Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 537


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЕГРОИД
йеш, юғиһә киләсәктә хәтерҙә ҡалдырыу һәләте кимәле ҡаҡшаясаҡ, депрессияларға дусар буласаҡ, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланасаҡ. «Шоңҡар», № 9, 2010. Неврологтар, бала менән мөнәсәбәттә, уға талап ҡуйыуҙа һаҡсыллыҡ кәрәк, тип билдәләй, сөнки баланың был ваҡытта уҙәк нервы системаһы камиллаша. «Йәшлек», 23 апрель 2011.
НЕВРОЛОГИК (Р.: неврологический; И.: neurological; T.: nevralji) с. мед.
Неврологияға мөнәсәбәтле. □ Неврологический. Неврологик клиника. Неврологик тикшеренеуҙәр. Неврологик ярҙам. ■ Табип Эдуард Сәмиғуллин .. уҙе уйлап тапҡан һәм һынаған методика буйынса неврологик һәм нейроортопедик массаж яһап, бик куп балаларҙы аяҡҡа баҫтырған. «Башҡортостан», 25 ғинуар 2012.
НЕВРОЛОГИЯ [рус. < гр. neuron ‘нервы’ + logos ‘ғилем’] (Р.: неврология; И.: neurology; T.: nevralji) и. мед.
Нервы системаһын һәм нервы ауырыуҙарын өйрәнә торған фән. □ Неврология. / Неврологический. Балалар неврологияһы. Неврология мәсьәләләре. ■ Республика клиник психотерапия уҙәге — неврология сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеу буйынса республикалағы берҙән-бер учреждение. «Башҡортостан», 29 ғинуар 2013.
НЕВРОПАТОЛОГ [рус. < гр. neuron ‘нервы’ + pathos ‘ауырыу’+ logos ‘ғилем’] (Р: невропатолог; И.: nerve specialist; T.: sinir hastalıkları uzmanı; sinir doktoru) и. мед.
Невропатология әлкәһендә эшләүсе белгес. □ Невропатолог. Невропатологҡа яҙылыу. Невропатолог кәңәше. Невропатолог кабинеты. ■ Невропатологтар яһаған һөҙөмтәнән куренеуенсә, көлөу бит мускулдарын терелтеп ебәрә, диафрагма, ҡорһаҡ, ҡул-аяҡ мускулдарының тонусын кутәрә. «Йәшлек», 18 сентябрь 2008.
НЕВРОПАТОЛОГИК (Р: невропатоло гический; И.: neuropathological; T.: nöropa-tolojik) с. мед.
Невропатологияға мөнәсәбәтле. □ Невропатологический. Невропатологик тикшеренеуҙәр. Невропатологик ауырыуҙар.
НЕВРОПАТОЛОГИЯ [рус. < гр. neuron ‘нервы’ + pathos ‘ауырыу’+ logos ‘ғилем’] (Р: невропатология; И.: neuropathology; Т.: nöropatoloji) и. мед.
Нервы системаһына бәйле ауырыуҙар тураһындағы тәғлимәт. □ Невропатология. / Невропатологический. Невропатология белгесе. Невропатология тикшеренеу-ҙәре.
НЕГАТИВ I [рус. < лат. negations ‘кире’] (Р: негатив; И.: negative image; negative pattern; T.: negatif) и.
Фото пластинкаһында йәки плёнкала аҡ нәмә ҡара, ҡара нәмә аҡ булып төшкән һүрәт һәм шул һүрәт төшөрөлгән фотографик пластинка йәки плёнка. □ Негатив. / Негативный. Негативты һаҡлау.
НЕГАТИВ II [рус. < лат. negations ‘кире’] (Р: негативный; И.: negativ; T.: negatif) с.
Ыңғай булмаған; тиҫкәре. □ Негативный. Негатив ҡараш. Негатив мәғлумәт. Негатив куренеш.
НЕГАТИВИЗМ [рус. < лат. negations ‘кире’] (Р: негативизм; И.: negativism; Т.: karşı gelme eğilimi) и.
Нимәне лә булһа етерлек дәрәжәлә нигеҙләмәү йәки бөтөнләй инҡар итеү күренеше. □ Негативизм. Балалар негативиз-мы. ■ 12—13 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙарға хас бер дөйөм һыҙат — негативизм (ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә, нормаларға, ғәҙәттәргә, абруйлы шәхестәргә ҡаршы йунәлтелгән көрәш). «Башҡортостан», 25 март 2011.
НЕГР [рус. < фр. negre < лат. niger ‘ҡара’] (Р: негр; И.: Negro; T.: zenci) и. этн.
Негроид расаһына ҡараған халыҡ вәкиле исеме (куберәк Европа халыҡтары телендә ҡулланыла). □ Негр. / Негритянский. Негр ҡатыны. Негр ҡәбиләләре. Негрҙар менән аралашыу. ■ Ағайыбыҙҙың йөҙө ҡарайып китте: «Их, шул негрҙарҙы курәм тип, ҡайҙан-ҡайҙан киләм бит әле! Һуңларымды белһәм, юлға сығып этләнмәҫ инем». «Йәшлек», 14 июнь 2011.
НЕГРОИД [рус. < лат. niger ‘ҡара’ + eidos ‘тор’] (Р: негроидная раса; Н.: Negroid (rase); T.: siyahi) и. антроп.
537