НАСАРҒА СЫҒЫУ
ҙө уҙгәрҙе, ләкин ул өндәшмәне. Туҙҙе. Я. Хамматов.
НАСАРҒА СЫҒЫУ (насарға сыҡ-) (Р.: стать дурным; И.: turn a bad lot; T.: kötü olmak) ҡ. һөйл.
Насарға әйләнеү, яман юлға төшөү, аҙыу (кешегә карата). □ Стать дурным, развращаться, становиться развратным. Мактаулы егет насарға сыкты.
НАСАР КҮҘ (Р: дурной глаз; И.: evil eye; T.: kem göz, nazar) и. миф.
Күҙ ҡарашы менән күҙ тейҙереүсе; яман күҙ. □ Дурной глаз; глаз, способный нанести сглаз. Насар куҙҙән һаҡланыу. Насар куҙҙән мал да ауырый, гөл дә корой. ■ Миләш тәлгәштәрен ишек башына элеп ҡуйһаң, насар куҙҙән һәм насар көстәрҙән һаҡлай. Экспедиция материалдарынан.
НАСАР ҠАН (Р: венозная кровь; И.: poor blood; T.: bozuk kan) и.
1. Ауырыуҙы имләгәндә вена тамырынан сыҡҡан ҡан. □ Венозная кровь, доел. Дурная кровь. ■ Әуәле им-томсолар насар ҡан сығарып та имләгән. Башҡорт мифологияһынан.
2. кусм. Нәҫел-нәсәбе алама булған кешегә ҡарата әйтелә. □ Имеющий дурное родословие. Ул әҙәмдә насар ҡан аға.
НАСАРЛАНЫУ (насарлан-) (Р: ухудшаться; И.: worsen; T.: kötülenmek) ҡ.
1. Насар яҡҡа үҙгәреү. □ Ухудшаться, становиться хуже. Куҙ насарланды. Көндәр насарланып китте. ■ [Ғази:] Балдыҙ, уҙең дә яҡшы беләһең, донъя насарлана бара. А. Таһиров. Хәҙер Ағиҙелдән дә балыҡ йылдан-йыл әҙерәк урләй, экологияның насарланырынан киләлер был. «Ағиҙел», № 7, 2012.
2. Үлем хәленә етеү (ауырыу тураһында). □ Ухудшаться, становиться хуже; быть при смерти. // Ухудшение. Хәле насарланып китте. Насарланып тороу. ■ [Батша:] Кесе ҡыҙым бик ауырый. Хәле көндән-көн насарлана. Әкиәттән.
НАСАРЛАТЫУ (насарлат-) ҡ. йөкм. ҡар. насар лау. понуд. от насарлау. Хәл-торошто насарлатыу. Насарлатып ебәреу.
НАСАРЛАУ (насарла-) (Р: отзываться плохо; И.: disapprove of smb; T: biri için kötü söylemek) ҡ.
Насарға сығарыу, насар итеп күрһәтеү; яманлау. □ Отзываться плохо, неодобрительно о ком. Кешене насарлау. Насарлап яҙыу. Насарлап һөйләу. И Американдарҙы һәр яҡлап насарлаһаҡ та, уларҙың уйлап таба белеу ҡеуәһе һушты алырлыҡ. «Йәшлек», 3 июль 2010.
НАСАРЛЫҠ (насарлығы) (Р: зло; И.: poor state, condition; T: kötülük) и.
1. Килешмәгән, насар эш, яманлыҡ, яуызлыҡ. □ Зло, мерзость, гнусность. Насарлыҡ ҡылыу. Насарлыҡ эшләу. ■ Яманлыҡты нисек тә тиҙ оноторға, ысын, яҡты эш алдында баш эйергә әҙер булған бер ҡатлы ябай халыҡ Өйрәнсеккә шунда уҡ ышанған. Уның насарлыҡтарын онотҡан, ғәфу иткән.
3. Биишева. Эй һин, мулла — ғилем эйәһе, ҡатып ҡалма ҡыш һәм яҙын; насарлыҡтың булма эйәһе, була кур мәрдтәрҙән. М. Өмөтбаев. • Олоға ҡолаҡ һалмау — яманлыҡтың билдәһе, кесене һанға алмау — насарлыҡтың билдәһе. Мәҡәл.
2. Насар булған хәл, етешһеҙлек. □ Недостаток, нехватка. Тормоштоң насарлығынан интегеу. Насарлыҡтарҙы бөтөрөу. • Насарлыҡтан да яҡшылыҡ таба бел. Әйтем.
3. Булмыш, сифат яғынан насар булғанлыҡ. □ Негодность, плохое состояние чего -л. Юлдың насарлығы. Шарттарҙың насарлығы. ■ [Семёндың] тик бер ғәҙәте сәйер: тештәре насарлыҡҡа һылтанып, гел һарымһаҡ сәйнәп йөрөй. Ә. Хәкимов.
НАСБАЙ [фарс. и. ҡар. насыбай. ■ [Егет] .. насбай алып, аҫҡы ирене менән тештәре араһына һалып ебәрҙе лә янған утҡа ҡарап уйға ҡалды. М. Ғафури.
НАСБАЙ [фарс. и. ҡар. насыбай. Насвай тапҡандар. Насвай һатыу ҡәтғи тыйыла.
НАСИБЫ СЫҒЫУ (насибы сыҡ-) ҡ. ҡар. насип итеү. Насибы сыҡһа, кейәугә лә сығып китер әле.
НАСИП I [ғәр. ч-»^] (Р: доля; участь; И.: share; lot; T.: nasip) и.
528