НАЯНЛАНЫУ
НАЧАЛЬНИКЛЫҠ (начальниклығы) и. ҡар. етәкселек 1. Начальниклыҡҡа ынтылыу.
НАЧАЛЬСТВО [рус.] (Р.: начальство; И.: superiors; T.: şefler) и. йыйн. ҡар. етәкселәр.
1. Начальниктар, башлыҡтар. □ Начальство. Начальствоны иҫкәртеү. ■ Һалдаттар араһында башланған буталыш начальствоға еткән булһа кәрәк, бер көн занятие ваҡытында полковник Зенченко, бөтә батальонды йыйып, һалдаттарға оҙон телмәр һөйләне. Д. Юлтый. [Хисмәтулла -Михаилға:] Булдыра алмайым! Минец арығанды, зинһар, начальствоға әйтмә. Я. Хамматов.
2. Ойоштороусы, идара итеүсе орган; етәкселек. □ Начальство. Начальствоға мө -рәжәғәт. Начальствоға хәбәр итеу.
НАШАН [ғәр. сДО] (Р.: орден; И.: order; Т.: nişan) и. иҫк.
Ниндәйҙер эш, ҡаҙаныш өсөн бирелгән айырмалыҡ билдәһе; орден. □ Орден. На-шан тағыу. Нашан менән буләкләу. ■ Кук-рәгец тулһын нам алған шанлы нашандар менән. X. Ғәбитов.
НАШАТЫР [рус. < ғәр. >Uull] (Р: нашатырь; И.: ammonium chloride; T.: nişadır) и.
Хлорлы аммоний, аҡ төҫтәге кристаллик матдә (техникала ҡулланыла). □ Нашатырь. / Нашатырный. Нашатыр еҫе. На-шатыр ҡулланыу. ■ 1 июлдән автоаптеч-каларға ҡарата яңы талаптар уҙ көсөнә инде: бынан ары тәуге ярҙам курһәтеу «ҡумтаһы»нда йәрәхәттәрҙе бәйләу өсөн ун материал, шул иҫәптән бинттар һәм лейкопластырҙар буласаҡ, ә дарыуҙар аптечкала бөтөнләй булмаясаҡ, хатта нашатыр менән «зелёнка» ла. «Йәшлек», 10 июль
2010.
НАШАТЫР СПИРТЫ (Р: нашатыр ный спирт; И.: aqueous ammonia; T.: nişadır ruhu) и.
Аммиактың һыуҙағы иретмәһе (техникала һәм медицинала ҡулланыла). □ Нашатырный спирт. Нашатыр спирты еҫкәтеу. Нашатыр спирты менән таҙартыу. ■ Тын алам тиһәм, танауға нашатыр спирты еҫе килеп тулды. Ә. Бикчәнтәев. Быяла — талап
сан материал. Быялалағы майлы таптарҙы нашатыр спирты ҡушылған йылы һыу менән йыуырға кәрәк. «Башҡортостан», 28 октябрь
2011.
НАШИВКА [рус.] (Р: нашивка; И.: ehevron; braid; stripe; T.: şerit) и. хәрби.
Хәрби званиеларҙы айырыу өсөн яғаға, еңгә тегелә торған билдә. □ Нашивка.
■ Хәрби кейеме булмағандарға ғәскәри кейем өләштеләр, .. гимнастёрканыц у ц яҡ беләгенә ай һурәте менән нашивка тегелде. М. Хужин.
НАШИР [ғәр. j^] и. иҫк. ҡар. нәшриәтсе.
■ «Олатай, ал, шул хатты бер тапҡыр уҡы!» — тип наширҙан килгән хатты бирҙем. М. Ғафури.
НАЯН I (Р: шаловливый; И.: playful; Т.: yaramaz) с. диал. ҡар. шаян.
1. Уйын-көлкөгә әүәҫ. □ Шаловливый, озорной; шутливый. Наян егет. Наян ҡыҙ.
■ Был наян Зөһрә егетте арбаны бит. Ф. Иҫәнғолов. Наян елдәр, юрый шаяртып, осоралар ҡарҙан аҡ буран. Ғ. Амантай. • Наян кеше көлдөрөр, наҙан уҙен бөлдөрөр. Мәҡәл.
2. Хәйләкәр, мут. □ Хитрый. ■ Шаян булһа ла, ул [Фәнирә] наян тугел, наян тугел, әммә елбәҙәк. Ш. Бикҡол. Үҙе әйткәнсә, ысынлап та, ацдып йөрөгән наян яҡташы. Ирназар уға юҡҡа ғына шик тотмаған икән. Ә. Хәкимов. • Наян кеше — төлкө кеше, наҙан кеше — көлкө кеше. Мәҡәл. Наян маҡтанһа, алдап алғанын әйтер. Әйтем.
НАЯН II (Р: копуша; И.: poke; dawdler; T.: yavaş davranan) и. диал. ҡар. ығыш.
1. Яй, ығыш кеше. □ Копуша. Наянды ҡабаландырыу. Наянды ҡыуалау.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, насарлыҡ ҡылыусы яман зат. □ Злой дух. Наяндарға ҡаршы доға уҡыу. Наяндарға ҡаршы им-том итеу.
НАЯНЛАНЫУ (наянлан-) (Р: шалить; И.: be naughty; romp; T.: yaramazlık etmek) ҡ. диал. ҡар. шаярыу.
1. Уйын-көлкө менән мәрәкәләү. □ Шалить, баловаться, проказничать, озорничать. // Шалость, озорство. Наянланып йөрөу. Наянланып тороу.
535