Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 541


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

НЕОЛИТ
йыу. Нектарға бай үҫемлектәр. ■ Бал ҡорто үҙенең нәҙек кенә томшоғо менән сәскәнең тажы төбөндә йыйылған нектарҙы һура. Нектар менән туйынған арала, ул сәскәне һеркәләндереп тә өлгөрә. «Йәшлек», 22 апрель 2008. Бөрйән ҡорттары, уҫалыраҡ булһа ла, нектарҙы куп ташый, бик эшлекле һәм сыҙамлы ҡорттар һанала. «Атайсал», 27 июль 2012.
НЕКӘШӘЛ (Р.: платок-паутинка; И.: gossamer shawl; T.: ince başörtüsü) и. диал. ҡар. вәл.
Йоҡа аҡ дебет шәл. □ Платок-паутинка. Некәшәл бәйләу. Некәшәлен ябынып алған.
НЕЛЬМА [рус. < фин-уғыр телдәренән] (Р.: нельма; И.: inconnu; T.: stenodus leuci-chthys) и. зоол.
Һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған затлы балыҡ (төньяҡ йылғаларҙа, диңгеҙҙә була). □ Нельма. / Нельмовый (лат. Stenodus leu-cichthys nelma). Нельма аулау. Нельма консерваһы.
НЕМАТОД [рус. < гр. пета\ (Р: нематоды; И.: nematodes; T.: nematod) и. зоол.
Үҫемлектәргә, малдарға зыян килтереүсе йомро селәүсен. □ Нематоды (лат. Nema-toda). Нематодтар дымлы урында урсей. Нематодтарға ҡаршы көрәш. Нематод -тарға ҡаршы ағыу.
НЕМЕЦ [рус.] (Р: немец; И.: German; Т.: Alman) и. этн.
Германияның төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе (герман телдәренең береһендә һөйләшә)’, алман. □ Немец. / Немецкий. Немец халҡы. Немец ғалимы. Немец теле. ■ Линараны осраҡлы ғына бер ҙур форумға тәржемәсе итеп саҡырҙылар (немец телен тәржемә итеусе ҡатын ҡапыл ауырып китә. Урынына ашығыс рәуештә белгес талап ителә). Л. Якшыбаева. Благовар районының Пришиб ауылы республикала иң ҙур немец ауылдарынан һанала, ата-бабаларынан ҡалған йолаларҙы немец халҡы ҡәҙерләп һаҡлай. «Йәшлек», 13 июль 2012.
НЕМЕЦСА (Р: по-немецки; И.: in German; T.: Almanca) р.
Немец телендә; алманса. □ По-немецки. Немецса аралашыу. Немецса һөйләу. ■ Әх
мәтзәки Вәлиди Туған — байтаҡ ҡына телдәр белгән, ғәрәпсә, фарсыса, немецса, төрөксә, французса иркен һөйләшкән һәм яҙышҡан полиглот кеше. Ғ. Хөсәйенов. Ишбулат .. бер-ике ай үтеүгә немецса ап-арыу һупаларға өйрәнеп алды. М. Хужин.
НЕНЕЦ [рус.] (Р: ненец; И.: Nenets; Т.: Nenets) и. этн.
Рәсәйҙең төньяғында Кола ярымутрауынан Йәнәсәйгә тиклемге территорияла йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (самодий телдәренең береһендә һөйләшә). □ Ненец. / Ненецкий. Ненец халҡы. Ненец ҡатыны. Ненец теле.
НЕО... [рус. < гр. neos ‘яңы’] (Р: нео...; И.: neo...; T.: yeni...)
Ҡушма һүҙҙәрҙең ‘яңы’ мәғәнәһен белдергән тәүге өлөшө. □ Нео... (первая часть сложных слов со значением 'новый’). Неоклассицизм. Неоромантизм. Неопозитивизм.
НЕОКЛАССИЦИЗМ [рус.] (Р: неоклассицизм; И.: Neoclassicism; T: Neoklasisizm) и. әҙ., сәнғ.
XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм XX быуат башындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге йүнәлеш. □ Неоклассицизм (общее название литературных и художественных течений второй половины XIX и начала XX вв., основывавшихся на классических традициях литературы и искусства античности, Возрождения и классицизма). Неоклассицизм үҙенсәлектәре. Неоклассицизм стиле. Неоклассицизм менән ҡыҙыҡһыныу.
НЕОКОЛОНИАЛИЗМ [рус ] (Р: неоколониализм; И.: neocolonialism; T: yeni sömürgecilik) и. иҡт. сәйәси.
Үҫеп килеүсе илдәргә башҡа дәүләттәр тарафынан көсләп тағылған тиң булмаған иҡтисади һәм сәйәси мөнәсәбәттәр системаһы. □ Неоколониализм. Неоколониализм теорияһы. Неоколониализм сәйәсәте.
НЕОЛИТ [рус. < гр. neos ‘яңы’ + lithos ‘таш’] (Р: неолит; И.: late Stone Age; T.: neolitik çağ) и. археол.
Таш быуаттың иң һуңғы осоро. □ Неолит (последняя стадия каменного века). / Неолитический. Неолит дәүере. Неолит дәүере ҡаҙылмалары. ■ Көньяҡ Урал, Вол
541