Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 525


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАРОДОВОЛЕЦ
служба. Наркология хеҙмәте эшмәкәрлеге. Наркология хеҙмәте белгесе. И Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығыныц наркология хеҙмәте уҫә, дәуләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары яман ғәҙәттәргә ҡаршы әуҙем көрәш алып бара. «Йәшлек», 25 июнь 2011.
НАРКОМ [рус. народный комиссар} (Р.: нарком; И.: People’s commissar; T.: Halk Komiseri) и. тар.
Халыҡ комиссары. □ Нарком. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғөбәй Дәуләтшин Башҡортостан мәғариф наркомы була. ■ 1919— 1940 йылдарҙа 14 нарком алыштырылып, куптәре золомға дусар ителгән. «Ағиҙел», № 7,2012.
НАРКОМАН [рус.] (Р: наркоман; И.: drug addict; T.: esrarkeş) и.
Наркотик ҡулланыусы, наркотиктарға әүәҫләнгән кеше. □ Наркоман. Наркоманға әйләнеу. Наркомандарҙы дауалау. ■ Республика наркоконтроль идаралығы, республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, наркоманияны иҫкәртеу, наркомандарҙы дауалау һәм реабилитациялау әлкәләре белгестәре әуҙем ҡатнаша. «Йәшлек», 11 март 2011.
НАРКОМАНИЯ [рус. < гр. narke ‘йоҡо’ + mania "мауығыу’] (Р: наркомания; И.: drug addiction; T.: narkomani; esrarkeşlik) и.
Наркотиктарға әүәҫләнеүҙән барлыҡҡа килгән ауырыу. □ Наркомания. Наркоманияға ҡаршы көрәш. Наркоманиянан һаҡлау. ■ Медицина хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, төрлө йәмәғәт ойошмалары, дин әһелдәре берләшеп, киләсәк быуынды ҡурҡыныс заман ауырыуы — наркоманиянан ҡотҡарып ҡалырға бурыслы. «Һаҡмар», 30 ғинуар
2013. Ер шарын афәткә әйҙәгән наркомания, эскелек, аҙғынлыҡ, садизм, геноцид, терроризм кеуек куренештәрҙе булдырмау — халыҡтыц уҙенән генә тугел, иц беренсе, ил етәкселәренән тора. «Ағиҙел», № 7, 2010.
НАРКОМАТ [рус. народный комиссариат} (Р: наркомат; И.: People’s commissariat; T.: Halk Komiserliği) и.
Халыҡ комиссариаты. □ Наркомат. Мәғариф наркоматы. Ер эштәре наркоматы.
НАРКОПСИХОТЕРАПИЯ [рус. < гр. пагйё "аҡыл томаланыу’ + psyche "йән’ + therapeia "дауалау’] (Р: наркопсихотерапия; И.: sort of narcotherapy; T.: narkoterapi türü) и. мед.
Ауырыуға психотроп саралар тәьҫиренән һуң ярҙам итеү сараһы (кешене ышандырыуға, көсөргәнешлекте, ҡурҡыуҙы һәм борсолоуҙы кәметеугә булышлыҡ итә). □ Наркопсихотерапия. Наркопсихотерапия уткәреу. Наркопсихотерапия курсы.
НАРКОТИК (наркотигы) [рус. < гр. narkötikos ‘томаландырыусы’] (Р: наркотик; И.: drug; T.: uyuşturucu) и.
Иҫертә, йоҡлата, иҫ-һушты алып миңрәүләтә торған көслө матдә (ғәҙәттә, медицинала ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡулланыла). □ Наркотик. / Наркотический. Наркотик матдә. Наркотик уҫемлектәр. Ауырыуға наркотик биреу. Наркотик ҡабул итеусе. ■ Наркотиктар ҡабул иткән кеше ғаиләһе, ата-әсәһе, туғандарынан башлап дөйөм кешелек өсөн оло хәуеф тыуҙыра, йырып сыҡҡыһыҙ проблемалар, бәхетһеҙлек алып килә. «Йәшлек», 25 июнь 2011.
НАРОДНИК (народнигы) [рус ] (Р: народник; И.: Russian populist; Т.: narodnik) и. map. ҡар. халыҡсы.
Халыҡ яҡлы кеше. □ Народник. / Народнический. ■ Василий Петрович ҡыҫҡа ғына итеп тәуҙә народниктар менән фекерҙәш булыуы, ә унан .. бөтә ғумерен марксизмды пропагандалауға бағышлауы тураһында һөйләне. В. Исхаҡов.
НАРОДНИКЛЫҠ (народниклығы)
(Р: народничество; И.: Russian populism; T.: narodniklik) и. map. ҡар. халыҡсылыҡ.
XIX быуаттың икенсе яртыһында крәҫтиән демократияһы идеологияһын сағылдырып, Рәсәйҙең капитализмға инмәй, крәҫтиән общинаһы аша социализмға килеүе мөмкин тип иҫәпләгән ижтимағи-сәйәси ағым. □ Народничество. / Народнический. Народниклыҡ юлынан барыу.
НАРОДОВОЛЕЦ [рус.] (Р: народоволец; И.: member of clandestine political party; T.: Narodnaya Volya siyasi şirketin üyesi) и. тар.
525