Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 527


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НАСАРАЙЫУ
НАСАР I [фарс. ‘сараһыҙ’] (Р.: плохой; И.: bad; poor; T.: kötü) с.
1. Тейешле талаптан, ыңғай баһанан түбән сифатлы; киреһе — яҡшы. □ Плохой, низкого качества. Насар арба. Насар юл. Насар кейем. Насар әйбер. Насар өй.
■ Куперҙең теге яғында ауыл, ти. .. Купере бик насар, емерелергә генә тора, ти. Әкиәттән. Торомтай, уҙ атының да насар тугеллеген курһәткеһе килгәндәй, дилбегәһен ҡаҡты. Н. Мусин. • Насар ағас ботаҡҡа уҫер. Мәҡәл. Насар атҡа ҡыңғырау таҡмайҙар. Мәҡәл. Яҡшыны эҙләп ал, насары уҙе килер. Мәҡәл.
2. Үҙ эшендә тәжрибәһе булмаған, оҫталығы етмәгән. □ Неопытный, плохой. Насар етәксе. Насар бригадир. Насар тегенсе.
■ [Ғәли ағай:] Мин бөгөн яцы технология хаҡында тугел, тик һинең насар уҡыусы, уҙемдең насар атай булыуым хаҡында ғына уйлай алдым. 3. Биишева. • Насар арба юл боҙор, насар турә ил боҙор. Мәҡәл.
3. Әхлаҡи яҡтан яман, кире сифаттары булған; боҙоҡ. □ Плохой, дурной, скверный. Насар кеше. Насар ғәҙәт. ■ Ағиҙел ҡаты аға, тулҡыны ярға ҡаға. Насар ҡыҙҙарға алданып, башың һалма хафаға. Ш. Бабич.
4. Ыңғай булмаған, кире эстәлекле, яман. □ Плохой, дурной. Насар ниәт. Насар уй. Насар мөғәмәлә. Насар ҡылыҡ.
■ Ҡыҙырастың насар ҡыланыштары тураһында бошоноп уйланды [Юлдаш]. 3. Биишева. Мәғлум булһын барығыҙға, шулар насар арағыҙҙа: өйләнмәй йөрөгән егеттәр, кейәугә сыҡмаған ҡыҙҙар. Р. Бикбаев. Насар уйҙар утмәҫ, тиеп, ишегемә элдем бетеу. Г. Ҡотоева. • Насар ерҙә ятһаң, насар төш курерһең. Әйтем.
5. Ауыр тәьҫир ҡалдырған, күңелһеҙ. □ Плохой, грустный. Насар һуҙ. Насар хәбәр. Насар төш. ■ [Әбей — батшаға:] Бик насар хәбәр, иллә-мәгәр насар булһа ла ысын хәбәр алып килдем һиңә. Әкиәттән. Кеше тураһында насар хәбәр таралһа, уның дөрөҫмө-тугелме икәнлеген төпсөп тормайынса, ышана ла ҡуялар бит куберәк. Б. Бикбай. Ҡорҙаш, тирә-яҡтан береһенән-береһе
насар, шомло хәбәрҙәр ишетелеп тора.
3. Ураҡсин.
6. Ауыр, ҡыйын. □ Плохой, затруднительный, тяжёлый. Насар тормош. Насар ваҡыт. ■ Дуҫтарымды насар дәуерҙәрҙә генә тугел, һәйбәт йылдарҙа ла юғалтҡаным бар. Г. Ғиззәтуллина.
7. Белемдең, тәртиптең түбән кимәлен билдәләгән баһа. □ Плохой, неудовлетворительный (об оценке). Насар билдә ҡуйыу. Контроль эшкә насар билдә алыу.
■ [Ҡыҙырас] баш тубән йөрөп шаяра, ялҡауланып, дәрес әҙерләмәйенсә мәктәпкә бара. Шул арҡала куп ваҡыт насар билдәләре ала. 3. Биишева.
♦ Насар юлға баҫыу тәртип насарланыу, боҙолоу. □ Стать дурным, плохим.
■ Сыу аҡай әбей .. уларға [балаларға] уф-тана-көрһөнә аталарының насар юлға баҫыуы, бының яҡшыға алып бармаясағы хаҡында һөйләп тә ала ине. 3. Биишева. Насар юлдан китеү боҙоҡлоҡҡа бирелеү. □ Стать дурным, плохим.
НАСАР II [фарс. j^] (p: плохо; И.: badly; T.: kötü);?.
Алама, яман, хөрт. □ Плохо, неважно, дурно. Насар өлгәшеу. Насар туләу. Насар яҡтыртыу. Насар йоҡлау. Насар яҙыу. Насар куреу. ■ Нурғәлиев .. рус телен бик насар белә. Куп ваҡыт уҙенең фекерен дә аңлатып бөтөрә алмай, ә уҙенең төтөнө тура сыға. И. Насыри. «Беҙҙең тоҡом насар эшләгәнде яратмай», — тине Зөләйхә әбей. 3. Биишева. Харис менән Фатихтың химиянан имтиханды насар биреуҙәре ғәжәп тә тугел. Г. Яҡупова.
НАСАРАЙТЫУ (насарайт-) ҡ. йөкм. ҡар. насарайыу, понуд. от насарайыу. Хәлде насарайтты. ■ Эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең байтағы, тыуған яҡтарын ҡалдырып, ауылдарҙың былай ҙа мөшкөл хәлен насарайтты, уҫеш кимәлен тубәнәйтте. «Башҡортостан», 26 июль 2011.
НАСАРАЙЫУ (насарай-, насарая) ҡ. ҡар. насарланыу. Хәтер насарайыу, һаулыҡ насарайыу. Мөнәсәбәт насарайыу. ■ Бер аҙ барғас, Хөснөтдиндең хәле насарайҙы. Йө
527