1. Урта Азия илдәрендә киң таралған икмәк төрө. □ Хлеб (лепёшка среднеазиатского типа). Нан бешереу. Нан ашау. Әнисле нан. ■ Икмәксе бөгөн һатҡан нанын һөйләр. М. Ғафури. Бауырһаҡ та еймәгән Аҡмулла инем, сәйнәйем ҡара нанды ҡашыр-ҡашыр. М. Аҡмулла. Нан да һин миңә, нам да һин мицә. Р. Ғарипов.
2. Сөсө икмәк. □ Пресный хлеб. Нан бешереу. • Берәугә алтын табаҡтан нан биргән, берәу нан хәсрәтенән йән биргән. Мәҡәл.
НАНАЙ (Р: нанаец; И.: Nanai; Т.: Nanay) и. этн.
Амур йылғаһының түбәнендә йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (тун-гус-манжур телдәренең береһендә һөйләшә). □ Нанаец. / Нанайский. Нанай халҡы. Нанай ҡатыны. Нанай теле.
НАНДУ [рус. < исп.] (Р: нанду; И.: rhea (bird); T: nandugiller) и. зоол.
Өс бармаҡлы, башы менән муйыны ҡауырһынлы Көньяҡ Америка дөйәғошо. □ Нанду (лат. Rheidae). Нанду ҡошоноң страустан бик ҙур айырмалыҡтары бар. Ҡурҡыныс янағанда, нанду ыҫылдаған тауыш сығара.
НАНО... [рус. < гр. nannos ‘кәрлә’] (Р: нано...; И.: nano...; Т: nano...)
Төп берәмектең миллиардтан бер өлөшөнә тиң булған өлөш берәмеген белдерә. □ Нано... Нанотехнология. Наноиндустрия. Наноуҙәк.
НАНОТЕХНОЛОГИЯ [рус. < гр. nannos + techne + logos] (Р: нанотехнология; И.: nanotechnology; T: nanoteknoloji) и.
Микроскопик объекттарҙы барлыҡҡа килтереү менән шөғөлләнгән микроэлек-трониканың яңы бүлеге (был нанотех-нологияларҙағы процестар дәумәле 100-ҙән алып 1 нанометрға тиклемге объекттар менән башҡарыла). □ Нанотехнология. Нанотехнология уҫеше. Нанотехнология буйынса белем. Нанотехнология әлкәһендә эш. ■ Башҡортостан «РОСНАНО» йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеу төҙөп, 2015 йылға тиклем инновация индустрияһын һәм нанотехнологияларҙы уҫтереу программаһына индерелде. «Йәшлек», 23 июнь 2011.
НАҢ [фарс. <-^] (Р: позор; И.: shame; Т: rezalet) и. иҫк.
Оятлы булған хәл, мыҫҡыл; хурлыҡ. □ Позор, стыд, срам. Наң кутәреу. Наң кисереу.
НАӨМӨТ [фарс. < ғәр. (Р: безнадёжный; И.: hopeless; T: umutsuz) с. иҫк.
Нимәнеңдер булыр-булмауына ышаныс тойғоһо булмаған; өмөтһөҙ. □ Безнадёжный, ненадёжный. Наөмөт әҙәм.
НАПАЛМ [рус. < ингл. napalm] (Р: напалм; И.: napalm; T: napalm) и. хәрби.
Яндырғыс бомба һәм огнемёттар өсөн булған, тиҙ ҡабына торған махсус ҡатышма. □ Напалм. / Напалмовый. Напалм тултырылған. Напалмлы бөмба.
НАПАРЙА (Р: пёрка; И.: brace and bit; T: matkap) и. диал. ҡар. бырау.
1. Ҡанат һымаҡ бырау. □ Пёрка. Ағас эшендә напарйа ҡулланыу. Напарйа менән эшләу.
2. Кендек бырау. □ Бурав большого размера. Напарйа менән тишеу.
НАП-НАКЫҪ (Р: недостаточный; И.: insufficiently; T: yetersiz) с. артыҡл. дәр. ҡар. наҡыҫ. 1,1. превосх. степ, от наҡыҫ 1,1.
Бик аҙ. □ Недостаточный.
НАП-НАСАР (Р: очень плохой; И.: very badly; T: çok kötü) с. артыҡл. дәр. ҡар. насар. превосх. степ, от насар.
Бик ныҡ насар. □ Очень плохой.
HAP I [ғәр. jü] (P: огонь; И.: flame; T: nar) и.
522