НЕЙТРАЛЬ
ҙың береһе яҡлы ла түгел тип иғлан итеү, битарафлаштырыу. □ Нейтрализовать. // Нейтрализация. Дәүләтте нейтралләштереү.
2. хим. Һелте тәьҫирендә кислотаның үҙенсәлектәрен йәки, киреһенсә, кислота тәьҫирендә һелтенең үҙенсәлектәрен бөтөрөү. □ Нейтрализовать. Ҡалдыҡ һыуҙарҙы нейтралләштереү.
3. Ниндәйҙер көстөң тәьҫирен бөтөрөү, кәметеү. □ Нейтрализовать (уничтожать, ослаблять силу, влияние кого-л., чего-л.).
НЕЙТРАЛЬ [рус. < лат.] (Р.: нейтральный; И.: neutral; T: tarafsız; yansız; nötr) с.
1. сәйәси. Үҙ-ара һуғышҡан илдәргә ҡарата нейтралитет хәлендәге; битараф. □ Нейтральный. Нейтраль илдәр. Нейтраль дәуләт. Нейтраль көстәр.
2. сәйәси. Халыҡ-ара килешеү һөҙөмтәһендә һуғыш алып барырға һәм хәрби көстәр урынлаштырырға ярамай тип билдәләнгән. □ Нейтральный. Нейтраль территория.
3. Ыҙғыш-талашҡа ҡыҫылышһыҙ; битараф. □ Нейтральный. Нейтраль кеше. Нейтраль куҙәтеусе. Нейтраль ҡараш.
4. махс. Организмға бер төрлө лә тәьҫир итмәгән, файҙаһы йәки зыяны булмаған (төрлө матдә, дарыуҙарға ҡарата). □ Нейтральный. Нейтраль матдәләр.
5. хим. Һелтеле реакция ла, кислоталы реакция ла бирмәй торған. □ Нейтральный. Нейтраль иретмә.
6. физ. Ыңғай зарядлы ла, кире зарядлы ла булмаған. □ Нейтральный. Нейтраль өлөшсәләр.
НЕЙТРОН [рус. < ингл. neutron < лат. neuter here лә, был да түгел'] (Р.: нейтрон; И.: neutron; T.: nötron) и. физ.
Атом ядроһы төҙөлөшөндәге электр заряды булмаған өлөшсә. □ Нейтрон. / Нейтронный. Азат нейтрон. Нейтрон бомба. Нейтрон киҫәксәһе.
НЕЙӘ һор. а. диал. ҡар. ниңә. Нейә кил-мэнец? Нейә хәбәр итмәнегеҙ? ■ Шәмсеҡә-мәр: «Эй Хоҙайым! Нейә шундай нужа күрһәтәһеңдер инде бәндәләреңә?» М. Хужин.
НЕКРОЗ [рус. < гр. nekros Үле'] (Р.: некроз; И.: necrosis; apobiosis; T.: nekroz) и. мед.
Тере организмдың ниндәй ҙә булһа бер өлөшөнөң үлеүе. □ Некроз. Аллергия некрозы. Сейләнеусән некроз.
НЕКРОЛОГ [рус. < гр. nekros Үле' + logos ‘һүҙ’] (Р: некролог; И.: obituary; T: nekroloji, ağıt) и.
Кеше үлгәндән һуң, уның тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында яҙып сығарылған мәҡәлә. □ Некролог. Некролог яҙыу. Некролог баҫылыу. ■ Шәйех Зәйнулла бин Хә-бибулланың ниндәй мәшһүр зат булғанын раҫлар өсөн «Ваҡыт» гәзитендә баҫылған некрологта: «Зәйнулла хәҙрәт — эске Рәсәйҙәге мәшһүр заттарҙың иң олоһо һәм абруйлыһы, .. һәр кем уны, олуғ бер шәйех, мөхтәбәр бер ғалим һанап хөрмәт итте...» «Йәшлек», 1 май 2008.
НЕКРОПОЛЬ [рус. < гр. nekros Үле' + polis ‘ҡала’] (Р: некрополь; И.: necropolis; Т: nekropol) и. кит.
1. Боронғо ҡалаларҙағы ҙур зыярат.
□ Некрополь. ■ Өфө ерендә ҡәлғәләр, ауылдар һәм некрополдәр .. булыуы уғата ҡыуаныслы. «Киске Өфө», № 28, 2010.
2. Атаҡлы кешеләр күмелгән зыярат.
□ Некрополь. Ҙур некрополь. Мәскәү крем-лендәге некрополь.
НЕКРУТ [рус. рекрут] (Р: рекрут; И.: recruit; intake; rookie; T: acemi asker) и. иҫк. һөйл. ҡар. рекрут.
Хәрби хеҙмәткә яңы алынған кеше. □ Рекрут (солдат-новобранец). Некруттар килеү. Некруттар йыйылған.
НЕКТАР [рус. < гр. nektar} (Р: нектар; И.: nectar; T: balözü) и.
1. миф. Боронғо грек мифологияһында: тәңреләргә мәңгелек йәшлек һәм матурлыҡ килтерә торған эсемлек. □ Нектар. ■ «һут» һүҙе (нектар), грек теленән тәржемә итһәң, үлемһеҙлек бүләк итә торған «Аллалар эсемлеге» тигәнде аңлата. «Башҡортостан», 27 сентябрь 2012.
2. бот. Үҫемлектең сәскәһе бүлеп сығара торған татлы һут. □ Нектар. Нектар йы
540