Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 539


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЕЙТРАЛЛӘШТЕРЕҮ
Нейропсихология әлкәһендә эшләүсе табип. □ Нейропсихолог. Нейропсихологтар кәңәшмәһе.
НЕЙРОПСИХОЛОГИЯ [рус. < гр. neuron 'нерв’ + психология} (Р.: нейропсихология; И.: neuropsychology; T.: nöropsikoloji) и. мед.
Психологияның кеше психикаһын үҙәк нервы системаһы эшенә бәйле рәүештә өйрәнә торған бүлеге. □ Нейропсихология. / Нейропсихологический. Нейропсихология методикаһы. Нейропсихология буйынса әҙәбиәт. Нейропсихологияны өйрәнеу. Нейропсихологик процесс.
НЕЙРОФИЗИОЛОГ [рус. < гр. neuron 'нерв’ + физиолог} (Р: нейрофизиолог; И.: neurophysiologist; T.: nöröfizyolog) и. мед.
Нейрофизиология әлкәһендә эшләүсе табип. □ Нейрофизиолог. Нейрофизиолог-тар кәңәшмәһе. ■ Америка Ҡушма Штаттарында Томас Джефферсон университеты нейрофизиологы профессор Нъюберд тәрән ғибәҙәттәге кешеләрҙең баш мейеһендә ниндәй уҙгәрештәр барыуын өйрә-неугә ун йылдан артыҡ ғумерен арнаған. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2012.
НЕЙРОФИЗИОЛОГИЯ [рус. < гр. neuron 'нерв’ + физиология} (Р: нейрофизиология; И.: neurophysiology; T.: nöro-fizyoloji) и. мед.
Физиологияның нервы системаһы эшсәнлеге механизмын өйрәнеүсе тармағы. □ Нейрофизиология. / Нейрофизиологический. Нейрофизиология процесы. Нейрофизиология елкәһендә тикшеренеу. И XX быуат аҙағында һәм XXI быуат башында ла кеше мейеһендә барған нейропсихологик, нейрофизиологик процестарҙы өйрәнеу яңы фәнни-техник ҡаҙаныштар нигеҙендә өр-яңы баҫҡысҡа кутәрелә. 3. Шәрипова.
НЕЙРОХИРУРГ [рус. < гр. neuron 'нерв’ + хирург} (Р: нейрохирург; И.: brain surgeon; T.: beyin ve sinir cerrahı) и. мед.
Нейрохирургия әлкәһендә эшләүсе табип. □ Нейрохирург. Нейрохирург булып эшләу. Алдынғы нейрохирург. Нейрохирургтар консультацияһы.
НЕЙРОХИРУРГИЯ [рус. < гр. neuron 'нерв’ + хирургия} (Р.: нейрохирургия; И.: brain surgery; T.: sinir cerrahisi; nöroşirürji) u. мед.
Медицинаның нервы системаһындағы органик ауырыуҙарҙы хирургия юлы менән дауалауҙы өйрәнә торған бүлеге. □ Нейрохирургия. / Нейрохирургический. Хәрби нейрохирургия. Нейрохирургия институты. Нейрохирургия булеге. ■ Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусы уҙенең икенсе һулышын кисерә, был корпуста балаларҙы дауалау өсөн травматология, урология, ортопедия, нейрохирургия, эндоскопия, хирургия, реанимация бу лекторе урынлашҡан. «Йәшлек», 3 июнь 2010.
НЕЙТРАЛИТЕТ [рус. < нем. Neutrality < лат. neuter} (Р: нейтралитет; И.: neutrality; T.: tarafsızlık; yansızlık) и.
1. сәйәси. Халыҡ-ара хоҡуҡта — һуғышта ҡатнашмау, ә тыныс ваҡытта хәрби блоктарға инмәү сәйәсәте. □ Нейтралитет. Нейтралитет сәйәсәте. Хәрби нейтралитет.
2. Кеше араһындағы ыҙғыш-талашҡа, төрлө эш-хәлдәргә ҡарата булған битарафлыҡ. □ Нейтралитет. Нейтралитет һаҡлау.
НЕЙТРАЛЛЕК (нейтраллеге) (Р: нейтральность; И.: neutral stability; T.: tarafsızlık) и.
Битарафлыҡ, нейтраль булыу. □ Нейтральность. Хәрби нейтраллек. Илдең нейтраллеге.
НЕЙТРАЛЛӘШЕҮ (нейтралләш-) (Р: нейтрализоваться; И.: become neutrolized; T.: nötralize etmek) ҡ.
1. Һелтеле реакция ла, кислоталы реакция ла бирмәй торған хәлгә килеү. □ Нейтрализоваться. // Нейтрализация. Ағыу ней-тралләште. Соданың нейтралләшеуе.
2. лингв. Тел ғилемендә тел берәмектәренең ҡапма-ҡаршылығын бөтөрөү. □ Нейтрализация. Фонемаларҙың нейтралләшеуе.
НЕЙТРАЛЛӘШТЕРЕҮ (нейтралләштер-) (Р: нейтрализовать; И.: neutralize; Т: tarafsızlaştırmak) ҡ.
1. сәйәси. Халыҡ-ара хоҡуҡта — һуғыш ваҡытында берәр дәүләтте һуғышыусылар
539